Ауыл кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшкә күмелгән иң мәшәҡәтле осоро. Көндөҙ сыра яғып эҙләһәң дә йорт хужаларын тапмаҫһың. Эйе, иҫәп алыусы булып эшләгән Гөлдәр Ишемғолова: “Беҙҙең төп эш кис кенә башлана”, – тип юҡҡа ғына әйтмәй шул.Уның ҡарамағында Һабыр, Ашҡаҙар һәм Ҡаҙырша ауылдарындағы 287 объект. Көнөнә һигеҙ-ун йорттан мәғлүмәт туплай.
– Халыҡтың иҫәп алыу кампанияһын аңлап ҡабул итеүе шатландыра, – ти Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы. – Ошоға тиклем бер йорттан да кире бороп сығарманылар, һәр кем анкета һорауҙарына тулы яуап бирергә тырыша. Мал-тыуарын да, ҡош-ҡортон да теүәл яҙҙырталар. Ҡайһы берәүҙәр документты күрһәтеүҙе талап итә. Быға айырыуса ҡыуанам: аңлы, белемле хәҙер халыҡ. Шул уҡ ваҡытта бәғзе осраҡта, эттән ҡурҡып, йортҡа инә алмай тороуың да ихтимал.
Ә бына Йылайыр ауылынан Татьяна Щипакинаның ҡарамағында 450 объект. Тәүге йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, уңған иҫәп алыусы йорттарҙың күпселеген урап сығырға өлгөргән.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһының маҡсаты – илдәге был тармаҡтың торошо буйынса тулы статистик мәғлүмәт туплау. Тимәк, эшкә бөтөн халыҡ яуаплы ҡарарға тейеш. Райондағы иҫәп алыусыларҙың инструкторы Зөмәрә Аҡҡужина әйтеүенсә, Йылайырҙа барлығы туғыҙ участка бар. Улар – Үрге Ғәле, Анновка, Юлдыбай, Яманһаҙ, Дмитриевка, Йомағужа, Һабыр һәм Ҡашҡар зоналары.
– Күпселек райондарҙан айырмалы, беҙҙең иҫәп алыусыларға планшет бирелмәне, сөнки ауылдарҙа Интернет юҡ, – ти Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы. – Эш бланктарҙы тултырыу юлы менән башҡарыла. Был бер аҙ мәшәҡәт тыуҙырһа ла, һәр кем хеҙмәтен теүәл һәм дөрөҫ атҡара. Көн дә иртәнсәк район үҙәгенә килеп, эш һөҙөмтәһен күрһәтәләр, беҙ дөрөҫ башҡарылғанмы-юҡмы икәнлеген ҡарайбыҙ. Әлбиттә, бурыс еңел түгел.
Әйткәндәй, Зөмәрә Аҡҡужина үҙе иҫәп алыуҙа дүрт йыл рәттән ҡатнашҡан, 2010 йылда миҙал менән дә бүләкләнгән.