“Беҙҙә халыҡ тырыш”26.07.2016
Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Италияның “Cruppo Cremonini” компанияһы президенты Луиджи Кремонини менән осрашты. Был ойошма — Европалағы иң ҙур аҙыҡ-түлек компанияларының береһе. Предприятие республика менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

— Беҙҙә яҡшы партнерҙар табырһығыҙ. Эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырбыҙ, ярҙам итербеҙ. Ер, инфраструктура менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ, продукцияны һатыуҙа ла булышлыҡ күрһәтербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикабыҙҙа эшләүегеҙҙе теләйбеҙ. Хеҙмәт ресурстарына бәйле ҡыйынлыҡтар булмаҫ. Беҙҙә халыҡ тырыш.
— Аңлауымса, Башҡортостанда һыйыр малдарын үрсетеү — бик мөһим йүнәлеш. Үҙем — агротехник. Һеҙҙәге кеүек ерҙә мал үрсетеү ҡулай, — тине Кремонини әфәнде. — Италияла иһә ит эшкәртеү заводтары байтаҡ. Уларҙы һеҙгә күрһәтергә әҙербеҙ. Башҡортостандың рәсми делегацияһын ихлас ҡабул итер инек. Етештереүселәр, малсылар менән аралашсыһыҙ бәйләнеш булдырғы килә. Беҙ һәр саҡ асыҡтан-асыҡ һәм ғәҙел эшләйбеҙ.

Өфө йәнә ҡунаҡ көтә

Хәбәр итеүебеҙсә, Өфө 2019 йылда Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итеү хоҡуғын алды.
50-се Йәйге уйындар барышында Нью-Тайбэй ҡалаһында (Тайвань) ошондай ҡарар яңғыраны.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “ТАСС” агентлығына биргән интервьюһында быға ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
— Өфө 2019 йылда Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү хоҡуғын алды. Был ярышта 60-тан ашыу илдән 2,5 мең самаһы бала ҡатнашасаҡ. 2013 йылда Ҡышҡы балалар уйындарын уҙғарғанда был сараның йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғанын күрҙек. Ярыштарҙы пиар, мәғлүмәти шау-шыу түгел, ә иң элек балаларыбыҙ өсөн ойошторабыҙ. Ул бөтә донъянан йыйылған балалар өсөн ҙур байрам буласаҡ. Беҙҙә сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, — тине ул.
Төбәк Башлығының фекеренсә, Рәсәйҙә студенттар спортын үҫтереүгә, вуздар өсөн спорт ҡоролмалары төҙөүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Был йәһәттән Төньяҡ Америкалағы студенттар спортын үҫтереү өлгөһө ыңғай миҫал була ала. Бынан тыш, Өфө башҡа берәй күрше ҡала менән бергәләп ниндәй ҙә булһа ҙур халыҡ-ара турнирҙы ла ҡабул итә алыр ине.

Йәштәр ситтә ҡалмаһын

Өфөлә Йәш депутаттар ассоциацияһы тарафынан урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа ҡатнашыусылар өсөн форум ойошторолдо.
Район, ҡала советы депутатлығына кандидаттар эксперттарҙан һәм политологтарҙан оҫталыҡ дәрестәре алды, тематик фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты.

Форумдың төп бурысы — һайлау алды осоронда йәштәргә ярҙам күрһәтеү, ғәмәлдәге депутаттар менән буласаҡ депутаттар араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу өсөн майҙансыҡ ойоштороу.
Сәйәсмәндәрҙең йәш быуыны менән республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәжрибә уртаҡлашты. Спикер әйтеүенсә, әлеге осрашыу быйыл илебеҙҙә һәм төбәгебеҙҙә уҙасаҡ төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһе — Дәүләт Думаһына, ике һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, шулай уҡ ҡала, район, ҡала округтары һәм муниципаль райондар, ҡала һәм ауыл биләмә Советтарына һайлау алдынан үтә. Әүҙем йәштәрҙе сәйәси мөхиткә йәлеп итеү, улар менән эшләүҙең өр-яңы алымдарын эҙләү көн тәртибендәге иң мөһим мәсьәләләр булып ҡала.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡануниәт йәштәргә ҡарата ниндәй ҙә булһа өҫтөнлөктәрҙе күҙ уңында тотмай. Сәйәсәттә үҙ һәләттәрен тормошҡа ашыра алһын өсөн кеше конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булырға тейеш. Ә был иһә иң элек һөнәри йәһәттән әҙерлекте, сәйәси яҡтан әүҙемлекте күҙ уңында тота, — тине Константин Толкачев. — Бындай осрашыуҙар йәш депутаттарыбыҙ менән тәжрибәле һәм абруйлы оппоненттар араһында көстәрҙе тигеҙләүгә йүнәлтелә.


Премияға кемдәр дәғүә итә?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылға конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:

1. Флүр Миңшәриф улы Ғәлимов — “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы өсөн. Башҡортостан Республикаһының “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — “Башҡортостан” нәшриәте һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.
2. Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев — “Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том: тарихи пьесалар” өсөн. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан тәҡдим ителде.
3. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова — “Ҡатындар” трилогияһы өсөн. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте тарафынан тәҡдим ителде.
4. Айрат Рәүеф улы Тереғолов — “Аҡбуҙат” эпосына һүрәттәр шәлкеме өсөн. Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде.
5. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова — “Мин үҙеммен һаман” һәм “Етегән” шиғырҙар йыйынтыҡтары өсөн. Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы тарафынан тәҡдим ителде.
6. Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы Мәүлекәсова һәм Илдар Илдус улы Манапов — Башҡортостандың театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм танытыуға тос өлөш индергән, балет мәктәбенең иң яҡшы йолаларын байытҡан, “Аҡҡош күле”, “Жизель”, “Золушка”, “Спартак”, “Анюта”, “Сыңрау торна” балет спектаклдәрендә юғары башҡарыу оҫталығы өсөн. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарафынан тәҡдим ителде.
Комиссия ойошмаларҙы, уҡыу йорттарын, ижади йәмәғәтселекте әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Баһаламаларҙы 10 сентябргә тиклем ебәреү һорала. Адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, 315, 419-сы бүлмәләр. Белешмәләр өсөн телефондар: 280-80-93, 280-80-75.


Вернуться назад