“Матур ғаилә – ил биҙәге”, “Ныҡлы ғаилә – ил терәге” тиҙәр. Был ике әйтем дә Өфөлә йәшәгән Ишморатовтар ғаиләһенә ҡарата хаҡ яңғырай. Бөгөнгө көндә биш балаға ғүмер биреп, уларҙа аҫыл кешелек ҡиммәттәре тәрбиәләүгә ҙур көс һала Айһылыу һәм Илгиз Ишморатовтар. Ғаилә башлығы “Альфадэнт” клиникаһында теш дауалаусы-ортопед булып эшләһә, әлеге ваҡытта кескәй Самирҙы ҡарауға ял алған хужабикә ҡалалағы 6-сы поликлиниканың беренсе категориялы теш дауалаусы-хирургы.
– Беҙ үҙебеҙ ҙә күмәк балалы ғаиләләрҙә үҫкәнбеҙ, ирем сығышы менән Салауат ҡалаһыныҡы, мин – Өфөнән, – тип башланы һүҙен бәхетле әсәй. Тимәк, үҙҙәре үҫкәндә үк камил өлгө алған был атай-әсәйгә балаларының һәр береһендә ошондай яҡшы сифатты тәрбиәләү тәүшарт. Ошо йәһәттән сығып күҙ йүгерткәндә, был ғаиләнең һәр кескәй ағзаһында инсафлылыҡ, намыҫлылыҡ һәм атай-әсәйгә, бер-береһенә булған мөхәббәтте асыҡ күрергә була. Айһылыу Роберт ҡыҙының үҙенең бәйән итеүенсә лә, балаларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә, бер-береһенә терәк-таяныс була белеүгә, ғәҙел, ихтирамлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленгән.
Дүрт шуҡ малайға апай булған ун ете йәшлек Аделина – әсәһенә оло терәк. Ул М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының Х класын тамамлаған. Уның мәктәп тормошона күҙ һалһаҡ, бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән рәхмәт хаттары бик күп бәйге-олимпиадаларҙа, шул иҫәптән “Һылыуҡай”, “Шаяниум”да ла ҡатнашыуы хаҡында һөйләй. Бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнгән һәм һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған ҡыҙ ҡала мәҙәниәте мөхитендә йыш сығыш яһай. Үҙе бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, йәйге ял һәм хеҙмәт лагерҙарында практика үтеп тә өлгөргән. Бының менән ул ҡустыларына үрнәк булып тора ла инде.
Хәйер, һәр яҡлап һәләтле малайҙар ҙа апайҙарынан ҡалышмай. Мәҫәлән, шул уҡ гимназияның III класын тамамлаған Нурсәйет, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн маҡтау грамоталарынан тыш, Гагарин кубогы олимпиадаһында ла ҡатнашып, сертификатлы булып өлгөргән. Класта “Иң яҡшы спортсы” исеме алған был шәп егет йөҙөү менән шөғөлләнә, футбол күнекмәләренә лә йөрөй.
Ә инде төҫ-ҡиәфәттәре менән генә түгел, холоҡ-ғәҙәттәре менән дә бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған игеҙәктәр Айҙар менән Асҡар мәктәпкә барыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә. Береһе уттай етеҙ, икенсеһе тыныс малайҙар рәсем дә төшөрә, ҙур оҫталыҡ менән оригами йыя, сатраш уйнай, бейеү һәм йөҙөү менән ихлас шөғөлләнә.
Уларҙың һәр ҡылығын отоп алырға ғына тырышып йөрөгән ике йәшлек Самир, әлбиттә, бөтәһенең дә иғтибар үҙәгендә. Бәләкәс алдында асылаһы күпме донъяуи серҙәр бар. Атай-әсәйҙең тәрбиәһенән тыш, ошондай апай-ағайҙары эргәһендә көнләп түгел сәғәтләп донъяны таный малай.
Биғәйбә, бөгөнгө заман шарттарында күп бала тәрбиәләргә йөрьәт итеп, уларҙың бар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә мөкиббән киткән, ҡала ситендә ике ҡатлы өй һалырға бар тырышлығын һалған егәрле атай-әсәй Айһылыу һәм Илгиз Ишморатовтарҙың ғаиләһенән тик аҫыл заттар сығыр. Үҙҙәре һымаҡ!