Витаминдар26.07.2016
Витаминдар — барыбыҙға ла билдәле, организм өсөн үтә мөһим органик матдәләр. Ҡоштар ҙа, йорт малдары ла уны аҙыҡ-түлек аша ала. Ул етешмәһә, ҡоштарҙа авитаминоз һәм гиповитаминоз (етерлек миҡдарҙа витамин ҡабул итмәү) барлыҡҡа килә. Был үҙ сиратында һаулыҡҡа зыянлы, матдәләр алмашыуына ҡамасаулай.

Бөгөн ике тиҫтәнән ашыу витамин барлығы билдәле. Уларҙы майҙа иреүсе (А, Д, Е, К) һәм һыуҙа иреүселәргә (С, В витамин төркөмдәре) бүлеп йөрөтәләр. Шуныһын да иҫкә төшөрөргә кәрәк: витаминдарҙы асыу тарихы туранан-тура ҡошсолоҡҡа барып тоташа. 1895 йылда төрмә табибы Эйкман Ява утрауында урынлашҡан төрмә хужалығында тауыҡтарҙың сәйер ауырыуын куҙәткән. Ул, тауыҡтарға гел дөгө бирелеүен асыҡлағас, аҙыҡ берәмеген төрләндерергә ҡушҡан. Шулай итеп, табип тауыҡтар арҡаһында В1 витаминын асҡан.
А витамины. Ретинол, ғәҙәттә, һөттә, йомортҡала, бауырҙа, балыҡта була. Каротин пигменты А витаминын алыштырыусы булып иҫәпләнә. Ул үлән ононда, кишерҙә, силоста етерлек кимәлдә туплана, һыу үләндәре лә был витаминға бай. Мәҫәлән, бер килограмм ылымыҡта 70 миллиграмға саҡлы провитамин бар.
Д витамины иһә бесән ононда, балыҡ майында, икмәк әсеткеһендә мул. Уны икенсе төрлө кальциферол тиҙәр.
Е витамины токоферол үлән ононда, йомортҡа һарыһында, һөттә етерлек. Ҡоштарҙың ғүмерен оҙайта. Ул бигерәк тә яңы шытып сыҡҡан кукуруз майында күп. Е витамины етерлек кимәлдә булһа, ҡоштарҙың аталаныу һәләте арта, йомортҡалар инкубация осорон яҡшы үткәрә, нервы системаһы нығына.
К витамины ҡан ойошоуға булышлыҡ итә. Уға йәшел аҙыҡ, бигерәк тә күк люцерна, бай. Шулай уҡ кишерҙә етерлек. Әгәр ҡоштарға, малдарға К витамины етмәһә, куптикулит тип аталған ауырыу башланыуы мөмкин. Ул ашҡаҙандың, бүтәгәнең лайлалы өлөшөнөң айырылыуына килтерә.
В1 витамины организмда углевод алмашыныуына ярҙамлаша. Йөрәк-ҡан, нервы системаларының эшмә­кәрлеген көйләй. Организмға эсәк юлдары аша һеңһә лә, туҡыма күҙәнәктәрендә ул кокарбоксилазаға әйләнә.
В2 витамины туҡыманың тын алыуына, углевод һәм май алмашыуына ярҙам итә, гемоглобинды (һулышты тәьмин итеп, ҡанға ҡыҙыл төҫ биреүсе эритроциттар эсен­дәге органик буяу матдәһе) көйләй. Әгәр ул етешмәһә, йомортҡа эсендәге эмбриондар инкубация осоронда уҡ үлә.
В3 витамины әсеткелә, бойҙай көрпәһендә, үлән ононда, ҡуҙаҡлы культураларҙа мул. Организмда май алмашыныуҙа, нервы системаһы эшмәкәрлегендә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
В4 витаминын ”никотин кислотаһы” ла тиҙәр. Аҡһым һәм углевод алмашыныуына булышлыҡ итә, организмда төрлө һуттар бүленеп сығыуына ярҙамлаша. Бесәндә, бойҙай көрпәһендә була.
В6 витамины иһә гемоглобинды көйләй, аҡһым алмашыныуын әүҙемләштерә. Был рәткә шулай уҡ В12 витаминын индереп булыр ине. Йомортҡа, ит, һөт, балыҡта күп. Уны цианокобаламин тип тә атайҙар. Организмда ҡанды нормаға килтереүҙә, аҡһым алмашыныуында файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Н витаминын биотин тип тә йөрөтәләр. Тире өсөн файҙаһы ҙур. Йомортҡа һарыһында бик күп. Шулай уҡ йәшел үләндә, һөт ризыҡтарында, әсеткелә етерлек. Был витамин организмда аҙ булһа, йомортҡаларҙың инкубация сифаты насарая, тире ауырыуы (дерматит) башланыуы ихтимал.
С витамины организмдың бөтә төр эшмәкәрлегендә лә бик кәрәк, матдәләр алмашыныуында роле ҙур. Ул йәшел аҙыҡтарҙа бик күп, шуға ҡыш ҡарағай һәм шыршы ылыҫтарын ваҡлап бирәләр. С витамины етмәһә, ҡоштарҙың иммунитеты түбәнәйә, үҫеше аҡрыная, йомортҡа һалыуы насарая.



Вернуться назад