Иң бәләкәйе — Тамбелина26.07.2016
Иң бәләкәйе —  Тамбелина Беҙ гел генә иң ҙур, иң бейек, иң оҙондар тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Әйҙәгеҙ, иң бәләкәйҙәр тураһында һөйләшәйек. Мәҫәлән, донъялағы иң тәпәш ат тураһында.
Ундай ат АҠШ-тың Миссури штатындағы Сент-Луис фермаһында йәшәй. Тамбелина ҡушаматлы малҡай үлсәме буйынса пониҙан да бәләкәй. Шулай ҙа ул нәҡ ат тип иҫәпләнә, ә пони түгел.
Ул 2001 йылдың 1 майында тыуа. Тамбелина инглиз теленән Дюймовочка тигәнде аңлата. Уның бейеклеге мундаһынан 44,5 сантиметр, йәғни ябай аттан өс тапҡырға бәләкәй. Ауырлығы ни бары – 26 килограмм. Был рекорд 2006 йылда Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.
Тамбелинаның хужалары — Гесслингтар ғаиләһе. Улар инде ун биш йыл миниатюр аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Бөгөн уларҙың фермаһында буйҙары 85 сантиметрҙан артмаған иллегә яҡын йылҡы малы тотола. Был тоҡом 1930 йылдарҙа Европанан килтерелә.
Дюймовочка сибек булып тыуа. Оҙаҡ ауырып, саҡ аяҡҡа баҫа. 44,5 сантиметрға еткәс, үҫеүҙән туҡтай. Сир уның буйына сәбәпсе була. Кешеләрҙә был сир иргәйеллек тип атала.
Тамбелина Америка буйлап турнеларҙа ҡатнаша — балалар баҡсалары, мәктәп, дауаханаларҙа була. Балаларҙың, ауырыуҙарҙың күңелен күрә.
Донъялағы иң бәләкәй ат тоҡомо — фолабелла. Уларҙың буйы мундаһынан 81 сантиметрға һирәк етә. Фолабелла пони тип һаналмай, ә нәҡ миниатюр ат.
Был тоҡом Көньяҡ Америкала килеп сыҡҡан. Тәү булып испан Андалузияһына алып киләләр һәм Көнбайыш Европаның башҡа райондарына тарала. Фолабелла Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһының көньяҡ райондарында йәшәгән мапуче индеецтары көтөүендә күп була. Был тоҡом үҙенең башланғысын Аргентиналағы Криолло аттарынан ала. 1868 йылдан алып уларҙы Патрик Ньютоллдың тоҡом программаһы буйынса маҡсатлы йүнәлештә үрсетә башлайҙар.
Аттарҙың был бәләкәй тоҡомо аҡыллы һәм өйрәтеүгә еңел. Уларҙы бәләкәй балалар менеп йөрөй ала.
Донъялағы иң ҙур ат Радар ҡушаматлы. Был ҙур ауырлыҡтағы аттың буйы мундаһынан 189 сантиметр, ул Дюймовочканан 40 тапҡырға ауырыраҡ.







Вернуться назад