Йырлап ултыра самауыр...26.07.2016
Йырлап ултыра  самауыр... Урыҫ самауыры тип йөрөтөлгән сәй ҡайнатыу ҡорамалының Рәсәйҙә таралып китеүе башҡорттар менән бәйле икәнен күбебеҙ белмәйҙер ҙә. Ә был ысынлап шулай. Рәсәйҙәге беренсе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында, ә аҙаҡтан Соксонда эшләй башлайҙар.

Урал заводтарының хужаһы В.Н. Татищев Ирген заводы эшселәренән махсус артель төҙөй, ә улары үҙ сиратында бол туплау маҡсатында урындағы халыҡтың — башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә. Ошондай бер талау ваҡытында урыҫ эшселәренең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу һауыты була.
Ирген заводы приказчигы Родион Набатов тигән берәү уны күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп, беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә «урыҫ самауыры» тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә. Аҙаҡ Невьянск заводы хужалары Демидовтар Набатовты төрлө ташламалар менән әүрәтеп, үҙҙәренә эшкә саҡыра. Набатов самауырҙы уларҙың Соксон заводында етештерә башлай. Демидовтар Тула ҡалаһы кешеләре була. Улар менән самауыр Тулаға барып эләгә. Хәҙер инде самауырҙы унда күпләп яһай башлайҙар. Шулай бөтә донъяға таралған «Тула самауыры» барлыҡҡа килә.
Шулай итеп, был сәй ҡайнатыу һауытының донъяға таралыуына башҡорттар сәбәпсе булып сыға. Ҙур ҡорһағында «Ирген заводы. 1741 йыл» тигән яҙыулыһы иң боронғо Рәсәй самауыры һанала. Ә уны эшләү өлгөһө башҡорттарға Ҡытайҙан килеп эләккән була.
Был мәғлүмәттәр Алексей Иванов тигән авторҙың Мәскәүҙә донъя күргән «Увидеть русский бунт» тигән китабында баҫылған.





Вернуться назад