Күстәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләү26.07.2016
Күстәрҙе  ҡышҡылыҡҡа әҙерләү Умартасылар был айҙа бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләй, умарталыҡтағы бөтә күстәрҙе лә ентекләп ҡарап сыға, магазиндарҙы,
икенсе корпустарҙы, артыҡ рамдарҙы алып, ояларҙы кәметеп ҡуя.


Аҙыҡ туплау

Күстәрҙе ҡарағанда ундағы аҙыҡ запасы, ғаиләнең көсө (инә ҡорттоң тыуған йылы, нисә рамда үрсем булыуы), киндер япманың һәм йылытҡыс мендәрҙең сифатына иғтибар ителә һәм журналға яҙып барыла. Оялағы буш һәм ҡарайған кәрәҙҙәрҙе алып, уларҙың урынына баллы рамдар ҡуйыла. Ояла ҡалдырылған һәм рамда 1,5-2 килограмм бал булырға тейеш.
Күстәрҙең рамдар һанын кәметкәс тә, ҡорттарҙы варроатоз ауырыуынан дауалау яҡшы һөҙөмтә бирә.
Бал ҡорто ғаиләләренең көсөн тигеҙләү маҡсатында бал һалып көпләнгән рамды көслө күстән көсһөҙҙәренә күсереп ҡуйырға кәрәк.
Умарталарҙан артыҡ балды алырға һәм уны аҙығы аҙ булған ғаиләләргә бүлеп бирергә кәрәк. Яҡшы көпләнгән кәрәҙле бал келәттә һаҡлана. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ күстең көсөнә ҡарап ҡалдырыла. Әйтәйек, күс һигеҙ рам араһында урынлашһа, умартала ҡышҡылыҡҡа 15-16 килограмм бал ҡалдырыла һәм келәттә (был күскә яҙ бирер өсөн) 8-10 килограмм кәрәҙлеһе һаҡлана.
Шулай итеп, беҙҙең Баш­ҡортостан умарталыҡтарында ҡышҡылыҡҡа ҡалдырылған бал кәмендә 25 килограмм булғанда, ғаилә яҡшы ҡышлап, яҙ һәйбәт үрсеп китә.
Урман райондары умарта­лыҡтарында йыш ҡына рәшә балы йыйыла. Август айында көндәр эҫе, ә төндәр һалҡын торған йылдарҙа ағас япраҡтарында ул күп бүленә, һәм бал ҡорттары уны ихлас йыя. Ҡыш аҙ ғына миҡдарҙағы рәшә балы ла ҡорттар өсөн зарарлы. Ҡышҡылыҡҡа ҡалдырылған аҙыҡты ваҡытында лабораторияла тикшертеп, рәшә балы булғанда, уны шәкәргә алмаштырыу отошло. Ә инде лабораторияла тикшертергә мөмкинлек булмаһа, йүкә, тал, имән япраҡтарында рәшә балы күрһәгеҙ, һәр күскә кәмендә бишәр килограмм шәкәр бирегеҙ.
Шәкәр ашатыуҙы август аҙағында тамамларға кәрәк. Һуңлатып эшләгәндә, шәрбәт тулыһынса үҙләштерелмәй, кәрәҙҙәр ҙә көпләнмәйенсә ҡала, һөҙөмтәлә был уның дымланыуына һәм әсеүенә килтереүе ихтимал. Умартала кәрәҙҙәр һаны ғаиләнең көсөнә ҡарап ҡалдырыла. Әйтәйек, күс һигеҙ рамда урынлашһа, умартала туғыҙ рам ҡалдырырға мөмкин. Оялағы рамға ҡышҡы осорҙа бал ҡорто ултырмаһа, унда бал еүешләнә һәм әсей.

Алдан хәстәрләгеҙ

Бал ҡортоноң һәйбәт ҡышлауы йәй көнө күп бал алыуға ышаныслы нигеҙ булыуын умартасы яҡшы аңлай. Шуның өсөн умар­талыҡтарҙы ҡышҡа әҙерләү күстәрҙе баҙҙарҙан сығарып ҡуйғас та башлана. Төп бал йыйыу осорона көслө күстәр әҙерләү хәстәрлеге күрелә. Ояларҙа кәрәҙҙәр яңыртыла, күс айырыу ваҡытында ҡарт инә ҡорттар йәштәре менән алмаштырыла.
Ҡорт баҙын йәй көнө үк әҙерләп ҡуялар, кәрәк икән, ремонт яһайҙар, уларҙы елләтәләр, һәйбәтләп киптерәләр. Ҡорот­ҡостарға һәм бәшмәк ауы­рыуҙарына ҡаршы көкөрт газы менән эшкәртәләр. Бының өсөн уның мөйөштәрендә (бер кубометр бина эсенә 20 грамм иҫәбенән) көкөрт яндыралар. Ҡайһы бер умартасылар бындай эшкәртеүҙе бер нисә тапҡыр үткәрә. Баҙҙың стеналары эзбиз менән ағартыла.
Көслө күстәр һәм ояла сифатлы аҙыҡ запасы булған умарталар ғына уңышлы ҡышлай. Билдәле булыуынса, эшсе бал ҡорто йәй көнө уртаса 35 – 40 көн генә йәшәй. Ғүмеренең беренсе көнөнән алып һуңғыһына тиклем ул кө­сөргәнешле бил бөгә һәм бик тиҙ ҡартая. Төп бал йыйыу осоронда улар уртаса 27 көн генә йәшәй. Август айында, сентябрҙең беренсе ун көнлөгөндә тыуған эшсе ҡорттар иркен ҡышлай һәм яҙ көнө үҙҙәренә алмашҡа йәш ҡорттарҙы тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Ҡыш­ҡылыҡҡа ҡалған ҡорттар бала тәрбиәләүҙә, бал һуты йыйыуҙа йәки шәкәр шәрбәте эшкәртеүҙә ҡатнашмаҫҡа тейеш. Бала тәрбиәләүҙә һәм шәкәр шәрбәте эшкәртеүҙә ҡатнашҡан эшсе ҡорттар яҙға тиклем йәшәй алмай, аҡрынлап үлеп бөтә.
Төп бал йыйыу осоро тамамланғас, инә ҡорттарға күпләп бала һалыр өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.
Инә ҡорттарҙың күпләп бала һалыуына бер нисә шарт кәрәк. Беренсенән, күс айырған мәлдә алынған йәш инәләрҙең булыуы. Улар, оло инәләр менән сағыштырғанда, көн һайын баланы күберәк һала һәм был процесты бер-ике аҙнаға оҙағыраҡ дауам итә. Икенсенән, ояларҙа инә ҡорттарға бала һалыр өсөн сифатлы кәрәҙҙәрҙең булыуы мотлаҡ. Ҡайһы бер йылдарҙа умарталыҡтарҙа ояларҙа ҡалдырылған рамдар бал менән тула, инә ҡорттарға бала һалырға урын булмай. Бындай осраҡта күстәрҙең үлеүе күҙәтелә. Өсөнсөнән, әгәр эшсе ҡорттар август айында көн һайын аҙ ғына булһа ла бал һуты, һитә килтереп торһа, ояла бала тәрбиәләү эше яҡшы бара.
Әгәр тәбиғәттә бал һуты биргән сәскәләр булмаһа, көндәр ямғырлы торһа, инә ҡорттар бала һалыуҙы иртә тамамлай. Шуға күрә лә бындай шарттарҙа күстәрҙе емләргә кәрәк. Был маҡсатта аҙ баллы рамдарҙы файҙаланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Ҡыш көнө көслө бал ҡорто ғаиләләре, бер бал ҡортона иҫәпләгәндә, көсһөҙҙәре менән сағыштырғанда балды аҙыраҡ ашай һәм яҡшыраҡ ҡышлай. Тәжрибә шуны күрһәтә: ҡарт инәле күстәрҙә бал ҡорттары ҡыш күберәк үлеүсән, сөнки уларҙа июль айында тыуғандары күп була.
Йәш инә ҡортло күстәрҙә, ғәҙәттә, эшсе ҡорттар аҙыраҡ үлә, сөнки улар — башлыса август һәм сентябрь айҙарында үрсетелгән ҡорттар. Бындай бал ҡорто ғаиләләре яҙ көнө көслө була һәм уларҙы төп бал йыйыу осорона әҙерләүе лә еңелгә тура килә.

Быны белергә кәрәк

Өлгөргән балдың сағыш­тырмаса ауырлығы 1,4-1,45-кә тигеҙ.
Шәкәрләнгән балды шыйыҡ­латырға мөмкин. Бының өсөн бал һалынған һауытты 60 градустағы йылы һыуға урынлаштырығыҙ.
Балды һаҡлағанда аҫта шәкәрләнгән өлөшө, ә өҫтә шыйыҡ ҡатлам барлыҡҡа килһә, был иһә уның өлгөрмәгәнлеге һәм артыҡ дымлы булыуы хаҡында һөйләй. Бындай ризыҡты оҙаҡ һаҡлап булмай.
Балды ҡоро бинала тоторға кәрәк. Унда ныҡ еҫле икенсе аҙыҡ һәм башҡа матдәләр һаҡларға ярамай, сөнки бал сит еҫтәрҙе үҙенә тиҙ һеңдерә.
Балды йүкәнән яһалған батмандарҙа, быяла, эмаль һауыттарҙа ла оҙаҡ һаҡлап була.
Көпләнгән кәрәҙҙәрҙәге балдың сифаты яҡшы була.
Балды тимер, алюмин, суйын, цинк һауыттарҙа тоторға ярамай, юғиһә ул реакцияға инә, һәм ағыулы матдәләр барлыҡҡа килә.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.



Вернуться назад