Ташламаны нисек юлларға?26.07.2016
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Финанс министрлығы пенсионерҙарға ер һалымы, шулай уҡ физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса ташлама алыу тәртибен аңлатҡан хатты баҫтырып сығарҙы. Бындай социаль ярҙам сараһы ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы пособие алған пенсия йәшендәге эшләмәгән кешеләргә күрһәтелә.


Ташлама бер генә һалым объектына, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә ҡатнашмаған мөлкәткә һәм ергә бирелә. Объектты пенсионер үҙе һайлай.
Льгота алыу өсөн уға һалым инспекцияһына ғариза бирергә кәрәк. Ғариза менән бергә һайланған объект хаҡында белдереү ҙә тапшырыла. Был эште 1 ноябргә тиклем атҡарыу шарт. Пенсионер һалым органына мөрәжәғәт итмәгән осраҡта бөтә мөлкәт өсөн һалымды иҫәпләүҙең иң ҙур ставкаһы ҡулланыласаҡ. 2014 йылдың 31 декабренә тиклем физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалымды ташлама нигеҙендә түләү хоҡуғын алған кешеләргә документтарҙы һәм ғаризаны ҡайтанан тапшырыуҙың кәрәге юҡ. Пенсионерға почта аша килгән квитанциялағы хаҡты түләү ҙә етә.

Төҙөүсегә талап арта

Дәүләт Думаһы өлөшсөләрҙең аҡсаһын йәлеп иткән төҙөүселәргә талапты көсәйтеүсе закон проектын һуңғы өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.


Документҡа ярашлы, өлөшсөләр менән эшләгән төҙөүселәр өсөн 100 мең квадрат метрға тиклемге торлаҡты һалғанда устав капиталының минималь күләме 150 миллион һум, 250 квадрат метрға тиклем — 400 миллион һум, 500 мең квадрат метрға тиклем торлаҡ төҙөгәндә 800 миллион һум, төҙөлөш майҙаны 500 мең квадрат метрҙан артҡанда бер миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
Закон өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын өҫтәмә яҡлау өсөн компенсация фондын ойоштороу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Ул шулай уҡ төҙөүсегә Интернет селтәрендә эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәтте асыҡтан-асыҡ биреү бурысын йөкмәтә.
Документ 2017 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк. Уның ҡайһы бер положениелары, шул иҫәптән төҙөүсе капиталына, поручителлек договорына, эскроу иҫәбенә ҡағылғандары киләһе йылдың 1 июленән ғәмәлгә инәсәк.



Ҡағиҙә үтәлһен өсөн

Өфө автоинспекцияһында йәмәғәт транспорты өсөн яңы штрафтар билдәләнде.


Июль айынан автобус, трамвай йәки троллейбус кеүек транспорттан файҙаланыу тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйткән яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Пассажирҙарҙы туҡталыштан ситтә ултыртҡан йәки транспорттан төшөргән өсөн водителгә өс мең һум, ҡағиҙәне ҡайтанан боҙған өсөн биш мең һум штраф һалына. Төндә транспортты рөхсәт ителмәгән урынға ҡуйған өсөн водитель — биш мең, вазифалы кеше — 10 мең, ойошма иһә 20 мең һум аҡса түләйәсәк.
Бынан ары транспортты файҙаланғанда мотлаҡ маршрут картаһы булырға тейеш. Документ юҡ икән, водителгә — биш мең, уның етәкселегенә — 30 мең, ойошмаға 300 мең штраф һалына. Тикшереү барышында транспорттың характеристикаһы маршрут картаһына тап килмәүе асыҡланһа, пассажирҙар ташыған компания 10 мең, ә ойошма 20 мең һум аҡса түләй.
Ошо көндәрҙә тейешле документтары булмаған байтаҡ маршрут таксиҙары эшкә сыҡманы. “Автобус” операцияһы барышында 2,5 меңдән ашыу тәртип боҙоу осрағы асыҡланды. 463 водителдең транспорты боҙоҡ булып сыҡты, 256 автобустың конструкцияһы үҙгәртелгән, тағы ла 241-енең маршрут картаһы булмаған.


Субсидия күләме күпме булыр?

Башҡортостанда 2016 йылға һәм киләһе йылдың тәүге яртыһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттары раҫланды. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был яңылыҡ 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү тарифтарының үҙгәреүенә бәйле.


Төбәк стандарттары йыл һайын раҫлана һәм халыҡтың айырым төркөмдәренә сығымды ай һайын аҡсалата компенсациялау, субсидия күләмен иҫәпләү нигеҙен тәшкил итә. Ҡағиҙәләргә ярашлы, субсидия торлаҡ хужаларына коммуналь хеҙмәттәр һәм торлаҡ өсөн түләү хаҡы ғаиләнең дөйөм килеменән 20 проценттан (күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн — 15 проценттан, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға — 18 проценттан) артҡан осраҡта түләнә. Төбәк стандарттары Башҡортостандағы 841 муниципаль берәмектең һәр ҡайыһы өсөн раҫлана.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы стандартын билдәләгәндә бер нисә күрһәткес иҫәпкә алына. Уларға һәр муниципалитеттағы торлаҡ фондының төҙөкләндерелеү кимәле, күп фатирлы йорттарҙа социаль ял лау килешеүҙәре буйынса торлаҡ өсөн түләү күләме, ҡулланыу нормативтары һәм тарифтар нигеҙендә асыҡланған коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм хаҡ, йорт ихтыяждарына коммуналь хеҙмәттәр сығымы, шулай уҡ капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме инә.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Башҡортостанда 800 меңдән ашыу кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн төрлө компенсация ала.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Вернуться назад