“Автобус” операцияһы: тәртип урынлаштырабыҙ26.07.2016
“Автобус” операцияһы: тәртип урынлаштырабыҙ Ҡаланан ситтә йәшәгәс, көн һайын автобус менән йөрөйөм. Бының ниндәй бәлә икәнен минең ишеләр генә аңлайҙыр: тығындар, автобуста кеше күп, тәҙрәләр асылмай, водителдәр Йоматау, Алкин, Шишмә, Дәүләкән, Туймазы яҡтарынан килгән автобустар менән уҙыш “уйнай”, бер-береһе менән бер туҡтауһыҙ телефондан һөйләшә.
Пассажирҙарҙың уңайлығы уларҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыҡһындырмай. Йәһәтерәк башҡаларҙан алда тәғәйенләнгән туҡталышҡа килеп етеү һәм кешеләрҙе йыйып алыу. Авдон автобусы бөтөн Дим биҫтәһе аша үтә. Иртәһе уңышлы булһа, водитель ҡәнәғәт. Шунда уҡ кемгәлер шылтыратып: “Байтаҡ кеше йыйҙым, килем шәп буласаҡ”, – тип әйтеп тә ҡуя. Шуға ла “Автобус” операцияһы баш­ланған тигән хәбәргә ҡыуанып та ҡуйғайным.
Операцияның тәүге өс көнө үк пассажирҙарҙы ташыу системаһындағы байтаҡ етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. 15 июлдән федераль законға индерелгән өҫтәмәләр ҙә был өлкәлә хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу талабын ҡуйҙы. Юлдарҙағы рейд башланыу менән Өфө халҡы ҡануниәттең үҙгәреүен тойҙо: бик күп маршрут автобустары рейсҡа сыҡманы, халыҡ иһә сәғәттәр буйы туҡталыштарҙа тапанды.
Өфө ҡалаһының Галле туҡталышынан Миловка, Михайловка ауылдарына, Затон биҫтәһенә автобустар ҡуҙғала. Әммә пассажирҙар үҙ маршрутын сәғәттәр буйы көтөргә мәжбур. Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге инспекторҙары феке­ренсә, был күренеш яңы закон ғәмәлгә инеү һәм “Автобус” опе­рацияһы башланыу менән бәйле. Законһыҙ рәүештә эшләгән водителдәр эшкә сыҡмаған.
Күп транспорт компаниялары иһә яңы ҡануниәтте бик урынлы тип иҫәпләй, сөнки лицензияһыҙ, страховкалау документтарын юлламай эшләгән автобус водителдәре пасса­жирҙарҙың ғүмерен хәүефле аҫтына ҡуя.
Бөгөн Өфө урамдарында биш меңдән ашыу, маршрут автобусы йөрөй, һәм меңләгән легаль булмаған ташыусы эшләй. Пассажир ташыуҙан килгән аҡса әйләнеше 5-6 миллиард тирәһе, һәм уның яртыһы тиерлек дәүләт ҡаҙнаһына эләкмәй. Ошо биш көн эсендә автобус водителдәре тарафынан 4 200 юл-транспорт ҡағиҙәһе боҙолған, 463 водитель төҙөк булмаған транспорт менән идара иткән, 256 автобустың конструкцияһын үҙгәртеп, өҫтәмә урындар эшләгәндәр, 241 автобус мар­шрут картаһы булмауға ҡарамаҫтан юлға сыҡҡан, ике водитель иҫерек килеш рулгә ултырған.
Статистика мәғлүмәттәре иһә яңы талаптарҙың бик урынлы икәнен иҫбатлай. Былтыр баш ҡалала автобустар ҡатнашлығында йөҙҙөн ашыу авария теркәлгән, юл фажиғәләрендә ике кеше һәләк булған, 154-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
...Кис ҡайтҡанда водителдең итәғәтлелегенә хайран ҡалдыҡ. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәй, ҡыумай, баҫып барған пассажирҙарға нығыраҡ тотонорға кәңәш бирә. Баҡһаң, маршрут буйынса алдан барған шофер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа торғанын хәбәр итеп килә икән...




Вернуться назад