Кешене өмөт йәшәтә, йәки Пенсионер булыу еңелме?26.07.2016
Кешене өмөт йәшәтә, йәки Пенсионер булыу еңелме? Пенсионерҙарға ҡағылышлы мәсьәләләр әленән-әле ҡалҡып сығып ҡына тора. Йә пенсия йәшен арттыралар, йә йәше еткәндәрҙе эшләтмәүгә бәйле нескәлектәрҙе өйрәнәләр, пенсияның күләменә ҡағылышлы бәхәстәр ҙә һаман асыҡ ҡала. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев менән финанс министры Антон Силуановтың ҡатындарҙың һәм ирҙәрҙең пенсия йәшен тигеҙләү тураһындағы тәҡдиме ҙур яңғыраш алһа, әле килеп йәнә пенсияны индексациялау хаҡында бәхәс бара.


Хаҡлы ял кемде шатландыра?

Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илдә 41 миллион самаһы пенсионер иҫәпләнә. Әлбиттә, шул сама халыҡтың һәр ҡайһыһының үҙ проблемаһы, зары булыуы ла ғәжәп түгелдер. Элегерәк пенсияға китеү ваҡытын күптәр һағынып көтөп алһа, һәм был ваҡиға бөтә коллектив менән тантаналы итеп билдәләнеп, хаҡлы ялға китеүсегә оло хөрмәт күрһәтелһә, бөгөн 55, 60 йәшкә етеүселәр быға артыҡ шатланмай ҙа кеүек. Кемдер дәүләт ярҙамына ғына ышанып ялға китергә ҡурҡһа, икенселәре, кейгән ҡамытын һалырға уйламай, һаман да уны тартыуын белә.
Хаҡлы ялға сыҡһаң, бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына иртәнән-кискәсә эшләргә түгел, йәнең теләгән шөғөл менән булырға мөмкин, талаптар ҙа, бурыстар ҙа юҡ, ваҡытында аҡсаһы ла килеп тора. Тик дәүләткә генә ышанып, тыныс ял итеп буламы бөгөн, әллә инде бәхетле ҡартлығыңды үҙеңә хәстәрләргә кәрәкме?

Ҡатындар дәүләткә ҡыйбатыраҡҡа төшә

Илдә оло йәштәгеләрҙең 83 проценты — ҡартлыҡ, яҡынса алты проценты — инвалидлыҡ, өс процентҡа яҡыны ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алһа, һигеҙ проценты башҡа сәбәптәр нигеҙендә дәүләт тарафынан тәьмин ителә. Һандарға күҙ һалһаң, көндәлек тормошта нығынған “көслө” һәм “көсһөҙ” зат тураһындағы фразео­логизмдың да дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡ күренә. Мәҫәлән, Рәсәйҙә ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо – 64 йәш, улар 60-тан хаҡлы ялға китә. Ҡатындарҙыҡы иһә — 75,6 йыл, шулай булһа ла, улар 55-тән үк пенсия ала башлай. Шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙҙар ил бюджетына ирҙәргә ҡарағанда биш тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа төшә, тип белдерә белгестәр.
Рәсәй халҡының ғүмер оҙонлоғо сит илдекеләрҙән күпкә ҡыҫҡараҡ, тиһәләр ҙә, белгестәр бында ла бырыбер ҙур үҙгәрештәр булыуын күҙәтә. Мәҫәлән, ХIX быуатта ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо — 38, ҡатындарҙыҡы 42 йәш кенә була, ә ХХ быуаттың 30-сы йылдарынан был һан 42 йәштән 68-гә тиклем күтәрелеп, кешеләр элеккегә ҡарағанда пенсияла ике тапҡырға күберәк йәшәй башлаған.
Әммә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә ҡартлыҡ Көнбайышҡа ҡарағанда барыбер ҙә тиҙерәк килеп етә, тип билдәләнә. Профилактик медицина дәүләт фәнни-тикшереү үҙәгенең фән һәм дауалау эштәре буйынса директор урынбаҫары Ольга Ткачева әйтеүенсә, илдә 65 йәштән үткәндәрҙең 20 проценты — хәлһеҙ, 63 проценты үтә хәлһеҙ тип иҫәпләнә. Шуға ла, пенсионерҙарҙың ғүмерен оҙайтыу, уларҙың һаулығын ҡайғыртыу маҡсатында, былтыр март айында илдә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш гериатры тигән яңы вазифа булдырылды. Әйткәндәй, ул вазифаға Ольга Ткачева тәғәйенләнде лә инде. Уның ҡарамағында – оло кешеләрҙең һаулығын һәм именлеген контролдә тотоу, ярҙам күрһәтеү. Гериатрҙар ҡарттарға ғына хас булған астения проблемаларын, йәғни, икенсе һүҙ менән әйткәндә, хәлһеҙлекте дауалау менән шөғөлләнә, сөнки нәҡ ошо сәбәп бөтә ауырыуҙарға нигеҙ булып тора.
Ә бына Санкт-Петербург ҡалаһының геронтология буйынса белгесе Владимир Хавинский пенсияға сығыу йәшен бер нимәгә ҡарамай үҙгәртеү яғында. “Был — беҙҙең киләсәк. Эшләгән кешенең дәрте лә, ыңғай эмоциялары ла күберәк, уларҙа киләсәк тормошҡа ынтылыш та көслөрәк була. Ә инде эштән сыҡҡандарҙың күбеһе, үҙен бер кемгә лә кәрәкһеҙ тип иҫәпләү сәбәпле, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп барыусан. 2020 йылда ерҙә 60 йәште уҙған бер миллиардтан ашыу кеше буласаҡ. Кеше ғүмерен оҙайтыу мөмкинлеге бар, ғүмер сиге — 120 йәш”, — тип белдерә ул эксперт советы ултырышында.
Яңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ла ғүмер оҙонлоғон арттырыу планы ҡабул ителде һәм ике-өс йыл эсендә уны 70-тән 72 йәшкәсә арттырыу бурысы ҡуйылды. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бының өсөн һаулыҡ һаҡлау тармағында етди үҙгәрештәр кәрәк булыуын да билдәләне. Был йәһәттән һаулыҡ һаҡлау тармағындағы хәлдәр ентекле өйрәнелә һәм айырым программа әҙерләнә. Артабан ошо план буйынса эшләй башларға тейешбеҙ.

Йәштәр теләмәй, гастарбайтерҙың хәленән килмәй

Күптәр пенсионерҙарҙы эскәмйәлә хәбәр һатып, донъяға зарланып ултырыусылар тип күҙ алдына килтерә. Әлбиттә, араларында төрлөһө барҙыр. Булған аҡсаһына ла шөкөр итеп, дәүләткә рәхмәттәр уҡығандар ҙа, пенсияһын әҙһенеп, дәғүә белдереүселәр ҙә етерлек. Тик мәсьәләгә төптәнерәк күҙ һалһаң, Рәсәй пенсионерының портреты ысынбарлыҡҡа тап килеп етмәүен асыҡ күрәһең.
Пенсионерҙарҙы һанға һуғып бармаһалар ҙа, бөгөн уларҙан башҡа эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтерә алмаған өлкәләр күп. Эш хаҡы аҙ, талаптар юғары булыу сәбәпле, йәш белгестәр башҡарырға теләмәгән, ситтән килгән гастарбайтерҙың хәленән килмәгән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фән, мәҙәниәт кеүек өлкәләрҙә башлыса пенсионерҙар эшләй ҙә инде. Алмаштырғыһыҙ кешеләр булмай, тиһәләр ҙә, бөгөн, мәҫәлән, ҡайһы бер табиптарҙың пенсияға китеүе борсолоу, хатта ҡурҡыу уята, сөнки иртәгәнән уларҙы алмаш­тырырҙай йәштәр юҡ. Дипломлы йәш белгестәр башлыса ҙур хеҙмәт хаҡы, уңайлы шарттар талап итә шул.
Беҙҙең пенсионерҙар, сит илдәге тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, ҡайҙалыр диңгеҙ буйына барып ял итеүҙән, сифатлы медицина хеҙмәтләндереүенән дә мәхрүм. Быларҙың береһе лә уның хәленән килмәй. Ошо арҡала һуңғы йылдарҙа пенсионерҙарҙың 18 процент самаһы дауаханаға ята алмаған, 38 проценты кәрәкле дарыуҙар һатып алыуҙан баш тартҡан. Ә инде түләүле операция кәрәк булғанда, оло йәштәгеләрҙең ни бары 17 проценты ғына үҙ аҡсаһы булыуы, 50 проценты бурысҡа алып тороуы, 36 проценты ҡайҙан аҡса табыуҙы күҙ алдына ла килтермәүе, 34 проценты яҡындарының ярҙамына таяна алыуы, 57 проценты бының һуңғы сик, бер нимә лә эшләп булмауы хаҡында белдергән.

Эшләргә, ярамай
ял итергә

Пенсионерҙарҙы артыҡ мыжырға, зарланырға ярата тибеҙ. Ә бит уларҙың ҡайһы берҙәренең зарында ла хаҡлыҡ бар. Мәҫәлән, иртәнән ҡара кискәсә намыҫлы хеҙмәт итеп тә, ғәҙел рәүештә пенсия билдәләнмәгәненә нисек үпкә­ләмәйһең? Пенсия тәғә­йен­ләгәндә кемеһенеңдер колхозда тир түккән йылдары иҫәпкә алынмаған, икенсе береһенең документтары архивта юғалған, өсөнсөләре үтә бәләкәй хеҙмәт хаҡына бил бөгөү сәбәпле аҙ күләмле пенсия менән ялға киткән. Ошо турала, исмаһам, эскәмйәлә ултырып булһа ла зарланырға, күңел бушатырға ярайҙыр бит? Тағы ла шуныһы мөһим: нимә генә тиһәләр ҙә, беҙҙең пенсионерҙар ҡартайып хәлдән тайғансы балаларын хәстәрләүҙән туҡтамай, шул арҡала йәше етеп, хаҡлы ялға китә алған кешеләр “Эшләргә ярамай ял итергә” һүҙбәй­ләнешендә тыныш билдәһен дә үҙе теләгән урынға ҡуя. Күп осраҡта йәше етеп тә пенсияға сыҡмауҙың сәбәбе балаларҙа. Һәр ата-әсә, үҙенән өҙөп булһа ла, балаһына, ейәндәренә ярҙам итергә тырыша. Бында инде сит илдекеләр кеүек үҙеңде генә ҡайғыртып, ҡайҙалыр ял итеү, дауаланыу тураһында уйларлыҡ урын да ҡалмай. Әҙме-күпме мираҫ ҡалдырыу теләге лә — рәсәйҙәрҙең ғүмер оҙай­лылығына тәьҫир иткән, уның сифатын насарайтҡан кире сифат. Шуныһы ҡыҙыҡ: бындай сифат Көнбайыш халҡында бөтөнләй юҡ тиергә була. Шуға күрә беҙҙең оло йәштәгеләргә лә Көнбайыш социомәҙәни стандарттарын һеңдерергә кәрәк, сөнки позитив программаның булмауы ғүмерҙе кәмендә ике йылға ҡыҫҡарта тип бара белгестәр. Элек, Рәсәйҙә пенсия түләнмәгән ваҡытта, ғаиләләр күп бала тәрбиәләп үҫтергән, һәм ошо балалар “тере пенсия” булып торған. Дәүләт пенсия тәғәйенләй башлағас, балаларға ҡарата булған матди ихтыяж да ҡырҡа кәмей. Шул арҡала тыуым кимәле ҡыҫҡарып, демографик көрсөк тыуа. Был мәсьәләне дәүләт икенсе балаға — әсәлек капиталы, өсөнсө балаға — ер, бишенсе балаға миҙал биреп булһа ла яйларға тырыша ла бит...
Ғәҙәттә, ҡаланыҡылар коммуналь түләүҙәргә еткерә, ауылдыҡылар бесән, утын алдыра алмағанда, балаларҙы кем өсөн үҫтерҙегеҙ, тип ауыҙҙарын ябырға тырышалар. Тик көнө буйы эштә булған был балаларҙың ата-әсәһенә ярҙам итерлек мөмкинселеге бармы һуң? Уҡығандары, яңы эшкә төшкәндәре аҙ-маҙ ғына хеҙмәт хаҡының яртыһын тиерлек кеше фатирында торған йә иһә ипотека өсөн түләй, ғаилә ҡорғандары үҙ балаларына ла еткерә алмай. Атай-әсәйгә ярҙам итеү тураһында ауыҙ ҙа асырлыҡ түгел. Был йәһәттән улар үҙҙәре ярҙамға килергә мәжбүр. 90 йәшкә етеп тә 70-те үткән балаларына ярҙам иткәндәр ҙә бар әле бөгөн. Юҡҡа ғына белгестәр балалары булмаған пенсионерҙарҙың хәллерәк йәшәүен билдәләмәй шул.

Хәлдәр нисек,
кәйефегеҙ шәпме?


Йыл аҙағына пенсияны икенсе тапҡыр индексацияларға вәғәҙә биргәйнеләр ҙә бит, тик май айында Премьер-министр Дмитрий Медведев әлегә индексация тураһында ҡарар ҡабул ителмәүе, был мәсьәләнең иҡтисади хәлдән сығып ҡына ҡаралырын белдерҙе.
Ғөмүмән, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин белдереүенсә, беҙҙә ярлы пенсионерҙар бөтөнләй юҡ икән. Хаҡлы ялға сыҡҡан граждандарға ай һайын кәмендә йәшәү минимумы күләмендә аҡса түләнә һәм шул арҡала артыҡ зарланырлыҡ урын да ҡалмай, имеш. Әйткәндәй, былтыр иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев та, 2016 йыл аҙағында пенсияны икенсе тапҡыр индексациялауға аҡса табылырға тейеш, тип өмөтләндергәйне. Шуға күрә лә был ниәт уңышлы тормошҡа ашырылһа, пенсионерҙарыбыҙ тағы ла нығыраҡ байып китерме икән, тип “көнләшеп” тә ҡуяһың.
Ә пенсонерҙар — түҙемле халыҡ, етәкселәр ҡушҡас, һис шикһеҙ, һау-сәләмәт булып, кәйефтәрен төшөрмәй аҡса янсыҡтарының ҡалынайыуына өмөт итеп, вәғәҙәләрҙең тормошҡа ашырын көтөр. Өмөт кешене йәшәтә...






Вернуться назад