Тормош серен сатраш белә26.07.2016
Бала саҡта дуҫым сатраш таҡтаһын тотор ҙа килеп етер ине. Ә мин, имеш, ағайымдар менән уйнап ялҡҡанмын, теләк ҡалмаған. Тик гел алдаштырып булмай үҙен: теңкәне ҡорота бирһә, уйнарға ла тура килә. Уңышты алмашлап кисерҙек. Хәҙер уйлап ҡуям: уйындың еңелеүҙе лайыҡлы ҡабул итергә өйрәтеү йәһәтенән генә лә файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.

Сатраштың ыңғай яҡтары бынан тыш та бихисап икән. Белгестәр уны балаға башланғыс кластарҙа уҡ өйрәтергә кәрәк тип һанай. Уйын айырым шәхескә лә, коллективҡа ла ыңғай тәьҫир итә. Айырыуса йәштәргә, уларҙың холҡон, мөмкинлектәрен формалаштырыуға яҡшы йоғонто яһай тип һанайҙар. Халыҡ-ара шахмат федерацияһының девизы ла бит – “Беҙ барыбыҙ ҙа бер ғаилә”. Тимәк, уйын кешеләрҙе берләштереүгә, бер-береһенә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә булышлыҡ итә тиергә мөмкин.
Д. Ушинский, В. Сухомлинский кеүек билдәле педагогтарҙың хеҙмәттәрендә лә шахматтың әһәмиәте хаҡында әйтелә. “Аң һәм хәтер мөмкинлектәрен сатрашһыҙ үҫтереүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай”, ти В. Сухомлинский. Ә шахмат буйынса донъя чемпионы, психология фәндәре докторы Эмануэль Ласкер иһә: “Уйынға өйрәтеү үҙаллы фекер йөрөтөүҙе лә тәрбиәләргә тейеш”, – тип билдәләй.
Сатраш балаларҙағы ыңғай сифаттарҙы үҫтерә, уларҙы яуаплы, айыҡ аҡыллы, йыйнаҡ булырға өйрәтә. Әхлаҡи һәм рухи яҡтан да тәрбиәләй. Белгестәр йәнә шулай ти: “Күптәр ваҡытын бушҡа сарыф итеп, туҙға яҙмаған ғәмәлдәр атҡара. Былай ярамай, дөрөҫ түгел. Ғүмер мәғәнәле үтергә тейеш. Сатрашта иһә һәр аҙым уйланғанда ғына билдәле һөҙөмтәгә килтерә. Шуға ла кеше уның аша үлсәп баҫырға ғәҙәтләнә”. Унан тыш, сатрашта алдан планлаштырып түгел, ә килеп тыуған хәлгә ярашлы ҡарар сығарырға өйрәнәһең. Тимәк, шахматты оҫта уйнаған кеше тормоштоң төрлө шарттарында юғалып ҡалмай.
Шул уҡ ваҡытта сатраш уйынын мина яланында йөрөгән сапер менән дә сағыштыралар. Йәғни кеше берҙе генә яңылыша. Уйланмай яһалған аҙымдың еңелеүгә килтереүе бар. Тимәк, нимә сәсәһең – шуны ураһың. Уйында шундай ҡағиҙә лә бар бит: әгәр бер һынды тотһаң, уның менән йөрөргә тейешһең. Һөҙөмтәлә кеше, теләйме-юҡмы, уйланырға мәжбүр була.
Билдәле психолог Ирвинг Ялом былай тигән: “Партия бөткәс, барлыҡ һындар ҙа – король дә, пешкалар ҙа – бер таҡтаға инеп ята”. Тимәк, тормош өсөн фәһем алырға мөмкин. Һәр һындың үҙ роле барлығы йәнә иғтибарҙы йәлеп итә: “ат”, “офицер”, “турка”... Ләкин пешканың, таҡтаның һуңғы һыҙығына етеп, ферзға әйләнә алыуын иҫтән сығарырға ярамай. Йәғни тормошта ла ябай кеше төрлө юғарылыҡҡа үрләй ала.
Күп кеше сатрашты тәбиғәттән юғары интеллект менән тыуғандарҙың уйыны тип һанап яңылыша. Бәғзеләр бит уйнай-уйнай мөмкинлектәрен үҫтерә. Был йәһәттән ғалимдар, шахмат мейенең ике яртыһын да әүҙемләштерә, ижади һәләтте арттыра, ти. Табиптар иһә хәтерҙе яҡшыртыуын билдәләй. Шахмат шулай уҡ Альцгеймер ауырыуына ҡаршы көрәштә тәҡдим ителә.
Яҙылғандарҙа сатраштың ыңғай күренештә­ренән, бәлки, бер өлөш кенә әйтелгәндер. Ләкин шунан сығып та уҡыусы үҙ һығымтаһын сығара алыр.


Ҡайҙа “Кока-кола” – шунда шатлыҡмы?

Исеме донъяуи кимәлгә билдәле бер тәғәмханала ике егет ултырҙы. Ашанылар, эстеләр... Ә нимә менән туҡланғандарын ҡала дауаханаһының табиптары һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эксперттар ғына белде: егеттәр тиҙ арала реанимацияға килтерелде, уларҙы команан сығарыу өсөн көрәштеләр...


Әлбиттә, был эсемлектән йәштәрҙең күбеһе азат түгел. Етмәһә, көн-төн зәңгәр экрандарҙа реклама әйләндерәләр: “Ҡайҙа йәй – шунда “Кока-кола”, ҡайҙа “Кока-кола” – шунда һин, ҡайҙа һин – шунда шатлыҡ...” Бик мауыҡтырғыс яңғырай бит. Ә кем һуң матур һүҙҙәргә ылыҡмай, иремәй?
Уларҙың аҫтынан хәйләкәр йылмайған әжәлде генә күрмәйбеҙ кеүек. Уйлап ҡараһаң, был эсемлектең рецебын Атланта ҡалаһының “Сан траст банкы” (Sun Trust Bank) сейфында һаҡлайҙар – “Кока-кола”ның рецепт формулаһын белеүгә компанияның ике етәксеһе генә хоҡуҡлы. Ошо ваҡиға уҡ үҙеңдең, балаларыңдың һаулығы тураһында уйланырға этәрмәйме икән? Эсемлектең тауар ярлығына ҡарағанда ла, бер ни тиклем “ағыу”ҙарҙы асыҡ күрергә була: ортофосфор кислотаһы (E338), кармазин (E122), фенилаланин, тәбиғи ароматизаторҙар, шәкәр буяуы (Е150), углерод диоксиды (Е290), аспартам (Е951), натрий бензоаты (Е211), кофеин.
Бөгөн ғалимдар халыҡ-ара ғилми конферен­цияларҙа донъяға билдәле эсемлектең кешелеккә янаған хәүефе хаҡында сығыш яһаһа ла, ни сәбәптәндер, ағыуҙы һаман еңеп булмай. Ә бит “Кока-кола” тиҫтәләгән ауырыу барлыҡҡа килтерә, улар араһында иң ҡурҡынысы – ашҡаҙан, бауыр, эсәк буйҙарында яман шеш барлыҡҡа килеүе. Ә ҡыҙығы шул: беҙ яратҡан эсемлекте хужалыҡта ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, ул сәйнүккә ултырған юшҡынды, башҡа әйберҙәрҙәге тутты тиҙ арала һәм сифатлы бөтөрә. Ҡайһы бер водителдәр уны техниканың аккумуляторы тоташтырылған, тутланған, хромланған урындарҙы таҙартыу өсөн ҡуллана. Тағы ла раковинаны, бәҙрәф йыуыу өсөн дә шәп шыйыҡса.
“Кока-кола” бер быуаттан ашыу ваҡыт элек Американың Атланта ҡалаһында фермер тарафынан уйлап сығарыла. Йүнсел уны артабанғы рәсми хужаһы Джон Ститҡа һата. Эсемлектең исеме баштағы рецебына бәйле барлыҡҡа килә: уға өс өлөш кок япрағы, бер өлөш кола сәтләүеге һалыр булғандар. Тәүгеһенең кокаин тип йөрөтөлөүе билдәле. Шулай итеп, “Кока-кола” тигән үҙенсәлекле исем табыла. Тарих һөйләүенсә, уны ҡайһы берәүҙәрҙең күпләп эсеп, холҡо насар яҡҡа үҙгәреүе һөҙөмтәһенән сығып, составындағы кокаинды алып ташларға булалар. Әммә уны алмаштырған матдәләр әҙме ни?!
Ғалимдар әйтеүенсә, әгәр “Кока-кола”ға боҙ һалып эсһәң – ашҡаҙан һалҡынды эшкәртә алмай, һимереүгә килтерә, ә утыҙ градус эҫелә йылынғаны метанол һәм формальдегидҡа әйләнә, йәғни ағыуға, канцерогенға. Тимәк, уйланырға, уянырға ваҡыт.




Вернуться назад