Аҡтамырҙай үҫер ерҙә26.07.2016
Мәләүез төбәгендә тамъян, ҡыпсаҡ, юрматы
ырыуҙарына арнап стела ҡуйылды.


Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,
Һаумыһығыҙ, йәштәр, ҡарттар.
Хәлдәрегеҙ арыу, шәпме,
Нисек әле һеҙҙең эштәр?

Тыуған ерҙең тартыу көсө
Арта бара йылдар менән.
Беҙҙең яҙмыш бәйләнгән бит
Кендектәге ҡылдар менән.

Сәстәремә сал ятһа ла,
Имсәгеңде һаман имәм.
Һинән генә алам тәүфиҡ,
Һинән генә алам иман.

Ят яҡтарҙың ере ташлы,
Тамыр йәйеү үтә ауыр.
Ғүмер буйы асфальт тишеп
Яна йөрәк, кибә бауыр.

Беҙҙең заман — һалҡын заман,
Күңел өшөй йылы юҡҡа.
Күпме меҫкен ғазаплана
Алға барыр юлы юҡҡа.

Тамъян, ҡыпсаҡ, юрматыһы
Бер туғандай тойһон үҙен.
Замандашым, бөгөн беҙгә
Кәрәк өмөт, кәрәк түҙем.

Ел иҫте тип тәгәрләргә
Ҡамғаҡ түгел минең халҡым.
Аҡтамырҙай ерҙә үҫер,
Ҡояш булып күктә балҡыр.





Вернуться назад