Төйәктең рухи ҡалҡаны26.07.2016
Төйәктең рухи ҡалҡаны Ағинәйҙәрһеҙ тормош күңелһеҙ, ауыл нурһыҙ кеүек. Тап улар төйәкте йәшәтә, уға ҡот, йәм, йән өрә. Улар рухи ҡалҡанға әүерелде тиһәк, һис тә шаштырыу булмаҫ.

Сәғит ауылында ағинәйҙәр ҡоро барлыҡҡа килеүенә күп тә түгел, әммә ундағы тормошто хәҙер ошо инәй-апайҙарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Күп тә түгел үҙҙәре – ни бары ун ике бөртөк. Ә башҡарған эштәре, ҡылған ғәмәлдәре менән ҙур коллективты хәтерләтәләр. Ауылдағы бер мәҙәни сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Барыһының да уртаһында ағинәйҙәр ҡайнай: ойоштора, бүтәндәрҙе йәлеп итә, килендәрҙе өйрәтә, йәш быуынға өлгө күрһәтә.
Ағинәйҙәр клубы мәктәптең бер бүлмәһендә урынлашҡан. Унда өлкәндәр аҙна һайын осрашып, эш планын ҡора, саралар теҙмәһен раҫлай. Ҡор етәксеһе – Фәнилә Ҡәйепова, уның “уң ҡулы” – ветеран, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Гөлдәр Ҡәйепова. Иң олоһо Рушан Ҡәйеповаға 75 йәш булһа, иң йәшенә – 55.
Фәнилә Шакирйән ҡыҙы әйтеүенсә, ағинәйҙәр ҡорона теләгән һәр кемде ҡабул итмәйҙәр. Ул ауылдаштары араһында абруйлы, ғаиләлә ихтирамлы булырға тейеш.
– Әгәр ҙә үҙеңдең ғаиләң өлгөлө булмаһа, йәшәйешең насар, ҡылған ғәмәлдәрең яҙыҡ икән, нисек итеп башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртерһең, кәңәш бирерһең?! Һүҙеңә лә, үҙеңә лә иғтибар биреүсе булмаясаҡ. Беҙ шулай уҡ “йәшел йылан” менән дуҫ ғаиләләрҙе даими күҙәтеү аҫтына алдыҡ, кәрәк саҡта яҡшы һүҙ менән дәртләндереп, ҡайһы осраҡта оялтып алабыҙ. Иң мөһиме – йәш быуын ағинәйҙәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һала, кәңәшебеҙҙе тота. Эшкә аҡһаҡалдарҙы ла йәлеп итә алһаҡ, тағы ла яҡшы булыр ине”, – ти ағинәйҙәр.
Бына шундай дәртләнеп һәм сәмләнеп донъя көткән, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ағинәйҙәр күберәк булғанда, донъя тағы ла йәмләнер, матурланыр.






Вернуться назад