Аҙна башында Сыуаш, Татарстан республикаларында ҡоторған циклон кисә беҙгә лә килеп етте. Ике айға яҡын яуым-төшөмһөҙ интеккәйнек, бер көн эсендә ҡарҙың ун көнлөк күләме яуҙы, урамдарға көрт ятты, юлдарҙы ҡар ҡапланы, электр сымдарын һырып алды. Күҙ асҡыһыҙ буран транспорт хәрәкәтенә лә ҡамасауланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар юлдарҙы таҙартып өлгөрмәй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шәхси транспортта юлға сығыуҙы кисектереп торорға саҡыра. Эстакада, күпер, юл үткәргестәр аша үткәндә һаҡ булырға кәрәк, сөнки тап ошо урындарҙа боҙ ҡатлауы барлыҡҡа килә. Ҡарҙың ауырлығы арҡаһында төрлө конструкция, төҙөлөш объекты, иҫке биналарҙың емерелеүе ихтимал, электр сымдары эргәһендә йөрөмәгеҙ, уларҙың өҙөлөүе бар.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә шәхси автотранспорт менән юлға сығыуҙан баш тартырға саҡыра. Әгәр ҙә руль артына ултырҙығыҙ икән, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Һуңғы тәүлек эсендә Өфөлә генә 145 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, дүрт кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Ҡарҙың күплеге арҡаһында баш ҡала урамдарында тығындар барлыҡҡа килде. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөнсө көн көсәйтелгән режимда эшләй.
“Башгидромет” үҙәге начальнигы Анна Козаева әйтеүенсә, циклон кисә республиканың көнсығышына йүнәлгән. Үткән тәүлек эсендә иң күп яуым-төшөм Йылайыр районына тура килгән, ҡарҙың ҡалынлығы 11 миллиметр тәшкил иткән.
Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.