Халҡы еренә хужа – Алға барыр Исҡужа!21.07.2016
Исҡужаны тырыш, уңған, дәртле, берҙәм халыҡ төйәк иткән. Үҙҙәре әйтеүенсә, килмешәктәр юҡ бында, барыһы ла – ошо ауылда тыуып үҫкән, тәпәй баҫҡан кешеләр. Улар бер-береһен бала саҡтан белә, нәҫел-нәсәбен таный, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, үҫеп килгән быуынға өлгө күрһәтә. Һөҙөмтәлә ауылда йәштәр күпләп төпләнә, үҙ эшен аса, балалар үҫтерә.

Тирбәтеп киләсәк бишеген

Йәмле Ташлытау итәгенә һыйынып ултырған Исҡужа. Эргәнән Кесе Йылайыр йылғаһы аға. Күркәм төйәк Ҡашҡар ауыл биләмәһенә ҡарай. Унда башланғыс мәктәп менән балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған социаль объект бар, күптән түгел мәсет асылған. 56 йорт-хужалыҡта 230-ҙан ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 74-е – балалар. Дүртәү йүнселлек менән шөғөлләнеп, төйәкте тотоп тора, ауылдаштарын эшле һәм ашлы итә. Борондан йәшәгән нәҫелдәр – Тусалиндар, Юлгилдиндар, Аҡташевтар, Алғошаевтар.
Ауыл янынан Сибай – Өфө автобус юлының үтеүе исҡужалар өсөн айырыуса уңайлы: яҡындағы ҡалаларға йөрөү, район үҙәгенә барыу өсөн транспортты оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Уңған халыҡ йәй һәм көҙ көндәре трасса буйында продукция тәҡдим итә. Быйыл еләк ишелеп уңған: бер-бер артлы теҙелгән тулы силәктәр үҙҙәре үк ҡулға һонолғандай.
Ғөмүмән, юҡтан бар яһап, үҙ көсө менән йәшәй халыҡ. Әйткәндәй, ауылдың янында Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идара­лығына ҡараған “Исҡужа” карьеры эшләй. Ул кешеләрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән берҙән-бер сәнәғәт предприятиеһы булһа ла, туҙаны ауыл халҡын борсой.
Исҡужа – төҙөк ауыл. Йорттары әллә ҡайҙан көлөп тора, хужалары ла илгәҙәк, ихлас. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы йорт һалып инергә теләгәндәр өсөн ер етмәй, бөтөнләй юҡ тип әйтергә лә мөмкин. Ә кешеләрҙең өй төҙөргә, тыуған төйәгендә тормош ҡорорға теләге ҙур. Улар менән яҡындан таныштырыу маҡсатында бер нисә йәш ғаиләлә булып, һәммәһендә лә хужаларҙың егәрлелегенә, уңғанлығына һоҡландыҡ, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең үҙ-ара татыу йәшәүен күреп ҡыуандыҡ, һәр береһенең шәхси эше барлығы, төйәгенең яҙмышы өсөн янып йәшәүе, балаларға ла шундай тәрбиә биреүе күңелдә ғорурлыҡ хисе уятты. Ысын илһөйәрҙәр бына ниндәй була! Бына ҡайҙа башҡорттоң киләсәк бишеге тирбәлә, ерҙең ышаныслы хужалары үҫә!

Алсыновтарҙың алтын маҡсаты

Сәскәләй биш ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Хәҙисә һәм Альфред Алсыновтарҙы ауылдаштары элек-электән йәшелсәселек менән уңышлы шөғөлләнгән ғаилә тип белә.
1998 йылда колхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғас, йорт хужаһы, бәләкәй теплица эшләп, ҡыяр ултырта. Тәүге йылда уҡ байтаҡ уңыш алғас, шөғөлдөң табышлы икәненә төшөнә ул. Иш янына ҡуш тигәндәй, ауыл эргәһенән ер алып сәскән картуфы ла емерелеп уңа. “Икенсе икмәк”те хатта баҙарға сығарып та өлгөрмәй, өйөнән килеп алып бөтәләр. Хужа, дәртләнеп, теплицаны киңәйтә.
– Ҡыярҙы мартта сәсәбеҙ, башлыса “Маша” тип аталған сортҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ, – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты Алсыновтар. – Орлоҡто күмәртәләп Өфөнән алабыҙ. Тәүге уңыш май башында күренә башлай, ай уртаһында иһә яңы өлгөргән ҡыяр һатыуға сығарыла. Килограмын 100 һумдан башлағайныҡ, әле 50-гә төшөрҙөк.
Тырыш ғаиләнең ҡыяры ғына түгел, помидор, борос, баклажандары ла емерелеп уңа. Шулай уҡ иң яҡшы кәбеҫтә үҫтереүсе булараҡ та киң танылыу алған Алсыновтар. Әле был төр йәшелсәнең ике меңдән ашыуы йомарланып өлгөргән, бер ниндәй ҡоротҡостарға бирешмәй.
Баҡсалағы утау, һыу һибеү кеүек эштәр­ҙе ҡыҙҙары Әлфинә менән Әҡлимә баш­ҡар­һа, бәләкәс Йәмилә менән Фәриҙә апай­ҙарына ярҙамлаша. Инәнән күргән тун бескән тигәндәй, үҙаллы донъя көткән өл­кәндәре Айзилә лә күпләп йәшелсә үҫтерә.
– Табыш алам тиһәң, теплицаның ҙур булыуы мөһим. Аҙ ғына йәшелсәнән килем алыу мөмкин түгел, һатып алған орлоғоңдоң да хаҡы сыҡмауы ихтимал, – ти Альфред Алсынов.
Быйыл ғаиләгә район ҡаҙнаһынан субсидия һәм 300 мең һум аҡсалата ярҙам бирелгән. Һөҙөмтәлә Алсыновтар картуф сәсеү, күмеү өсөн махсус ҡоролма һатып алған, киләсәктә йәшелсәселеккә ныҡлап тотонмаҡсылар.
Ауылда эш юҡ тип зарланмай, киреһенсә, күңеленә яҡын шөғөл табып, ишле балалар тәрбиәләп, гөрләтеп донъя көткән ғаилә – башҡаларға ҙур өлгө.

Ике етәксе бергә нисек йәшәй?

Исҡужаға ингәс тә ике ҡатлы күркәм йорт иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина ғорурлыҡ менән: “Иң матур, дәртле йәштәр йәшәй бында”, – тип ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырҙы. Танышырға теләк белдерҙем. Баҡтиһәң, хужабикә – Исҡужа, ғаилә башлығы Юлдыбай мәктәбенең директоры икән.
Айгөл Алғошаева мәктәпкә ике ҡыҙын эйәртеп килеп етте. Белем усағы шау сәскәгә күмелгән, йәшелсә лә уңған. Башланғыс белем биреү мәктәбе коллективы йыл һайын үҙ көсө менән күпләп кәбеҫтә үҫтерә, артып ҡалғанын һата ла.
“Икегеҙ ҙә бер вазифа башҡарғас, ҡыйын түгелме?” – тип һорауыма, Айгөл Рәйес ҡыҙы көлөмһөрәп: “Киреһенсә, бик уңайлы. Белмәгәнемде иремдән һорайым, ул бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙа”, – тип яуапланы.
Алғошаевтар студент саҡта уҡ өйлә­нешә. Матрай ауылы ҡыҙы менән Исҡужа егетен БДУ-ның Сибай институты осраштыра һәм ҡауыштыра. Илфат – география, Айгөл физик тәрбиә бүлегендә белем алған була. Йәштәр өсөнсө курстан һуң өйләнешә. Өлкән улдары Нургиз тыуып, ауырлыҡ өҫтәлгәс тә, йәштәр уҡыуын ташламай. Диплом алғас, Илфаттың тыуған ауылы Исҡужаға ҡайтып төпләнәләр.
Күрше Ҡашҡар мәктәбендә эш башлай йәштәр. Дәртлелеге, заманса фекерле булыуы менән айырылып тора улар. Бер аҙҙан Илфат Сәмиғулла улын – Юлдыбайҙағы белем усағына директор, Айгөл Рәйес ҡыҙын Исҡужа мәктәбенә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Улдарына иш булып, ҡыҙҙары Рәғиҙә һәм Сәлимә донъяға килә. Йәштәрҙе бар яҡлап ҡурсалап, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙып торған Зифа Шәрифулла ҡыҙына ҙур рәхмәтле килене менән улы.
– Бейемем менән 18 йыл татыу ғү­мер кисерәбеҙ. Ул балаларҙы ҡа­рар­ға ла, йортҡа күҙ-ҡолаҡ булырға ла өлгөрә, – ти Айгөл Алғошаева. – Ике ҡатлы йорт һалып индек, унда бар уңайлыҡтарҙы булдырҙыҡ. Ба­лаларҙың һәр береһенең үҙ бүлмәһе бар. Тырышһаң, эшеңдә лә, өйөңдә лә өлгөрөргә мөмкин. Күпләп мал-тыуар аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ.
Әлбиттә, ғаилә башлығының көн һайын үҙ машинаһында күрше Юлдыбайға йөрөп эшләүе бер аҙ мәшәҡәт тыуҙырһа ла, тыуған ауылын ташлап, бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай йәштәр. “Исҡужанан башҡа ҡайҙалыр йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайбыҙ”, – ти улар.
“Ике апһын дуҫ булһа, аш бешә” тигән мәҡәл бар. Төп йорттоң ҡаршыһында Илфаттың бер туған ағаһы менән еңгәһе йәшәй. Оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан полиция подполковнигы Хөснулла Сәмиғулла улы ҡартатаһы нигеҙенә бынамын тигән йорт һалған, йәй шунда йәшәргә ҡайта. Уның ҡатыны Гөлшат Алғошаева Йылайырҙағы Ш. Бабич исемендәге гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, дәрестәрен балалар һәр саҡ көтөп ала. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, белем биреү тармағы буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан гранттарына лайыҡ булған Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районынан. Алғошаевтар Заһир һәм Ғәзинур исемле баһа­дирҙай улдар үҫтергән. Өлкәндәре, атаһының юлын дауам итеп, полицияла хеҙмәт итһә, кеселәре Сибай институтының юридик факультетында белем ала.
Әйткәндәй, ғаилә башлығы тиҙҙән шәхси эшен асмаҡсы.

Туғансыл Тусалиндар

Ауылдағы төп нәҫелдәрҙең бере­һе булған Тусалиндарҙы районда яҡшы беләләр. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағын ышаныслы ҡулдарында тотоп килгән династия улар.
Әле, мәҫәлән, Венер Тусалин – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, Үрге Ғәле ауылында ҡыр­сы­лыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөл­ләнә. Ҡустыһы Радик иһә ағас эшкәр­теп, халыҡтың, ауыл биләмәләренең заказдарын үтәй. Туғандар көньяҡ-көнсығыш төбәктә беренселәрҙән булып крәҫтиән (фермер) хужалығы янында ҡулланыусылар союзы булдырған. Ойошмаға унлаған эшҡыуар берләшкән.
Күптән түгел Тусалиндар өс миллион һумдан ашыу грант отҡан. Был аҡсаға өр-яңы комбайн һатып алғандар.
Радиктың үҙенең генә 13 берәмек техникаһы бар. Йүнсел малсылыҡ йүнәлешендә лә маҡсатлы эш алып бара. Ун баш һыйыр малының һөт продукцияһынан килгән аҡса эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, яғыулыҡ-майлау материалдары алыуға китә. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: “Тусалин” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре эшселәрен бесәндән, ашлыҡтан айырмай. Улар шулай уҡ пай ерен арендаға биргәндәргә лә хаҡты ашлыҡ менән йәки бесәнләтә түләй.
Радик Юлай улы ауылдаштарына бүтән яҡлап та терәк булып тора. Мәҫәлән, мәҙәни сараларҙы үткәреү­гә даими бағыусылыҡ ярҙамы күр­һәтә. Урындағы башланғыстарҙы тор­мошҡа ашырыу программаһына ярашлы, хеҙмәткәрҙәре менән Ҡаш­ҡар, Юлдыбай ауылдарындағы юл­дарҙы ремонтлау эшен теүәл, сифат­лы атҡарып сыҡҡан. Шулай уҡ ха­лыҡтың иғәнә аҡсаһына үҙҙәре­некен ҡушып, ауылдашы Илфат Алғошаев менән бергә иман йорто төҙөгәндәр. Кешеләр мәсеткә күпләп йөрөй. Аллаһ йортонда йома намаҙҙары, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре үтеп тора.
Радик Юлай улы – өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, һөйөклө ир. Ҡатыны Рита Рәмил ҡыҙы менән Йәнбикә исемле матур ҡыҙ һәм Ғәзиз, Рамазан, Динислам исемле батыр улдар тәрбиәләй. Янында уралып йөрөгән балаларына ҡарап, атай кеше уларҙың киләсәктә кем булырын әле үк билдәләп ҡуйған. “Береһе – агроном, икенсеһе – иҡтисадсы, өсөнсөһө – етәксе”, – тип йылмая. Ҡыҙҙары Йәнбикә иһә, ҡустыларына өлгө күрһәтеп, Шәйехзада Бабич исемендәге гимназияла уңышлы белем ала, айырыуса тасуири һөйләү буйынса районда уға тиңләшеүсе юҡ.
Бер-береһенә йылмайып бағып, ярты һүҙҙән аңлашып йәшәгән бәхетле йәштәрҙе башҡаларға өлгө итеп күрһәтмәү мөмкин түгел. Уларҙың заман талаптарына яуап биргән, барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған иркен йорто ла һоҡланыуға лайыҡ. Ғаилә башлығы көн-төн эштә булһа, уңған хужабикә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүенә ҡарамаҫтан, йортта ла барыһына ла өлгөрә. Йәштәр ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Сәскәләре лә күҙҙең яуын алып тора.
“Ҡыҙымдың етмеш йәшенә йыйынам”

– Был йортта иң ихтирамлы ағинәйҙәрҙең береһе, күптән түгел туҡһан йәшен билдәләгән Нәғимә инәй Аҙнағолова йәшәй. Әйҙәгеҙ, хәлен белеп сығайыҡ, – тине ауыл хакимиәте башлығы.
Ҡартлыҡҡа һис тә бирешергә уй­ла­маған ихлас күңелле инәй ҡаршы­ланы беҙҙе. Ҡайҙан икәнлегебеҙҙе һорашҡас, үҙе менән таныштырып үтте, бөгөн өлкән ҡыҙымдың 70 йәше, шунда йыйынабыҙ, тип әбейҙәрсә кеткелдәп көлөп алды.
Бәхетле инәй ул. Алты ҡыҙы һәм бер улы бар, үҙе ейәне Ғәлләм һәм килене Гөлнәзирә менән бергә йәшәй, бүләһе Илһамды тәрбиәләшә.
– Ҡартым менән матур ғүмер кисерҙек, – тип хәтирәләргә бирелде инәй. – Кешегә ҡарата һәйбәт булды ул, бигерәк тә балалары өсөн өҙөлөп торҙо. Эшкә ныҡ әрһеҙ ине, ҙур йорт һалып сыҡтыҡ. Бергә йәшәгән йылдарымды һағынам... Аллаға шөкөр, балаларым атаһы кеүек эшлекле, белемгә ынтылыусан.
Әле лә төҫ ташламаған инәйҙең бүлмәһе башҡорт өйөн хәтерләтә. Килен булып төшкән һандығы өҫтөнә иң ҡәҙерле ҡаралтыларын өйөп ҡуйған, диванға буй балаҫын түшәгән, үҙе яһаған юрғанды һалған. Ҡулынан “Ҡөрьән Кәрим”де төшөрмәй инәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, ауылдаштарының иҫән-имен булыуын теләп, сүрәләр уҡый, әруахтарға аят бағышлай.

* * *

Тыуған яғының ҡәҙерен генә түгел, тормош баһаһын белгән халыҡ йәшәй Исҡужала. Тырыш, уңған, дәртле, йыр-моңға маһир улар. Шуға ла бында ғаиләләр татыу, балалар ишле, үҙҙәре эшле. Тағы ла бер нәмәгә иғтибар итмәү мөмкин түгел: балаға исем ҡушыуға ла бик талапсан ҡарай исҡужалар. Барыһында ла – тәрән мәғәнәле, төплө боронғо башҡорт исеме.
Ауыл халҡы оло юл сатында үҙҙәре етештергән һөт ризыҡтарын, йыйған еләк-емешен һата, тигәйнем. Һүҙҙәремә ҡеүәт өҫтәп, ҡайтыр саҡта уларға тап булдыҡ. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Илүзә Ҡоҙашева алты биҙрә ер еләге алып килгән.
– Ҡыҙым Айсулпан һәм улым Вилүр менән иртәнсәк йыябыҙ ҙа төш һатыуға алып сығабыҙ. Көнөнә өс-дүрт мең һум аҡса эшләйбеҙ, миҙгел дауамында байтаҡ йыйыла, – ти ул.
Эйе, әҙәм балаһына бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе һәр кем исҡужалар кеүек баһалай белһә, улар кеүек лайыҡлы йәшәргә тырышһа, тормош ни тиклем мәғәнәле, матур булыр ине.





Вернуться назад