Тыуған еркәйемә байрам килгән,
Гөрләп тора болон-яландар:
Теҙелешеп төшөп, кирә баҫып,
Бесән саба уңған уландар.
Салғы сыңдарына ғашиҡ булып,
Эй ҡағына, ана, бер турғай.
Ә үләндәр ергә баш һалғандар —
Рәхмәттәре уға ҙур буғай.
Томандарҙың манып саф төҫөнә
Йәшел яулыҡ болғай аҡ ҡайын.
Ил өҫтөнә ҡеүәт ҡайта шулай,
Бесән өҫтө етһә йыл һайын.
Ырыҫ ҡайта боронғолоҡ менән,
Атай-олатайҙар өмөтө.
Ҡолас ташлап башҡорт ерҙәрендә
Бесән саба башҡорт егете...