Изгелектән өйөлә бәхет15.07.2016
Изгелектән өйөлә бәхетАллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына ул күтәрә алырлыҡ һынауҙар бирә, тиҙәр. Ошо һүҙҙәрҙе күҙ уңында тотҡанда, был ҡатындың рух ныҡлығы, күңел көсө һәр кемде хайран ҡалдырыр. Яҙмышында осраған бихисап ауырлыҡты тормошто яратыуы менән еңеп сыҡҡандыр Шәмситаб апай Фазылбәкова. Йәш быуынға һәр яҡлап оло өлгө ул.

Шәмситаб районыбыҙҙың Иҫке Ҡара ауылында тыуа. Атаһы ҡыҙ бәләкәй саҡта уҡ һәләк булғанлыҡтан, уға йәшләй ауырлыҡ күреп үҫергә тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, торф сығарыу эшенә китә Шәмситаб. Был ваҡытта уға 16 ғына йәш була. Кире ҡайтарырға теләһәләр ҙә, ҡыҙ еңеү хаҡына эшкә йәбешеп ята. Рельс һалыу өсөн яуап биргән бригадала хеҙмәт итә Шәмситаб. Ҡышҡы бер көндә вагонға йөк тейәгәндә аяҡ кейеменең тәненә ҡуша ҡатыуы, уны йылы һыуға тығып ултырып, саҡ айырып алыуы хаҡында әсенеп хәтерләй инәй. Эйе, ауыр һынауҙарҙа һығылмаған ул – бөгөн дә йәштәрҙәй дәртле, тынғыһыҙ. Шулай ҙа ҡайһы саҡ, яу осорондағы һалҡын ҡыш көндәрен иҫләтеп, аяҡтары һыҙлап ала.
1945 йылдың яҙында Шәмситаб тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Башҡа ҡатын-ҡыҙ менән бер рәттән баҫыу эшенә егелә. Һыйырҙарға һабан тағып ер һөргән мәл. Бер саҡ эшселәрҙең күҙенә алыҫтан сабып килгән һыбайлы салына. Ҡулына тотҡан флагы елгә елберләй. Брига­дирҙары икән.
– Һөйөнсө! – тип ҡысҡыра ине ул. – Һөйөнсө! Һуғыш бөткән! Беҙ еңдек!
Күңел төпкөлөнән ҡапыл урғылып сыҡҡан шатлыҡ, ҡысҡырыу, туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәре...
Ауылдағылар фронттағы яҡында­рын көтә башлай. Шәмситаб та әсәһе менән бергә ағаһының ҡайтыуына ҙур өмөт бағлай. Тик ышаныстары юҡҡа була: яҡын кешеләренең хәбәрһеҙ юғалғаны тураһында хат килеп төшә...
Ире лә иртә вафат була Шәмси­табтың. Балалары менән яңғыҙ ҡалған әсәнең башҡармаған эше ҡалмай: келәт хужаһы, бригадир, комбайнсы, ашнаҡсы... Һис ҡасан тик ултырыуҙы бел­мәй, балаларын башҡа­ларҙан кәм итмәҫкә бөтөн көсөн һала. Бер мәл өйө тотошлай янып бөтөп, малай­ҙары менән ашха­наның бәләкәй генә мөйөшөндә йәшәп торорға тура килһә лә, бирешмәй әсә кеше – тормошон яңынан ҡорорға көс таба.
Һөҙөмтәлә әле мул тормошта, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә­ләренең шатлығына төрө­нөп, атҡан һәр таңға ҡыуанып ғүмер итә ул. Хужалығы һаман да ҙур – уны ҡарарға нисек хәле етәлер?!
Инәйҙе туҡһан йәше менән ҡот­ларға район хакимиәтенән килеп, ил етәксеһе Владимир Путин­дың тәб­рикләү хатын тап­шырҙылар. Ағинәй унда яҙылған һүҙҙәрҙе күҙлекһеҙ көйө шартлатып уҡып, ҡунаҡ­тарҙы хайран ҡал­дырҙы.
Кешеләргә ҡарата шул ҡәҙәр мәрхәмәтле Шәмситаб инәй. Һәр кемгә яҡты йөҙлө, йомшаҡ һүҙле. Ҡышҡы буранда өшөп хат, гәзит-журнал таратып йөрөгән почтальонға яңы бәйләнгән йылы ойоҡ та кейҙереп сығарғайны. Бына шундай изгелек­тәре, кешеләрҙән йыйған рәхмәттәре йәшә­тәлер уны.
– Осраған ауырлыҡтарға ҡарамаҫ­тан, яҙмышыма рәх­мәтлемен, – ти инәй. – Бәләкәй генә шатлыҡтарҙы ла ҙурҙай ҡабул итеп ҡыуана белдем, берәүгә лә насар­лыҡ теләмәнем. Ниндәй генә хәл булмаһын, һәр саҡ Аллаһ Тәғәләгә һыйындым. Раббыбыҙ тоғро юлды күрһәтте.





Вернуться назад