Өсәү эшләп, икәү ҡарап торһа...14.07.2016
– Шәхси кәсебемде йәйелдереп, биш ауылдашымды эшкә алғайным. Араларында ялҡауланып, артҡа һөйрәүсе бар. Эштән ебәрергә йәлләйем үҙен. Ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
М. НУРҒӘЛИЕВ.



– Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рә­йесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рах­мәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм ба­лаһын йән эйәләре ара­һында иң күркәме итеп яралтҡан, уға аҡыл, зиһен, эшләү һәләте биргән. Хеҙмәт һөҙөмтәһендә донъяны йәмләп йәшәһен өсөн бөтөн шарттарҙы тыуҙырған.
“Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ!” – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был һүҙҙәр өндәү, бойороҡ рәүешендә әйтелгән. Бында, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғәмәл ҡылыуҙы намаҙ уҡыу, доға ҡылыу тип кенә аңларға ярамай. Хеҙмәт итеү төшөнсәһен бирә ул. Ә ихлас күңелдән тырышып башҡарылған эшкә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен бирә. Мәҫәлән, яҙ сәселгән бәләкәй генә орлоҡтан көҙ күпме уңыш йыйыла! Раббыбыҙҙың ебәргән бәрәкәте был.
Исламда хеҙмәт баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. “Ҡулыңды һелкет, Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ә ниғмәтте ҡул ҡаушырып кемдәндер көтөп ултырһаң, ергә эйелмәһәң, берәү ҙә әҙерҙе килтереп тоттормай. Был ризыҡҡа ғына түгел, тормоштағы башҡа күренештәргә лә ҡағыла. Мәҫәлән, бөгөн өйләнмәй йөрөгән ир-аттарыбыҙ байтаҡ. “Бер ниндәй ғәмәл ҡылмайынса, бер урында башығыҙҙы юғары күтәреп торғасһығыҙ, һеҙгә ниндәй кәләш килһен? – тим мин уларға әңгәмәләшкәндә. – Ҡыҙҙарҙың күңелен яуларға тырышырға кәрәк”.
Эштә лә шулай: ҡыбырламаһаң, ихлас тырышлыҡ һалмаһаң, алға китеш, бәрәкәт булмай. Халҡыбыҙ борон-борондан хеҙмәт һөйгән, уңғанлығы менән дан ҡаҙанған, шул арҡала рухи ҡиммәттәрен, ерен һаҡлаған. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, балаларыбыҙҙы ла эшкә өйрәтеп үҫтерергә тейешбеҙ. Һөнәр үҙләштерһендәр, ғилем алһындар. Ҡайһы бер кеше малды ҡул көсө менән тапһа, бәғзеләр аҡыл, фекер, ғилем, илһам ҡеүәһенә таяна бит.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер кешенең көнө-төнө мәсеттә ултырғанын күҙәтеп йөрөгән дә башҡаларҙан: “Уны кем ризыҡландыра һуң?” – тип һораған. “Йүнсел туғаны ашата”, – тип яуаплаған улары. Пәйғәмбәребеҙ иһә быға ҡарата шундай фекер белдергән: “Тимәк, был кешегә ҡарағанда уның туғанының тормошо хәйерлерәк”. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм шулай уҡ: “Фәҡирлек, ярлылыҡ, меҫкенлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән. Ялҡаулыҡ, булдыҡһыҙлыҡ арҡаһында үҙ-үҙеңде лә ризыҡландыра, ҡарай алмайһың, мохтаж булып ултыраһың икән, кемгә ярҙам итә алаһың?
Коллективта ла уртаҡ маҡсатта ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт иткәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Күмәкләп арҡан тартҡан ир-атты күҙ алдына килтерегеҙ . Әгәр ҙә ки өсәүһе был эшкә бөтөн көсөн һала, ә икәүһе ҡырҙа ҡарап тора, йәки башҡалар күргәндә генә ҡушылып китә икән, алға барыу ҡайҙан булһын? Ялҡаулыҡ, хәйләкәрлек, һүҙ ташыу, башҡалар елкәһендә ултырып аҡса табырға теләү бар ерҙән бәрәкәт тә ҡаса. Һәр эшкә көс тигеҙ кимәлдә һалынырға тейеш. Әгәр ҙә ки кемдер быны аңламаһа, уны хеҙмәт урынында көсләп тотоу кәрәкмәй. Етештереү тармағында ла бит ниндәйҙер тауар үтемһеҙ икән, уны алмаштыралар.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тырыш хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйып, үҙеңә лә, башҡаларға зарар килтермәй, кеше көнлө булмай матур йәшәргә, хәләл юл менән мал табырға, тәрбиәле балалар үҫтерергә насип ҡылһын, иншаллаһ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад