Аҡ яҙмыш юрағандыр Аҡдәүләт15.07.2016
Аҡ яҙмыш юрағандыр Аҡдәүләт“Заманың ниндәй – яҙмышың шундай”, – ти халыҡ. Атайҙары ил һаҡларға яуға киткәс, бөтә ауыр эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар иңенә төшә. Сабый сағы урланған “бәләкәй һалдаттар” ҡайһы ғына өлкәлә эшләмәне икән ул замандарҙа?! Быуындары ла нығынып бөтмәгән балаларҙың һәр хеҙмәт көнө үҙе ҙур батырлыҡҡа тиң.
Ә бөтөнләй атай-әсәйһеҙ ҡалған үкһеҙ етемдәрҙең әсе ҡайғыларға, тауҙай ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәргә тырышыуы, белем алып, илебеҙгә файҙалы кешеләр булып сығыуы хайран ҡалырлыҡ. Шундайҙарҙың береһе — Ҡотой мәктәбенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыһы Маһира Абдулла ҡыҙы Йәркәева менән бер коллективта эшләнек. Уның етемлектә үткән бала сағы тураһында һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап булмай торғайны.



Һуғыштан алда Аҡдәүләттә янғын сығып, ауылдың яртыһы яна. Абдулла бабай, яңыһын төҙөгәнсе ярап торор тип, бәләкәй генә өй эшләп ултырта. Шул ҡыҫынҡы йортта Мәрзиә, Мәғәзирә, Маһира, Ғатаулла, Нәзирә исемле балалар ата-әсә наҙында бәхетле ғүмер кисерә.
Кемдәрҙең генә яҙмышын селпәрәмә килтермәне икән был ҡәһәрле һуғыш! Балаларҙың әсәһе Хәзирә инәй бик ҡаты ауырый башлай. Сирле ҡатынын, ул-ҡыҙҙарын ҡалдырып, яу яланына эсе тулы ҡайғы-хәсрәт уты менән киткәндер инде Абдулла бабай. Етмәһә, юл аша ғына йәшәгән бер туған ағаһы ла бергә һуғышҡа китеп бара.
Күп тә үтмәй, биш балаһын етем ҡалдырып, Хәзирә инәй гүр эйәһе була. Дүрт туған ғаиләләге өлкән апай – ун өс йәшлек Мәрзиә ҡулында ҡала. Быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән ҡыҙға бәләкәстәрҙе ҡарарға ла, утауға йөрөргә лә тура килә. “Ҡайғы килһә, ишегеңде ас”, – тигән бит боронғолар. Ғатаулла, шулай уҡ ҡурсаҡ кеүек бәләкәс Нәзирә ҡыҙылса менән ауырып китә. Ҡыҙсыҡ шәбәйә алмай вафат була. Ғатауллалары тере ҡала. “Ҡустымдың бер бөртөк кенә ир балаһын үҙе ҡайтҡансы ҡарап торайым”, – тип, балалары күмәк булһа ла, Абдулла бабайҙың бер туған апаһы Сәбилә инәй малайҙы үҙенә тәрбиәгә ала.
Килер ҡазаны белмәҫһең: бер көн Мөхәмәҙиә бабайҙың йорто янып юҡҡа сыға. Ҡатыны, Сәрхәб инәй, биш балаһы менән Абдулла бабайҙың өйөнә күсенә. Шулай итеп, туғыҙы бергә бәләкәй генә йортта йәшәй башлай. Өйҙә оло кешенең булыуы, аш яраштырыуы етем балаларҙың күңеленә йылылыҡ өҫтәй, еңеллек бирә.
Бер мәл “Үргендә балалар йорто асыла икән” тигән һүҙ тарала. Ауыл Советында Абдулланың өс ҡыҙын да шунда урынлаштырырға тигән ҡарар сығаралар. Бер көн өйҙәренең эргәһенә егеүле пар ат килеп туҡтай. Сәрхәб инәй Мәрзиәгә:
– Һуғыш бөтөр, атайығыҙ ҡайтыр. Һеҙ киткәс, донъяғыҙ таралып бөтөр бит. Маһирағыҙҙы ғына ебәрегеҙ ҙә Мәғәзирә менән икегеҙ ҡалығыҙ. Нисек булһа ла көн күрербеҙ әле, – ти.
Шулай итеп, Маһираны, тағы ла өс етемде урап-сырмап Үрген балалар йортона оҙаталар. Уларҙы мәктәптең иҫке генә интернатына урынлаштыралар. Бина анау хәтлем баланы ҡабул итергә әҙер ҙә булмай. Бер бүлмәлә утыҙға яҡын ҡыҙ йәшәй. Өҫтәрендә лә, аяҡтарында ла кейем юҡ. Балаларға ризыҡты бүлмәләр буйлап таратып ҡына сығалар. Кейем булмағас, һәр береһенә дүрт осо ла баулы одеял бирәләр. Шуны ябынып йөрөй балалар. Аҫтарында ла, өҫтәрендә лә, пальто урынына ла — әлеге одеял. Ҡыҙҙарҙың бөтәһенә бер генә аяҡ кейеме, тышҡа сыҡҡанда алмашлап кейәләр. Кем алдан эләктерә, шул оҙағыраҡ йөрөй. Ҡалғандар сығырға сират көтөп тора. Аяҡ кейеме булмағас, интернат оҫтаханаһында балаларҙы ергә баҫтырмаҫ өсөн таҡтанан табан эшләп бирәләр, улар ысҡынмаҫлыҡ итеп бау менән бәйләп ҡуйыла. Бер аҙҙан, мунса юҡлыҡтан, малай-ҡыҙҙар бетләй. Уларҙы ауыл мунсаһында Украинанан килгән ҡасаҡтар йыуындырып, таҙартып ала.
Класта баштан аяҡҡаса одеялға уранып ултырған аслы-туҡлы сабыйҙарға дәрес бирә уҡытыусылар. Улары ҡалын юрған аша һөйләгәнде йә ишетә, йә юҡ. Ҡул күтәреп, аяғөҫтө тороп яуап биреү мөмкин түгел, сөнки әҙ генә ҡыбырлаһаң, одеял ысҡына, бөтә тән буйлап һыуыҡ йүгерә башлай. Уҡыу әсбаптары ла етмәй, ҡараны үҙҙәренә ҡоромдан эшләп алырға тура килә.
Уҡыу менән бер рәттән балаларҙы төрлө эшкә йөрө­тәләр. Тәрбиәселәрҙең рәхим­леләре лә, мәрхәмәт­һеҙҙәре лә була. Балаларға бәләкәй генә ғәйебе өсөн дә яза бирәләр. Иң ҡатыһы ашарға бирмәү булғандыр.
“Ас булғас, малайҙар йәшенеп кенә колхоз баҫыуынан бәрәңге, сөгөлдөр алып килә лә, үҙҙәре генә ашамай, бөтәбеҙ менән дә бүлешер ине. Завуч, һуғыштан ҡайтҡан кеше, бик аяуһыҙ булды. Малайҙарҙы һалҡында яланғас көйө алып сығып йүгерткәне һис онотолмай, гел күҙ алдымда тора. Шулар иҫкә төшкән һайын әле лә бөтә тәнемде һыуыҡ семетеп алған кеүек була, – тип ауыр һулап ҡуйҙы Ма­һира апай. — Ә бына кейәүгә сыҡмаған йәш кенә тәрбиәселәр — Рәшиҙә, Фатима апайҙарыбыҙ — шәфҡәтлелеге, хәстәрлек­лелеге, яғымлылығы менән һәр бере­беҙҙең күңелендә йылы, матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Уларҙы һағынып иҫкә алам”.
Борон-борондан урман кешеләрҙе сасҡау һыуыҡтарҙан, әсе елдәрҙән һаҡлаусы, аслыҡ замандарҙа туйындырыусы булған. Балалар ҡара ер асылыу менән Үрген тауына әтлек, һарына, ҡымыҙлыҡ, оҫҡон, йыуа, ҡуҙғалаҡ ашарға һибелә. Унда емеш-еләк тә күп була. 1945 йылда Маһираның аяғына быяла кереп, дауаханала ятырға тура килә. Әҙерәк шәбәйгәс, уны ат менән килеп алалар. Арба тәгәрмәстәренең шығырлауы, яңы ғына морон төртөп, шытып сыҡҡан үләндәрҙең хуш еҫе, ҡоштарҙың сут-сут һайрауы күңеленә әйтеп еткерә алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Йыраҡта ҡалған бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтып, атаһы менән арбала китеп барған һымаҡ хис итә ул үҙен.
Еңеү көнөн бик яҡшы хәтерләй Маһира. Директор, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, балалар ишек алдына тантаналы митингка йыйыла. Ул ғына, аяғы ауыртҡас, сыға алмай, тәҙрәнән ҡарап: “Оҙаҡ­ламай атайым мине килеп алыр ҙа, апайымдарҙы ҡыуандырып, икәүләп ауылға ҡайтып төшөрбөҙ әле”, – тип хыялға сумып ултыра. Фронттан ҡайтҡан атайҙар берәм-берәм балаларын килеп ала башлай. Күптәре ғәрип. Килгән һәр атайҙы балалар һырып ала ла һәр береһе:
– Минең атайым шундай фамилиялы ине, күрмәнегеҙме? – тигән һорау яуҙыра.
– Юҡ, – тигән яуапты ишетеп, баштарын түбән эйеп, ситкә китеп баралар. Көн һайын район үҙәге яғынан килгән оло юлға сығып, атайҙарын көтөп ултырыу ғәҙәттәренә кереп китә. Күптәрҙең өмөтө аҡланмай...
1947 йылда яҡшы уҡыған бер төркөм малай-ҡыҙҙарҙы Стәрле­тамаҡ балалар йортона алып киләләр. Улар араһында бишенсе класс уҡыусыһы Маһира ла була. Өйрәнелгән Үргендән китеүҙе, иптәштәренән айыры­лыуҙы бик ауыр кисерә балалар.
Бында ла тәртип ҡаты, бөтә нәмә режим буйынса эшләнә. Балаларҙы ҡойманан тышҡа сығармайҙар, кейемде лә самалап ҡына бирәләр. Әҙ генә буш ваҡыттары булһа, балалар үҙҙәрен тәртипкә килтерә. Өҫкө ҡаттан әсирҙәрҙең урамда таш түшәгәнен күҙәтергә лә тура килә уларға. Иң ҡәҙерле кешеләрен юғалтып, анау хәтлем ҡайғы, михнәт күреп, етемлектең әсе һурпаһын татыған балаларҙың кескәй генә йөрәгендә асыу, нәфрәт тойғолары ҡайнағандыр инде. Ҡарап эшләткән һалдаттар тыйып торһа ла:
– Беҙҙең атайҙарҙы ҡайҙа иттегеҙ, сволочтар? – тип тотҡондағыларға таш бәргесләп тә алалар. Ни хәтлем ҡыйын булһа ла, кирбес заводында немецтар менән бергә эшләргә тура килә уларға, бер бүлкәлә – әсирҙәр, икенсеһендә – балалар.
Туғыҙынсы класты тамамлаған йылда имтихан биргәс, өс ҡыҙ паркка ял итергә сыға. Ҡаршыларына бер ир килә, ағастан өс ботаҡ һындырып алып уларға бирә. Балалар йортонда үҫеп, ундай иғтибарҙы күреп өйрәнмәгән ҡыҙҙар ныҡ шатлана. Ағай кеше:
– Һеҙ детдом балаларымы? – тип һорай.
Ҡыҙҙар:
– Шулай булыуы маңлайыбыҙға яҙылмағандыр әле, – ти, һыр бирмәҫкә тырышып.
– Бер иш кейенгәнһегеҙ, бәлки, яҡташтарбыҙҙыр әле, – ти ағай.
Иптәш ҡыҙҙары тиҙ генә ҡайҙан икәнлеген әйтә һала, Маһира ғына бер нәмә лә өндәшмәй.
– Һин ҡайҙан икәнеңде белмәйһеңме?
– Беләм, Ейәнсуранан.
– Ауылың нисек?
– Дәүләт.
– Ундай атамалы өс ауыл бар, – тип ағай ауылдарҙы һанап сыға.
Тәүге икәүһенеке бер ни ҙә һөйләмәгән һымаҡ, ә “Аҡдәүләт” тигәне йөрәгенә йылы ҡабул ителеп, үҙенә тартып торған кеүек.
– Эйе, шул, – тип илап ебәрә Маһира.
– Кем ҡыҙы һин?
– Абдулланыҡы.
– Бәй, Абдулла ағайҙың ҡыҙымы ни? Ни эшләп ҡайтмай йөрөйһөң?
– Ике апайым, ҡустым бар ине, аслыҡтан үлеп бөткән­дәрҙер...
– Ни эшләп үлеп бөтһөндәр: ике апайың бар, ҡустың балалар йортонда. Теләһәң, мин һине алып ҡайтам.
Ағай Байыш мәктәбе уҡытыусыһы Абдулла Ғөбәй­ҙуллин булып сыға. Ул Маһираны үҙе менән район үҙәгенә тиклем алып килә лә эше буйынса тороп ҡала. Ҡыҙҙы, үгеҙ егеп, күмер һатырға килгән Аҡдәүләт ауылы кешеләренә ултыртып ебәрә. Ҡыҙ артҡа ғына ултыра ла: “Нисек ҡаршы алырҙар, Стәрлегә кире уҡырға бара алырмынмы?” – тип борсолоп, мең төрлө уйға сумып, илап ҡайта.
Ауылға етәрәк ағай:
– Әллә Маһира инде? – ти.
Ҡыҙ үҙен белгерткеһе килмә­йенсә:
– Юҡ, Маһира түгел, Мәҙинә, – тип алдап ҡарай.
– Юҡ, һин Маһира бит, – тип илап ебәрә ағай. Күмер һатырға килгән кешеләр Мөхәмәҙиә бабаһының улы менән килене булып сыға. Ауылға өсәүләшеп илай-илай ҡайтып керәләр.
“Сәрхәб инәйем ҡаршы килеп сыҡты ла минең илап ултырғанды күреп: “Был ҡыҙҙың күҙе ауыртамы әллә?” – тип һораған булды. Шул арала ишек алдына бәләкәй генә малай етәкләгән ҡатын килеп керҙе лә өйгә инеп китте. Күп тә торманы, илап килеп сыҡты. “Маһира, һинме ни был?” – тип мине ҡосаҡлап алды. Ул Мәрзиә апайым булып сыҡты”, – тип йәш аралаш хәтер ептәрен теҙҙе Маһира апай.
Ул, унынсы класты тамам­лағас, Стәрлетамаҡтағы уҡытыу­сылар институтында белем ала. Юғары стипендия алыуға өлгәшә, һәр саҡ алдынғылар сафында була.
1955 йылда институтты тамамлағас, Учалы районының Ҡотой ете йыллыҡ мәктәбенә ебәрелә. Яңы ғына асылған уҡыу йорто директоры Әшрәф Шәрипов, Әхмәҙулла Ямалов, Фәриҙә Шәрипова, Рауза Нәзирова менән бергә ең һыҙғанып эшкә тотона.
1956 йылда ошо ауыл егете Ғәлимйән ағайға кейәүгә сығып, Мәсрүрә инәй менән Баһау бабай Ғиләжевтарҙың ҙур ғаиләһенә килен булып төшә.
– Ҡайным менән ҡәйнәм балаларына һәйбәт тәрбиә биргән. Бер-береһенә ауыр һүҙ әйтмәнеләр. Ғаиләлә йәшәүҙең нимә икәнен шунда төшөндөм, – тип Маһира апай өлкәндәрҙе һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә ала.
“Мине тәрбиәләп үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырған дәүләткә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тыуған илемә, халҡыма тырышып хеҙмәт итергә тейешмен”, — тип иҫәпләй ул. Комсомол сафына кергән көнөн, 1 апрелде, тыуған көнө итеп ала.
Мәктәп эшенә башкөллө сума Маһира Абдулла ҡыҙы. Ун ике йыл директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары була. Уның намыҫлы хеҙмәтен Хөкүмәтебеҙ юғары баһалай. Маһира Абдулла ҡыҙының папкаһында район мәғариф идаралығының, Учалы ҡала комитетының бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һаҡлана. 1970 йылда “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалы менән бүләк­ләнә. 1975 йылда Маһира апайҙың исеме “Учалы ҡалаһы һәм районының почетлы граждандары” китабына индерелә. 1976 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, 1979 йылда “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исеменә лайыҡ була.
Маһира Абдулла ҡыҙының ире лә Ҡотой ауылының абруйлы, хөрмәтле кешеһе ине. Ғәлимйән ағай — коммунистик хеҙмәт алдынғыһы, СССР-ҙың халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн миҙал, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наград­ланған. Уларҙың матур донъяһында өс ул, ике ҡыҙ үҫте. Балалары ла – үҙҙәре кеүек егәрле, уңған кешеләр. Һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, ул-ҡыҙҙар үҫтереп, олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеп йәшәй.
Бала саҡта, йәшлектә кисергән ҡайғы-хәсрәттәр баҫылған кеүек булһа ла, моң-һағыш әҙәм балаһын ғүмер буйына оҙатып бара. Тыуған еренә, ата-әсәһенә, туғандарына булған оло мөхәббәте, уларҙы юҡһыныу, һағыныу тойғолары Маһира апайҙың күңелендә:
Аҡдәүләтем – минең тыуған ерем,
Баҫылмай ҙа торған һағышым.
Һиндә ғүмер итә алмаһам да,
Йөрәгемдә һәр саҡ урының, –
тигән шиғыр юлдары булып яралған.
Ғәлимйән ағайҙың вафатына байтаҡ йылдар үтһә лә, өйөнөң усағын һүндермәй, донъяһын сәскәгә күмеп йәшәй Маһира апай. Уны йыш ҡына аят уҡытырға саҡыралар. Үҙеңдән һуң нәҫелеңде дауам иткән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең булыуы – үҙе оло бәхет, ти ағинәй.






Вернуться назад