Юрист кәңәштәре16.03.2012
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Әле үк хәл итеп ҡуйығыҙ

— Фатирыбыҙ әсәйемдең исеменә хосусилаштырылған. Документтарҙы әҙерләгән саҡта фамилияла хата ебәрелгән. Хәҙер унда яңылыш яҙылған бер хәреф арҡаһында икебеҙҙә ике фамилия килеп сыға. Фатирҙа әсәйем менән икебеҙ теркәлгән. Аҙаҡ фатир миңә ҡаласаҡ, тик фамилиялағы хата сәбәпле ауырлыҡтар килеп сыҡмаҫмы?
Эльвира, Өфө ҡалаһы.


— Тәү сиратта ниндәй документтарҙа хата ебәрелеүен һәм паспортта әсәйегеҙҙең фамилияһының нисек яҙылыуын асыҡларға кәрәк. Ике осраҡты ҡарайыҡ. Әгәр фатирға документтарҙағы һәм паспорттағы фамилия тура килһә, әсәйегеҙҙең бер проблемаһы ла юҡ. Әммә һеҙгә фатирҙы мираҫҡа алыу ауырға тура киләсәк, сөнки суд аша әсәйегеҙ менән туғанлығығыҙҙы дәлилләргә кәрәк. Был мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн әсәйегеҙ иҫән саҡта уҡ ул һеҙгә мираҫ яҙырға йәки фатирҙы һеҙҙең исемгә рәсмиләштерергә кәрәк.
Икенсе осраҡта, әгәр әсәйегеҙҙең фамилияһы паспортта бер төрлө, ә фатирға документтарҙа икенсе төрлө булһа, икеләтә ауырға тура киләсәк. Ул үҙе иҫән саҡта уҡ фатир менән бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ. Шуға күрә кәңәш шундай: судҡа мөрәжәғәт итеп, әсәйегеҙҙең фатирға хужа булыуын рәсми рәүештә дәлилләргә кәрәк. Был бик ауыр булмаҫҡа тейеш. Юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ, ул дәғүә ғаризаһы төҙөйәсәк һәм документтарығыҙҙы судҡа тапшырыуҙа ярҙам күрһәтәсәк.

Хоҡуғығыҙ юҡ

— Беҙ ауылда ғаиләбеҙ менән иҫке йортта йәшәйбеҙ. Яңыраҡ район үҙәгендә бушлай ер алыу хоҡуғы буйынса ер алғайныҡ. Унда эш табыу мәсьәләһе лә еңелерәк бит. Минең менән өс йылға ҡуртым килешеүе төҙөнөләр. Уға ярашлы ошо ваҡыт эсендә өй һалып инергә тейешбеҙ. Ғаиләбеҙҙә өс бала үҫә. Беҙ, күп балалы ғаилә булараҡ, “Күп балалы ғаиләләргә бушлай ер” программаһы буйынса әлеге ерҙе үҙебеҙҙең милеккә күсерә алабыҙмы? Район етәкселәре был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмай.
Рәмилә, Бөрйән районы.


- Юҡ, күсерә алмаясаҡһығыҙ. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһенән һуң Рәсәй Ер кодексының 28-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уның буйынса, Рәсәй Федерацияһы субъекттары билдәләгән закондарға ярашлы, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер бирелә. Был үҙгәрештәргә ярашлы, “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға ла үҙгәрештәр индерелде. Закондың 10-сы статьяһында әйтелгәнсә, әгәр гражданда милек хоҡуғында срокһыҙ ере була тороп та, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ҡуртымға ер алһа, ул бер тапҡыр бушлай бирелә торғанына дәғүә итә алмай.


Вернуться назад