Бала тыуа үҙ өлөшө менән15.07.2016
Бала тыуа үҙ өлөшө менәнКүп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ ата-әсәгә отпускы ваҡытын оҙайтыу һәм 14 йәшкә тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособиены минималь эш хаҡы күләменә еткереү тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһында тикшереләсәк. Атап әйткәндә, уларҙың йыллыҡ түләүле отпускыһын 31 көнгә тиклем (әле отпускының ваҡыты 28 көн тәшкил итә) күбәйтеү күҙ уңында тотола. Бынан тыш, теләктәре булмаһа, эш биреүсе уларҙы көҙөн йә ҡышын отпускыға ебәрә алмай, йәғни ял ваҡытын ата-әсә үҙе һайлау хоҡуғына эйә.


Әлбиттә, өс көн өҫтәлеүе күп тә түгел һымаҡ, ләкин был да ата-әсәләргә балалары менән оҙағыраҡ бергә булыу мөм­кинлеген бирәсәк.
Күҙ уңында тотолған тағы бер яңылыҡ: бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүҙе, балалар баҡсаһында урын булмаған осраҡта, йәш ярымдан өс йәшкә тиклем оҙайтырға уйлайҙар. Балалар баҡсаларында урындар һаны артҡандан-арта бара-барыуын. Әммә 2013 – 2015 йылдарҙа миллиондан ашыу урын булдырылһа ла, мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәгән. Мәғлү­мәттәр күрһәтеүенсә, быйыл 193 мең бала балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйылған. Ошо сәбәптән күп кенә әсәләр балаһына өс йәш тулғанға тиклем өйҙә ултырырға мәжбүр. Ә бала тәрбиәләү буйынса пособие йәш ярымға тиклем генә түләнә. Әле пособиеның күләме уртаса эш хаҡының 40 процентынан сығып билдәләнә.
Минималь эш хаҡы 1 июлдән 7500 һум күләмендә билдәләнде, ә йәшәү минимумы әлеге көндә 9776 һум тәшкил итә. Әгәр пособиеның күләмен йәшәү минимумына бәйләгәндә, даими рәүештә индексациялап торорға тура киләсәк.
Әлбиттә, үрҙә телгә алған саралар ата-әсәләрҙең янсығын әҙме-күпме ҡалынайтасаҡ. Юғиһә бөгөнгө социаль түләүҙәр уларҙың ғаилә хәлендә сағылыш тапмай кеүек.
Күп балалы ғаиләләргә бөгөн ниндәй ташламалар ҡаралған? Хәҙер ошоларҙы иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек.
2000 йылдың 24 июлендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” 87-се Законға ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫкән ғаиләләргә түбәндәге дәүләт ярҙамы ҡаралған:
– һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 18 йәшкә тиклемге балаларға амбулатор-поликлиника һәм стационар ярҙам бушлай күрһәтелә;
– 6 йәшкә тиклемге балаларға табип рецебы буйынса бушлай дарыуҙар бирелә;
– 18 йәшкә тиклем медицина күрһәтмәһе булған балалар дауалау һәм шифахана төрөндәге балалар учреждениеһына, һа­уыҡ­тырыу лагерына һәм башҡа һауыҡтырыу ойошмаһына урын менән сиратһыҙ тәьмин ителә;
– мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына сиратһыҙ ҡабул ителә;
– дөйөм белем биреү һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыусылар федераль һәм төбәк уҡыу китап комплекты менән сиратһыҙ, иң алда тәьмин ителә.
Күп балалы, әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өҫтәмә дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала:
– медицина күрһәтмәһе булһа, 18 йәшкә тиклемге балалар, Законға ярашлы, бушлай протез-ортопедия әйбере менән тәьмин ителә;
– дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында күп балалы ғаиләнән булған уҡыусының бушлай мәктәп формаһына йә уны алмаштырыусы (йәғни дәрескә йөрөрлөк) балалар кейем комплектын алырға хоҡуғы бар;
– дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында, шулай уҡ дәүләт белем биреү учреждениеһының баш­ланғыс һөнәри белем биреү ойош­маһында уҡыусы бушлай ашауға хоҡуҡлы (23 йәшенә тиклем).
Үрҙә телгә алынған Законға ярашлы, халыҡты социаль яҡлау органдары аша күп балалы ғаиләләргә түбәндәге социаль ярҙам ҡаралған:
– күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең (өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар үҫтергән) коммуналь хеҙмәт өсөн киткән сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, республика Хөкүмәте муниципаль берәмектәр өсөн йыл һайын билдәләгән стандартҡа ҡарата, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының процент нисбәтендә иҫәпләнә;
– ауылда йәшәгән дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләгән сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, йыл һайын билдәләнгән республика стандартына ҡарата, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙ-мәт ха­ҡының процент нисбә­тендә иҫәпләнә;
– дүрт балаһы булғандарға ай һайын – 1500 һум, биш һәм унан да күберәк бала үҫтергән ғаиләләргә 2000 һум пособие түләнә;
– сабый тыуған айҙан алып бер йәшенә тиклем ауылда йәшәгән ғаиләләргә 115 һум аҡса түләнә, дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе ғаиләләргә – 230 һум.
– күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән балаға республика биләмәһендә урын­лашҡан ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһына юллама тәү сиратта бирелә, барып-ҡайтыуға киткән юл сығымы ҡаплана.
2004 йылдың 17 декабрендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында ай һайын түләнгән балалар пособиеһы тураһында” 132-се Законға ярашлы, ғаиләнең йән башына уртаса килеме Башҡортостанда бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән үтмәһә, балаға ай һайын пособие түләнә.
Әгәр ҙә баланың атаһы йә әсәһе алимент түләүҙән ҡасһа, йә закон менән ҡаралған башҡа осраҡта (алимент түләттереү мөмкин булмаһа), шулай уҡ саҡырыу буйынса хәрби бурысын үтәүсенең балаһына түләнә.
Яңғыҙ әсәләргә түләү ҡа­ралған.
2012 йылдың 11 декабрендә донъя күргән “Балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы закондарын камиллаштырыу сараһы тураһын­да” республика етәксеһе Указына яраш­лы, 2013 йылдың 1 ғинуарынан күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә өсөнсө йәки артабанғы тыуған 1,5 − 3 йәшлек һәр балаға ай һайын түләү ҡаралған.
Бындай ғаиләләргә ай һайын ҡаралған балалар пособиеһы түләү тәртибе 2013 йылдың 5 апрелендә ҡабул ителгән “Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаи­ләләрҙә өсөнсө йәки ар­табанғы тыуған 1,5 – 3 йәшлек һәр балаға ай һайын түләү тураһында” республика Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.
Социаль ярҙамды алыр өсөн республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йәшәү урыны буйынса территориаль органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тағы ла шуны хәбәр итәбеҙ: 2004 йылдың 5 ғинуарында донъя күргән “Башҡортостан Респуб­ликаһында ер мөнәсәбәтен көйләү тураһында” 59-сы Закондың 10.1 статьяһына ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтергән граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер бүлеме бирелә.




Вернуться назад