Тәжрибә шулай туплана15.07.2016
Тәжрибә шулай тупланаРәсәй Эске эштәр министр­лығының Өфө юридик институты йыл да беренсе курс студенттары өсөн күсмә уҡыуҙар ойоштора. Белем усағының был маҡсатта төрлө дәүләт органдары менән хеҙмәт­тәшлек итеүе тәү сиратта уҡыу процесына ыңғай йоғонто яһай — йәштәр тәжрибә туплай, аралаша, төрлө сараларҙа ҡатнаша.

Сираттағы уҡыуҙар яңыраҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үтте. Студенттар парламен­таризмдың тарихын сағыл­дырған музейҙы ҡараны, депутаттар менән осрашты. Айырыуса Ҡоролтайҙың Секретариат етәксеһе урын­баҫары Нәүфәл Йәнбухтиндың сы­ғышы фәһемле булды йәштәргә. Ул парламент эшмәкәрлегенең үҙен­сәлек­тәренә айырым туҡталды, закондар сығарыу процесы, ҡануни башлан­ғыстарҙың республика, ил кимәлендә нисегерәк өйрә­нелеүе хаҡында ентекле һөйләне.
Уҡыу йылы барышында студенттар шулай уҡ рес­публиканың Үҙәк һайлау комиссияһы эшмәкәрлеге менән танышҡайны. Бынан тыш, район һәм ҡала хакимиәттәрендә лә уҡыуҙар ҡаралған.



Вернуться назад