Мин нисек эшкә урынлаштым16.03.2012
Мин нисек эшкә урынлаштым“Уҡырға ингән улымдың янында булыу теләге менән баш ҡалаға килдем. Тәүҙә, хеҙмәт вакансиялары тәҡдим иткән гәзиттәрҙе ҡосаҡ-ҡосаҡ һатып алып, эш эҙләргә тотондом. Ҙур ғына хеҙмәт хаҡы вәғәҙәләгән иғландарҙы билдәләп сыҡҡас, телефонға үрелдем. Ҡайҙа ғына шылтыратма, эш бар, фәлән адрес буйынса килегеҙ тигән яуапты ишеткәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Баҡһаң, кадрҙар агентлығына эләккәнмен икән. Анкета яуаптарына ҡушып 500 һум аҡсаңды ла түләү — уларҙың төп талабы. Йәнәһе, ошо хаҡҡа агентлыҡ һиңә йәнең теләгән һөнәрҙе табып бирәсәк, ләкин бер-ике ай көтөргә тура килер. Агенттарҙың ауыҙынан бал да май тама, эс-бауырыңа инерҙәй булып ихлас һөйләшәләр, алтын тауҙар вәғәҙәләйҙәр. Баш тартыуың була, һине йәмерәйгән йөҙ, утлы йәшен уйнатҡан күҙ менән оҙатып ҡалалар.
Бер урында китап һатырға тәҡдим иткәйнеләр, бәләкәйҙән уҡырға яратҡан кеше булараҡ, ризалаштым. Ярты йыл эшләгән ҡатынға эйәртеп, муҡсама йөк-йөк китап тейәп, сығарып ебәрҙеләр. Ҡайҙа ниндәй учреждение, офис күрәбеҙ, шунда уҡталабыҙ. Берәүҙәр ҡыҙыҡһынып әсбаптарҙы ҡараған булһа, күптәр, ишеккә башыңды тығыу менән үк, “Сығып китегеҙ!” тип екерә. Тәүге көндә бер нәмә лә һата алманым. Ә теге тәжрибәле ҡатындың теле телгә йоҡмай, ҡысҡырыуҙарға ыжлап та бирмәй, һәр кешегә тауарын тәҡдим итә. Был бәйләнсектән тиҙерәк ҡотолор өсөн, ахырыһы, йәһәтерәк тауарын алыу яғын ҡарайҙар.
Икенсе көн урам буйлап яңғыҙым киттем. Ҡайһы бер урында һаҡсылар индермәй ҙә. Арыным, асыҡтым, ҡулбаштарым ауыр йөктән сәңкеп һыҙлай башланы. Илар сиккә етеп туҡталышта торғанда, бер танышым шылтыратты. Ул Өфө районындағы бер совхозда эшләй икән. Хәл-әхүәлемде һорашҡас, әхирәтем мине үҙенә саҡырҙы. “Бәлки, совхозда һиңә эш табылыр, кил, һөйләшеп ҡара”, — тине ул. Ҡанатланып киттем, китаптарҙы ла онотманым. Шатланып күрешкәс, урындағы совхоздың кадрҙар бүлегенә барҙыҡ. “Вакансиялар буласаҡ, тик эш ауыр. Теплицаның тынсыу һауаһында эшләй алырлыҡ булһағыҙ, медицина тикшереүе үтеп ҡуйығыҙ. Беҙ һеҙгә шылтыратасаҡбыҙ, әҙер тороғоҙ”, — тип өмөтләндерҙеләр. Етмәһә, ятаҡтан урын да бирәсәктәр! Түбәм күккә тейгәндәй булды. Сәй эсеп, гәпләшеп алғас, ятаҡ буйлап китап һатырға сығып киттек. Ул көн 60 һумлыҡ ҡына килем алып, автобуста уйлана-уйлана ҡайттым. Минән алыпһатар сыҡмаҫ тип, иртәгәһенә китаптарҙан баш тарттым.
Гәзиттә “Курьерҙар талап ителә” тигән иғланды күреп ҡалдым. Билдәләнгән адрес буйынса барһам, почтальондың эшенә бәрәбәр икән курьерлыҡ тигәнең. Һалым инспекцияһы, пенсия фонды хаттарын мотлаҡ адресаттың ҡулына тапшырырға кәрәк. Ул документты теркәп, һинең маршрут ҡағыҙына ҡул ҡуйырға тейеш. Эстән генә был эштең бер ауырлығы ла юҡ бит тип уйлаған булам, бисара. Һалым хаттарын өфөләрҙең күбеһе яратмай икән шул. Ә документ менән ҡул ҡуйыуҙарын һорау бомба шартлатыуға тиң. “Һеҙ кем, ниңә таныш түгел шикле ханымға документтарымды ышанып тапшырайым?” — былары һүҙҙәрҙең иң “йомшаҡ”тары, бүтәндәрен әйтеп тормайым. Үҙемдең паспортымды күрһәтәм, тик ул адресаттарға бөтөнләй тәьҫир итмәй. Шунда уҡ һиңә ышанып, барлыҡ танытмаларын алдыңа һалған ҡарт-ҡоро ла юҡ түгел. Әбей-бабайҙарҙы алдап йөрөгән битһеҙ әҙәмдәр хаҡында уҡығаным, ишеткәнем бар. “Әбекәй, һин яңғыҙымды ҡалдырып төпкө бүлмәгә инеп киттең, документтарыңды оҙаҡ ҡына эҙләнең, ә шул ваҡытта мин берәй әйбереңде урлап алып сыҡһам”, – тим. “Юҡсы, балам, күҙҙәрең бер ҙә алдаҡсы кешенекенә оҡшамаған. Әйҙә, үт, сәй эсеп алайыҡ”, — тип яуаплай. Аферистар тап ошондайҙарҙы ҡорбан итеп һайлайҙыр, күрәһең.
Һалым хаттарын мин күптән инде яҡты донъянан китеүселәргә лә алып барып, туғандарының нәфрәт тулы ҡарашын күтәрә алмай, мең ҡабат ғәфү үтендем. Бер кешегә барғанымда, мәрхүмде табутта алып сығып баралар ине. Ярай әле, күршеһе ипләп кенә аңлатты. Машина-фәләнен, күсемһеҙ милкен әллә ҡасан уҡ һатҡан кешеләргә лә һалым инспекцияһының талабын еткереп әрләндем. Эскесе йә наркомандарҙың: “Хөкүмәткә мин бурыслы түгел, ул миңә бурыслы. Ишетәһеңме, хәҙер йолҡҡослайым үҙеңде!” — тип артымдан баҫтырғандары ла булды. Шәхси секторҙарҙа өйөр-өйөр берәҙәк эттәр янынан үткәнсе үлеп терелгәндәй хис итәһең үҙеңде.
Илебеҙҙең һалым түләтеү системаһына бик күп үҙгәреш индереү, тәү сиратта Дәүләт теркәү палатаһы менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу талап ителеүен төшөндөм. Һалымсылар, ҡасан барма, йүнләп аңлатыуҙы кәрәк тип тапмай, йәнәһе, бушамай. Һалым хаттарының хаҡын да ташҡа үлсәйем. Ҡултамға ҡуйҙырып тапшырғаны 1 һум 50 тин, ә адресат өйҙә булмай йәки алыуҙан баш тартҡан осраҡта кире килтергән хат өсөн 1 һум түләнә. Ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйып, көнөнә иң күбе 20-25 хатты “эшкәртәһең”.
Ҡыуыу-әрләүҙәрҙән туйып, троллейбус депоһына диспетчер булып барҙым. Эш хаҡы – 9 мең һум. Иртәнге етенән төнгө ун икегә тиклем көн аша эшләйһең. Ысынмы-бушмы, йылыла ултырып эшләй торған хеҙмәт урыны таптым, тип ҡыуандым. Минең бурыс троллейбус водителдәренең маршрут ҡағыҙҙарын, кондукторҙарҙың билет аҡсаһын ҡабул итеү ине. Иртәнсәк беренсе булып тәҙрәгә башын тыҡҡан, айнып та етмәгән кондукторҙың ауыҙынан сыҡҡан еҫкә уҡшып, ҡоҫоп ебәреүҙән саҡ тыйылдым. Тиҙҙән бының ғәҙәти күренеш булыуын аңланым. Коллективтағы үҙ-ара мөнәсәбәткә иҫем-аҡылым китте. Водителдәр менән кондукторҙар эт менән бесәй шикелле һыйышмай, һәр водитель маршрутҡа яңғыҙы сығырға тырыша. Кондукторһыҙ үҙенең кеҫәһенә лә килем инәсәге берәүгә лә сер түгел. Һәр саҡ дорфа, ҡәнәғәт булмаған троллейбус хеҙмәткәрҙәре диспетчерға ташланырға әҙер генә тора. “Нимә унда мыштырлайһың, эт ялҡауы, тиҙ бул!” — артабан һинең нәҫелеңде эттән-эткә һалып һүгеүҙәрҙән күҙгә йәш тула. Әйтерһең дә, уларҙың бар уңышһыҙлығында тик һин ғәйепле. Депола бер-береһен ихтирам иткән, ипле һөйләшкән кеше һирәк. Өҫтәге етәкселек — кассир, бухгалтер һәм башҡалар — үҙҙәрен оло түрә тип һанай, ҡул аҫтындағыларҙы ҡара эшсегә тиңләй. Балыҡ башынан серей тигәндәре шулдыр инде. Күптәр түҙмәй китә. Насар мөғәмәләне күтәрә алмай мин дә эштән китеү тураһында ғариза яҙҙым. Бер тин билет аҡсаһына теймәһәм дә, ике аҙна эсендә 900 һум елкәмә сыҡты. Аңлатып ҡарауҙарым бушҡа ғына булды.
Өфөлә йүнле эшкә урынлаша алмай йөрөүемә ике ай ҙа булып китте. Көн дә улыма шылтыратам, ял көндәрендә янына барып әйләнәм. “Эш таба алдыңмы, әсәй?” — тип борсолоуына һис һыр бирмәйем. Эш эҙләү мажараларын да улыма һөйләмәйем, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип йыуатҡан булам баламды. Кеҫәләге аҡса ла, яҙғы ҡояш аҫтында ирегән боҙҙай, көндән-көн кәмей бара. Совхозға шылтыратып белешеп торам, тик, әлегә вакансия юҡ, тиҙәр.
Ауырлыҡтарға бирешмәйем, маҡсатыма өлгәшәм тип, артабан эш эҙләүемде дауам итәм. Һөнәрем буйынса сәнғәт кешеһе булғанлыҡтан, төрлө бейеү төркөмдәрен, студияларҙы байҡап сыҡтым. Ауыл еренән килгән урта йәштәрҙәге белгескә бер ҡайҙа ла бәхет йылмайманы. Альтернатив театрҙарҙа яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнә икән тигәндәрен ишеткәйнем. Бер көн урамда ошондай иғлан күҙемә салынды. Күп ҡатлы йорттоң бер фатирында урынлашҡан икән мин эҙләгән театр. Кәрәкле ҡатҡа менеп, ишекте асыуым булды — ярым-яланғас, йөҙҙәренән сәйер илаһилыҡ бөркөлгән заттарҙы күреп “аһ!” иттем. Йәшен тиҙлегендә “Секталыр был” тигән уй үтте башымдан. Был йорттан тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараным.
Тағы ла телефон салонында, күмәртәләп һатыу келәтендә, ҡунаҡханала йыйыштырыусы булып эшләп маташтым. Еңел хеҙмәт түгел, әҙәмсә яҡшы мөнәсәбәт, ғәҙел эш хаҡы эҙләнем мин.
Күптәр һине бушҡа эшләтеп, хеҙмәтеңә бер тин түләмәү яғын ҡайыра. Ни өсөн Рәсәйҙә көндән-көн эшһеҙҙәр күбәйә, тип аптырайбыҙ. Намыҫһыҙ эш биреүселәр арта! Һынау осоро менән эшкә яллап, бер айҙан һуң, һинән булмай, тип аҡса түләмәй ҡыуған шәхси эшҡыуарҙар берәй ваҡыт яуаплылыҡ алдына баҫырмы? Эшкә яллаусы артабан икенсе кешене ала, тағы бер айҙан — өсөнсөһөн, дүртенсеһен... Алданғандар, тегендә-бында һуғылып, йүнле аҡса эшләүҙән, лайыҡлы йәшәүҙән төңөлә. Эшһеҙлек насар ғәҙәттәргә этәрә. Хеҙмәт урындары тәҡдим итеүселәрҙең талаптарын алып ҡарайыҡ: “21 — 30 йәштә, юғары белемле, эш тәжрибәһе булған белгес кәрәк”. Дипломлы кешене иртәгә урамға ҡыуып сығарасаҡ бәғзеләр, сөнки белем кимәле, оҫталығы һис ҡыҙыҡһындырмай уларҙы, ә бушлай файҙаланыу өсөн кәрәк. 35 — 45 йәшлектәргә инде бәләкәй эш хаҡына иҙән йыуыу, урам һепереү кеүек хеҙмәт эҙләү уңыш килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө хеҙмәт баҙары шарттары буйынса, ҡара эштән башҡаһына һеҙҙең йәшегеҙ үткән.
Ете ай тигәндә, ниһайәт, эшкә урынлаштым. Бер түгел ике урынға: хәләл ризыҡ тәҡдим иткән кафела һәм сауҙа-күңел асыу комплексында иҙән йыуам. Айына барлығы ун ике мең һум хеҙмәт хаҡы сыға. Яңғыҙ әбейҙең фатирында өс мең түләп бер бүлмәлә йәшәйем. Кафела хужа артып ҡалған аш-һыуҙы алып ҡайтырға рөхсәт бирҙе, был да үҙенә күрә аҡсаны һаҡсыл тотоноуға булышлыҡ итә. Тормошома һис тә зарланмайым, шөкөр, улым да яҡшы ғына уҡып китте.
Ҙур ҡалаға йәшәйем, эшләйем тип килеүселәргә һабаҡтарым иҫкәрмә булһын. Алданмағыҙ, ҙур эш хаҡы вәғәҙә итеүселәргә яҡын юламағыҙ, тоҙаҡҡа эләкмәгеҙ, сөнки беҙҙең илдә ябай эшсе ҡулдар бик осһоҙ баһалана. Бер генә йәмғиәт тә кеше хеҙмәтенән тыш бер минут та йәшәй алмай, тик Рәсәйҙә лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеүҙе кәрәк тип тапмайҙар. Әйткәндәй, эште таныштарығыҙ аша эҙләһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр”.
Эш эҙләүсенең сәхифәләрен
Лилиә ХӘЛИТОВА яҙып алды.


Вернуться назад