Ярҙам көн дә кәрәк15.07.2016
Һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һуңғы йылдарҙа 12 миллиард һумға яҡын аҡса сарыф ителгән. Ләкин эш әле бының менән генә тамамланмай, хәл ителәһе мәсьәләләр бар.


Шуға ла ошо көндәрҙә республика Хөкүмәт йортонда Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов Ветерандар эше буйынса координация советының ултырышын уҙғарҙы. Был йәһәттән Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Николай Гавва, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Глухова, һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Вәлиев сығыш яһаны.
Советтың эшләй башлаған ваҡытынан 10 861 ветеран һәм тол ҡатын торлаҡлы булған. Ә ошо юҫыҡта эште дауам итеү өсөн 2016 йылға федераль бюджеттан 895 миллион һум аҡса бүленгән. Николай Гавва был сумма 719 гражданға дәүләт ярҙамын күрһәтергә етә тип билдәләне. Ләкин йәшәү шарттарын яҡшыртыр өсөн сиратҡа тороусылар һаны арта бара, шуға күрә лә федераль бюджеттан тағы аҡса бүлеү мәсьәләһе күтәрелә.
Координация советында шулай уҡ ветерандарҙың йәшәү урынын төҙөкләндереү, ҡайһы­ла­рының алған торлаҡтарында үҙҙәренең йәшәмәүе тураһында ла әйтелде. Тулыраҡ итеп Татьяна Борисовна мәғлүмәт бирҙе: “Үткән йылда асыҡланыуынса, бары 25 ҡала һәм районда ғына барлыҡ ветерандар дәүләт биргән фатирҙа йәшәй, ҡалғандарында иһә был һан 64-42 процентҡа ҡайтып ҡала”. Был йәһәттән Премьер-министр урынбаҫары ветерандарҙың йәшәү шарттарын төплө тикшереп торорға ҡушты.
Торлаҡ төҙөкләндереүгә килгәндә, һуңғы өс йылда 1042 ветеранға һәм тол ҡатынға ярҙам күрһәтелгән. Был юҫыҡта төп эш Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығында атҡарылған, атап әйткәндә, 748 ветерандың йәшәү шарттары яҡшыртылған. Быйылғы йылдың тәүге яртыһында иһә 71 ветерандың ғына торлағы төҙөкләндерелгән. Сиратта – тағы 227 кеше.
Көн үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамын күрһәтеү ҙә ҡаралды. Һуңғы ярты йылда 2851 һуғыш ветераны тулы медицина күҙәтеүе үткән, йәнә 112 кеше шифаханаларға йүнәлтмә алған.
Әйткәндәй, Ветерандар эше буйынса координация советы Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 29 декабрендәге ҡарары менән ойошторолған. Уның эшмәкәрлегенә ветеран­дарҙы социаль яҡлау йәһәтенән ҡануниәтте камиллаштырыу, уларҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу, ошо эшкә башҡа ойошмаларҙы йәлеп итеү, йәнә ололарға ихтирамлы ҡараш булдырыу, йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү һәм башҡалар инә.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн ошо йүнәлештә алып барылған ғәмәлдәр ҡыуан­дыра. Тимәк, ветерандарға лайыҡлы ҡартлыҡ тәьмин ителә тиергә мөмкин.



Вернуться назад