Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле Сафия Яхия ҡыҙы Ғарипова-Өмөтбаеваны 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.Ҡәҙерлебеҙгә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә. Әсәһе йәшләй вафат булғас, Темәстәге мәктәп-интернатҡа уҡырға барыу ҡыҙға оло тормошҡа юл аса. Артабан БДУ-ның филология факультетын һәм Мәскәүҙә дефектология факультетын тамамлаған йәш белгес Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында, Дәүләкән, Балтас, Белорет, Баймаҡ райондарындағы үҙәктәрҙә балаларға телмәр серҙәрен өйрәтә. Уның тырыш, фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостандың мәғариф отличнигы исеме, күп һанлы Маҡтау грамоталары менән билдәләнә.
Ғаиләлә Сафия Яхия ҡыҙы — һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле хужабикә, яҡшы әсәй ҙә. Тормош иптәше Венер Миңлеғәлим улы менән татыу ғаиләлә Рәмил һәм Рөстәм исемле ике баһадир ул үҫтереп, юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Йәйҙәрен уның баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә, мул емеш-еләктән өҫтәле һығылып тора.
Беҙ ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарының игелеген күреп, шатлыҡта-ҡыуаныста ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән ире Венер, улдары Рәмил, Рөстәм, класташтары исеменән Миңзифа.