Яланға етеп машинанан төшкәс тә, күңелде ләззәткә сорнап, хуш еҫтәр иркәләне. Улар араһында төрлө сәскәләр, йәшел үлән, ер еҫе айырылып тора ине. Күрәһең, ауылды һағындырған... Сәхрәнең бер осонда палаткалар лагеры ойошторолған, ә уртаһында халыҡ кәсептәре, һөнәрселек күргәҙмәләре менән матур итеп биҙәлгән бер нисә тирмә ҡуйылған. Икенсе яҡта – ҙур сәхнә. Тик кешеләр генә күренмәй ине. Шул саҡ төптә, яландың бер осонда, кемдеңдер йәштәрҙе үҙ янына йыйып лекция һөйләгәнен күреп ҡалдым... Үткән аҙнала Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы янында үткән II “Урал мираҫы” башҡорт этнофорумы минең өсөн шулай башланып китте.Йома эш көнө булғанға күрә, был сараға кискә генә килдек. Былтыр Баймаҡ районында үткән тәүге этнофорумда булмағас, юл буйына: “Был йәштәр йыйынында мине нимә көтә: тағы бер “һабантуй”мы, әллә күңелһеҙ, йоҡлата торған оҙон лекциялармы?” – тип уйланып килдем.
Программа буйынса форум өс көн дауам итәсәк. Үҙебеҙ менән алып килгән әйберҙәрҙе, палатка, биштәрҙе машинанан бушатҡансы, беҙҙең янға башҡорт милли кейемендәге ике ҡыҙ килеп етте. Яҡындағы бәләкәй тирмәгә саҡырып, теркәлеү процесын үткәрҙеләр ҙә ҡатнашыусы папкаһын тотторҙолар.
Программаны ҡараһам, унда әллә күпме сығыш яһаусы, команда төҙөү, квест, “Бюрократ” уйындары һәм башҡа төрлө саралар ҡаралған. Ысынын әйткәндә, бик бай программа, барыһы ла килеп сыҡһын ғына инде.
Т
иҙ генә палаткалар лагерына барып, үҙебеҙҙекеләрҙе лә ҡороп, урынлаштыҡ. Һөнәрселек күргәҙмәһе башланып тора ине, шунда юл тоттоҡ.
Форумға байтаҡ ҡул оҫталары, борон-борондан килгән милли һөнәрҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыусылар саҡырылған. Баймаҡ районының Темәс һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылының халыҡ ижады үҙәгенән килгән оҫталар фәһемле дәрестәр үткәрҙе. Йәштәргә балаҫ нисек һуғылғанын, үлән ҡурайы һәм думбыра нисек эшләнгәнен күрһәттеләр. Егеттәргә уҡ-һаҙаҡтан атыу күңелгә ятһа, ҡыҙҙарға һаҡал, селтәр эшләү серҙәрен өйрәнеү яҡыныраҡ булды.
Дөйөм алғанда, форум йәштәрҙе тыуған еребеҙҙең тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡыныраҡ таныштырыуға, тупланған белемде ғәмәлгә ашырып өйрәнеүгә, йәш һәм өлкән быуын араһында бәйләнеш ептәрен көсәйтеүгә йүнәлтелгән.
Ошо маҡсаттарға ирешергә ярҙам итеү өсөн саҡырылған кешеләр үткәргән лекция һәм тренингтарҙы йәштәр йотлоғоп тыңланы. Яңы белем һәм мәғлүмәт үҙләштереү өсөн бик уңайлы булған форум барышында, теләгәндәр ял иткән ваҡытта эксперттар менән шәхсән аралашты, кәңәшләште.
“Урал мираҫы” йәштәр форумына Башҡортостандан ғына түгел, алыҫ араларҙы яҡынайтып, күрше Силәбе өлкәһенән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да йәштәр килгән. Оҫталыҡ дәрестәре алып барыусыларҙың да географияһы киң ине. Дондағы Ростов ҡалаһынан Мәхмүт Сәлимов, Мәскәүҙән Азат Баҙранов, Ҡантимер Хуртаев, Өфөнән Тимур менән Азамат Лоҡмановтар, Артур Бастанов, Ғабдулла Хәмитов, Рөстәм Нурыев, Юлдаш Йосопов, Зәки Әлибаев, Салауат Хәмиҙуллин, Руслан Алмаев, Динис Өмөтбаев һәм башҡа сығыш яһаусылар йәштәр күңеленә киләсәктә шытыр орлоҡтар сәсте.
Ике-өс көн эсендә танышып, аралашып һәм яҡынайып өлгөргән йәштәргә айырылышыу еңелдән булманы. Аҙ ғына ваҡыт эсендә улар бер-береһенә ныҡ өйрәнде, уларҙы бөйөк уй берләштерә ине. Йәштәрҙең төп маҡсаты – шул дөрләп янған уйҙың осҡондары менән башҡаларҙың да күңелендә усаҡ тоҡандырып ебәреү.