Яҡшының даны ете тарафҡа таралыр13.07.2016
Йәй уртаһы – яңы ғына мәктәп тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫырға йыйыныусы йәштәр өсөн айырыуса ҡыҙыу мәл: һөнәр үҙләштереү маҡсатында юғары йәки урта махсус уҡыу йортона инәһе бар бит әле.
Сибай педагогия колледжында ла бик тығыҙ көндәр. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Гөлнара Шәкирова әйтеүенсә, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Музыкаль белем”, “Физик тәрбиә”, “Ғәмәли информатика”, “Өҫтәмә белем биреү педогогы” һөнәрҙәрен алырға киләләр бында.
– Элек-электән беҙҙең педколледж асылына тоғро ҡала. Бынан сыҡҡан йәштәр һәр ерҙә тырышып, намыҫлы эшләй, хеҙмәт баҙарында кәрәкле белгес булараҡ уларға ихтыяж ҙур, – ти Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы. – Хатта шундай лаҡап ҡатыш юрау бар төбәктә: “Сибай педколледжында уҡығанһың икән, тимәк, кеше буласаҡһың”. Дөрөҫтөр, сөнки бында студенттарға төплө белем бирелә, заманса мөмкинлектәр тыуҙырылған, һәләттәрҙе үҫтереү, өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн шарттар бар. Ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡтан урын тәҡдим ителә, буфет эшләй. Планға ярашлы, быйыл көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу бүлектәренә 325 кешене алырға тейешбеҙ, әле 250-гә яҡын документ тапшырылған да инде. Күберәге “Ғәмәли информатика”, “Мәктәпкәсә белем биреү” һәм “Физик тәрбиә” бүлектәрен һайлай.
Беренсе Этҡол ауылынан Ғәзизйән Һунарғолов бала саҡтан спортты ярата, көрәш һәм волейбол менән ныҡлап шөғөлләнә, артабан да сәләмәт йәшәү рәүешенән айырылмаҫҡа иҫәбе. Шуға документтарын “Физик тәрбиә” бүлегенә тапшырҙы ул. Әсәһе Флүрә Фитрат ҡыҙы теләгенә ҡаршы килмәгән, киреһенсә, егеттең көслө уҡыу йортон һайлауынан бик ҡәнәғәт. Ә бына Ишбирҙе ауылынан Айзилә Исламғолова кескәйҙәр менән эшләргә теләй, шуға күрә документтарын һис икеләнеүһеҙ “Мәктәпкәсә белем биреү” бүлегенә бирҙе.
Сибай педагогия колледжында белем алырға теләүселәр араһында Ишембай, Әлшәй кеүек алыҫ яҡтарҙан да, хатта Силәбе өләкәһенең Ҡыҙыл районынан да барҙар. Яҡшының даны ете тарафҡа таралыр тигәндәй, Көньяҡ Уралда ғына түгел, тотош республикаға алдынғы педагогик уҡыу йорттарының береһе булып танылған, ярты быуатлыҡ тарихҡа эйә Сибай колледжын һайлаусыларҙың сафы йылдан-йыл арта барыуы был һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәй.