Эй, маляр, маляр, матурлана донъялар!13.07.2016
Эй, маляр, маляр, матурлана донъялар!“Евровидение” конкурсы менән Башҡортостан төҙөүселәренең оҫталыҡта ярышы ҡайһы яҡлап оҡшаш? Эйе, улар былтырғы еңеүсенең йәшәгән ерендә үткәрелә. Һүҙ юҡ, тәүҙә урындағы эш шарттары ныҡлы тикшерелә. Был йәһәттән Туймазы еренең “Башҡортостандағы төҙөлөш комплексының иң яҡшы штукатурлаусыһы” конкурсын ҡабул итә алырына һис кем шикләнмәне.


Ун йыл элек үткәрелә башлаған ярыш һәр саҡ тулы майҙан йыя, маһирлығын иҫбатларға ынтылғандар сафы тулыланғандан-тулылана. Быйылғы конкурста ҡатнашҡан командаларҙың бишәүһе – Өфөнән, башҡалары Туймазы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларынан ине. Оҫталар араһында күп йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһенә эйә өлкәндәр ҙә, тармаҡҡа яңыраҡ килгән йәштәр ҙә күренә. Иртәнге сәғәт 10-да ярыштың ғәмәли өлөшөнә старт бирелде. Ике кешенән торған звенолар күп ҡатлы йорттарҙың подъезына юлланды. Ике сәғәт ярым ваҡытта улар 25 квадрат метр майҙанды штукатурларға тейеш. Ойоштороусы фирманың әҙер ҡатышманы стенаға һиптереү өсөн сит илдән алынған бер нисә аппараты булһа ла, беҙҙең төҙөүселәр үҙҙәренең эш ҡоралын алып, штукатурканы өйрәнгән алым буйынса һала башланы. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй!Эй, маляр, маляр, матурлана донъялар!
Ярты сәғәт, ҡырҡ биш минут, сәғәт ярым... Күҙ алдында кирбес диуарҙар яңы төҫ ала. Баһалама ағзалары һәр нәмәгә иғтибар итә: эштең техно­логияһы, хеҙмәтте ойоштороу, хәүефһеҙлек талаптарын үтәү һәм, әлбиттә, сифат.
Төштән һуң эшселәр комбинезондарын күлдәккә, костюмға алмаштырҙы. Хәҙер улар ғәмәли белемен күрһәтәсәк. Конкурс комиссияһы рәйесе, Баш­ҡортостан Төҙөүселәр союзының башҡарма директоры Виктор Коротун ифрат талапсан, әммә ғәҙел: “Һорауҙар ауыр түгел. Уларға яуапты дүртенсе разрядлы һәр штукатурлаусы белергә тейеш. Билет алығыҙ, һанын әйтегеҙ, ултырығыҙ”.
Конкурсанттарға ҡоро штукатурканың өҫтөнлөк­тәрен, тәҙрәләр араһының күпме булырға тейешлеген, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инеш инструктаж үткәреү кемдең бурысы икәнлеген аңлатыу һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү кәрәк ине.
– Еңел булманы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты аҙаҡ Салауаттан Зилә Сафиканова. – Мин, мәҫәлән, “Театр биналарын биҙәгәндә ниндәй штукатурка иң яҡшыһы?” тигән һорауға яуап бирә алманым.
Артабан конкурс еңеүселәре бүләкләнде. “Өҫтөнлөк алыу өсөн тырышманыҡ, – тине оҫталар. – Ундай ынтылыш иғтибарҙы тупларға ҡамасаулай. Иң мөһиме – хеҙмәтебеҙҙең мөһимлеген күрһәттек, аралаштыҡ, күңелгә яңы дәрт-дарман алдыҡ”.
Ойоштороусылар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре иһә эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, предприятиелар менән уҡыу йорттары араһында бәйләнеште нығытыу кәрәклеген, ошондай сараларҙың хеҙмәт кешеләре, шулай уҡ ил, республика иҡтисады өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген билдәләне.






Вернуться назад