Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы грантына ойошторолған Йәш ижадсылар семинары башланыр алдынан яҙыусылар араһында төрлө фекерҙәр ҡайнашты: “Ҡулъяҙмалар таратылғанмы?”, “Әҙәбиәткә килгән йәштәр бармы ни ул?”, “Кимәле ниндәй һуң семинарҙың?” Һәр һорау урынлы һәм 23 июндә Өфөлә уҙған сара уларҙың һәр береһенә яуап бирҙе.
Өс секцияла эшләгән семинар барышында йәштәр өлкән әҙиптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алды, үҙ-ара фекер алышты, ижади йөктәренең һәлмәклеген ҡапшап ҡараны. “Урыҫ телен өйрәнер инем!”
Урыҫ телендә ижад иткәндәр менән “Бельские просторы” журналы хеҙмәткәрҙәре, прозаиктар Юрий Горюхин менән Светлана Чураева, шағир, тәржемәсе Сергей Янаки осрашты. Виктория Майер (Күмертау), Илина Вахитова (Өфө), Лола Грей (Илеш районы), Лола Уколова (Шаран районы), Эвита Гайнеттың (Санкт-Петербург – Белорет) ҡулъяҙмалары менән танышҡас, һәр береһенә ентекле анализ эшләнде, кәңәштәр бирелде.
Әйткәндәй, семинарҙа ҡатнашҡан авторҙарҙың күбеһе менән яҙыусылар Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған “Әҙәби нағыш” республика марафонында танышҡайны. Виктория Майерға ул ваҡытта ла әҙиптәр әҙәбиәткә етди ҡараш менән ижад итеүҙе теләһә, был юлы ошо уҡ һүҙҙәр ҡабатланды.
Илина Вахитова — Рәсәй кимәлендә ойошторолған йәштәр конференцияһында ҡатнашып, ҡулъяҙмаларына юғары баһа алған ҡыҙ. Уға ла семинар етәкселәре ҙур өмөт бағлай.
Лола Уколова тигән псевдоним аҫтында яҙышҡан Ләйсән Диярова иһә – урыҫ телендә ижад иткән башҡорт ҡыҙы. Бөгөн проза жанрына тотонған замандаштар шиғыр яҙыусылар кеүек үк байтаҡ. Әммә кескәй генә тормош сәхифәһендә геройҙың холҡон асып, заманды һүрәтләү һәр кемдең ҡулынан килгән эш түгел. Шулай ҙа Ләйсәндең хикәйәләре ҙур өмөт уята. Тап бына ошондай ижади осрашыуҙарҙа профессионалдарҙан кәңәш ишетеү, моғайын, унда жанрға ҡарата яңы фекер уятыр. Лола Грей псевдонимы аҫтында яҙышҡан Татьяна Нәбиева – үҙенсәлекле образдар менән эш иткән шағирә. Әйткәндәй, уның шиғырҙары Рәсәйҙең I әҙәби баҫмаһы “ЛиФФт”та баҫылып сыҡты.
Урыҫ телендә ижад иткәндәр хаҡында һүҙ әйткәндә шуны ла өҫтәп китергә кәрәк: башҡорт, татар яҙыусыларына ла, урыҫ телендә әҫәр тыуҙырмаһа ла, мәҡәлә яҙырға өйрәнеү һис ҡамасауламаҫ ине. Яңыраҡ Ҡырымда үткән әҙәби фестивалдән һуң тыуҙы был фекер. Беҙ һаман үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ һәм бер-беребеҙҙең ижадын түгел, шәхесен “ентекле өйрәнеү” менән мәшғүлбеҙ. Күберәк ойошторолорға тейеш ижади конференциялар, сөнки улар барышында йәштәр менән бергә өлкәндәр ҙә яңы заман әҙәбиәте талаптары менән таныша. Бөгөнгө уҡыусыны өгөтләп, кәрәк тип кенә китапҡа йәлеп итеп булмай. Йәштәр быны яҡшы аңлай һәм шуға ла үҙ һүҙҙәрен тап заманса образдар менән әйтергә ынтыла.
Урыҫ теле аша донъя кимәленә сыға башҡорт әҙәбиәте. Был хаҡта мәҡәләләремдә яҙғаным да булды. Урыҫ теле секцияларының ултырышында киләсәктә тәржемә хаҡында етди һүҙ алып барыу зарурлығы тыуҙы.
Бөгөн Рәсәй милли әҙәбиәттәргә йөҙө менән борола. Кем белә, бәлки, башлап яҙыусылар араһында ла бынамын тигән тәржемәселәр ултыралыр? Урыҫ телле ижадсыларҙың семинар етәкселәре лә бит республикала ғына түгел, хәҙер инде Рәсәйҙә билдәле тәржемәселәр. Светлана Чураева менән Сергей Янаки хаҡында һүҙем.
“Был ҡулъяҙмала ниҙер бар...”
Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы етәксеһе, билдәле прозаик Сабир Шәрипов тарафынан киң ҡулланылған һүҙбәйләнеш был. Бар ғүмерен әҙәбиәт бүлегендә, әҙәби баҫмаларҙа башҡаларҙың ҡулъяҙмаһын уҡыуға, уларҙан әҙәби ем эҙләүгә бағышлаған Сабир Нәғим улының фиҙакәрлегенә таң ҡалам мин. Редакцияларға шиғыр, хикәйә ебәргән авторҙар бихисап. Уларҙың һәр береһен тикшереп, ҡәләм тирбәтеүсенең күңелен күтәрерлек һүҙ әйтә белеү – шулай уҡ ысын ижадсының изге бурысы. Шиғырҙарҙы баһалау проза әҫәрҙәре менән сағыштырғанда улай уҡ күп ваҡыт талап итмәй. Әллә нисәшәр йөҙ битлек романдарҙы, повестарҙы уҡып сыҡмай тороп, күҙ төбәп килгән авторға нимә тип яуап бирә алырһың?
Сабир Шәрипов бына инде оҙаҡ йылдар дауамында әҙәбиәткә ынтылыусыларҙың “ҡәләмен ослай”, ҡанат ҡуйырға тырыша. Бигерәк тә башлап яҙыусылар уның фекеренә мохтаж. Йәш ижадсылар семинарының проза секцияһына тап уның етәкселек итеүе лә юҡҡа түгел, сөнки Сабир Нәғим улы — тотош башҡорт прозаһы хаҡында фекер йөрөткән, һәр ҡулъяҙма тураһында айырым ҡарашы булған яҙыусы.
Был юлы ҙур фиҙакәрлек күрһәтеп башҡарҙы прозаиктар үҙ эшен. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың да булыуы секция ултырышына бәҫ өҫтәне. “Мәңгелек урман”ын шаулатҡан өлкән әҙип менән күрешеү башлап яҙыусы өсөн – үҙе мәртәбә. Белореттан Әлиә Саматова, Бөрйәндән Нурзилә Усманова, Шаран районынан Рузанна Кашапованың (татар телендә ижад итә) ҡулъяҙмалары профессионалдарҙа өмөт уятты. Әлбиттә, бөгөндән тотоп алып, һис бер төҙәтеүһеҙ матбуғатҡа бирерлек әҫәрҙәр юҡ, әммә һүрәтләү оҫталығы, заманды һынландырырға тырышыу йәштәрҙең яҙғандарын ҡыҙыҡлы итә. Моғайын, ошо осрашыуҙан һуң улар әҙәбиәттең ниндәй етди донъя, сәнғәт институты икәнен тәрән аңлар һәм ҡәләменән тамғандарға яңы һулыш өрөр. Прозаиктар Мөнир Ҡунафин, Дилбәр Булатова уларға шуны теләне.
Шиғыр яҙыу һүҙ һатыу түгел
Ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр шиғриәт секцияһы ултырышында ла дауам итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, шағирҙар Мәүлит Ямалетдинов, Гөлнур Яҡупова, Салауат Әбүзәров, Азамат Юлдашбаев, Зөфәр Вәлит, Мөнир Вафин, Илдус Фазлетдинов ҡулъяҙмаларҙы ентекле уҡып, һәр авторға үҙ кәңәшен әйтте.
Һөйләшеүҙе Дәүләкән районынан килгән Гөлүзә Әхмәҙиеванан башлайыҡ. Ул иң йәш ижадсы – VII класс уҡыусыһы. Гөлүзә райондың “Дим” ижад берекмәһендә лә шөғөлләнә, балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинанан оҫталыҡ дәрестәре алғаны булды. Ошоларҙың барыһы ла яҙғандарына йоғонто яһамай ҡалмағандыр, моғайын. Гөлүзәнең “Ҡояш ҡар ашай”, “Ябып күңелемде асам” кеүек яҙмаларында тап балалар шиғриәтенә хас ауаздар ишетелә. Гөлфиә Юнысованың, Гөлнур Яҡупованың ентекле анализынан ул да үҙенә кәрәкле фекерҙәрҙе төйнәп ултырғандыр. Күренекле шағирәләр ритм, рифма кеүек шиғырҙың төҙөлөшөнә ҡағылышлы деталдәрҙән алып эске моң, образдар системаһы хаҡына тиклем һөйләне. Әлбиттә, сәхнәгә сыҡҡан шағир Салауат Әбүзәровтың һүҙҙәре болотло көндә ойоп барған залды терелтеп ебәрҙе.
— Бына әле бөтәгеҙ ҙә шиғыр уҡынығыҙ. Әммә берәй ерегеҙ земберләп киттеме? Минеке – юҡ! – тине ул.
Әммә заман башҡа – заң башҡа. Ҡәләмдәштәрем менән килешмәҫкә булдым: әгәр бөгөн, ғәм халыҡ әҙәбиәттән, китаптан ғына түгел, бик күп башҡа изге төшөнсәләрҙән баш тартҡан заманда йәштәр ҡулына ҡәләм ала, һыҙланыуҙарын теркәй, заманын һүрәтләргә тырыша икән, был бит үҙе хуплауға лайыҡ. Юҡ, һис кенә лә йәш ҡәләмдәштәрҙең адвокаты булырға йыйынмайым, бары тик һүҙ йөрөтөрлөк шиғырҙар, ысын әҫәрҙәр барлығы хаҡында ғына һөйләүем. Әгәр инде ул теманы һүҙ сәнғәте кимәленә күтәрә алһаң, тағы мәслихәт! Шағир халҡы, заманы тураһында мотлаҡ яҙырға тейеш. Беҙ бөгөн үҙебеҙ өсөн лирик Рәми Ғариповты асабыҙ. Ә бит заманында уны тап “Батшаларға башын эймәгәнде сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ” йәки “Туған тел” шиғыры өсөн халҡы күтәргән, үҙ иткән. Шул уҡ Ш. Бабичтың да “Башҡортостан азат булһын тиһәң, бер йәнемә миллион үлем бир!”, “Алда нур сәс халҡыңа!” һүҙҙәре үҙенән алда йөрөгән. Эйе, шағир – ул рәссам, әммә заманын үҙе күргәнсә һүрәтләргә тейеш, сәнғәтсә балҡыта белеү зарур, ә нисек бар шулай түгел. Сәнғәтсә балҡытыу – тимәк, образлы фекерләү. Таңсулпан Рәсүл дә халыҡ яҙмышына мөрәжәғәт иткән. Унан киләсәктә лә башҡорт халҡының заманса образын һынландырған әҫәрҙәр көтөп ҡалам.
Рәсимә Сәлихова, Гөлфирә Вәлиева, Айгөл Йәмилева – тәбиғәттән шиғри күңелле авторҙар.
Гөлфирәнең
“Ямғыр тамсылары асфальт буйлап
Тәгәрәгән була түбәнгә.
Ни мәғәнә шулай йүгереүҙән,
Ҡот бирмәгәс йәшел үләнгә”,Рәсимәнең
“Ҡыҙыу утта бешерәләр мине,
Яндыралар.
Үсекләгән ише эҫе тәнгә,
Һыу ҡоялар...
Түҙеп торор әмәлем юҡ,
Бөттө башым.
Ҡайҙа минең һил йылғала
Ятҡан сағым?!
Һағыныуым тәбиғәтте
Сиктән ашты...” —
тип уйланы моңһоуланып
Мунса ташы”, Айгөлдөң
“Хәҙер килеп, ямғыр менән яҙҙың
Бергә ҡала алмаҫтарын белһәм дә,
Төнгө сәғәттәрҙә, Шопен моңдарында
Йөрәгемде һалам бейеүгә”, –тигән шиғыр юлдары мине генә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын. Уларға күңел кисерештәре оҫта һалынған.
Шиғриәт – ул кәйеф, шиғриәт – ошо мәл сағылышы, тик образда. Гөлназ Искәндәрованың яңы стилдә, верлибрҙар менән ижад итеүен шиғриәттә Ш. Анаҡ, Ғ. Ишкинин, А. Юлдашбаевтың алымдарын дауам итеү тип ҡабул итәм. Рифмаланған шиғырҙарҙан эҙләгән төҙөклөктө табырға тырышмағыҙ унан, бары тик йәш авторҙың үҙе булып ҡалыуҙан ҡурҡмауына иғтибар итегеҙ.
Ә бына ошо уҡ фекерҙе Рүзилә Иҫәнбаеваға ҡарата әйтеп булмай. Ул уҡытыусы булып эшләй, шуға күрә әҙәп нормалары, балаларға өлгө булып тороу маҡсаты уның яҙғандарынан уҡ бөркөлөп тора. Рүзилә “тәртипле” шиғырҙар яҙа. Юҡ, бының менән мин шиғриәт тәртипһеҙ булырға тейеш тип әйтмәйем, бары тик ижадта асыҡлыҡ, ихласлыҡ кәрәк. Рүзилә, әйтерһең, шартлап асылырға торған бөрө, әммә көндән ояла. К. Әхмәтйәнов кеүек шиғриәткә етди анализ биргән тәнҡитсенең китаптарын уҡыһа, моғайын, ул яңыса балҡып китер.
“Юлдаш” радиоһы эфирында ла сығыш яһаны йәштәр. Темалар тарлығы, заман геройы булмауы, йәштәрҙең китап уҡымауы хаҡында ла һөйләнеләр. Әммә кем ҡамасаулай һеҙгә, йәштәр, тап үҙегеҙ теләгәнсә яҙырға? Бары тик әҫәр генә булһын. Айгөл Йәмилеваға кем әйтә алһын интим шиғриәт булмай тип?! Рәми Ғарипов тарафынан асылған шиғриәттең был ишеге бөгөн дә бикле түгел: кемдәр генә яҙмай хәҙер ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте сағылдырып. Бары тик сәнғәтсә яңғыраһын яҙғанығыҙ!
“Халыҡ нимә ишетергә теләгәнде әйтергә түгел, беҙҙең яҙғандар артынан башҡалар эйәрерлек юғары кимәлдә булырға тейеш ижад”, – тине Венер Сәлихов. Афарин! Тап шулай! Асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һәр нәмәне исеме менән атайым тип, беҙ халҡыбыҙҙың төп асылы булған кинәйә, йәки шул уҡ шиғыр менән һөйләшеүе хаҡында онотоп ебәрәбеҙ түгелме?..
Тик, шағир Мәүлит Ямалетдинов әйткәнсә, маңлайына “шағир” мөһөрө баҫылған Венер Аллаһ Тәғәлә биргән һәләтенә яуаплы ҡараймы һуң? Миҙалдың бер яғында һәләт булһа, икенсеһендә – яуаплылыҡ. Әммә өсөнсө яғы ла бар, ул — замандың үҙе. Бөгөн тап ана шул рәүешле тәгәрәп бара ижад. Яуаплылыҡ юҡ, һәләт аҫта ҡалған, ә өсөнсө ҡырында үҙе менән бергә алып елә заман ижадсыларҙы. Өсөнсө ҡырында дәүер тәгәрәй. Әммә минең шундай тәрән ышанысым бар: гелән былай булмаясаҡ. Һуңғы арала мәҡәләмдән мәҡәләмә күсереп бер фекерҙе йөрөтәм: изге урын буш тормай. Бер көн килеп кешелек әҙәбиәткә йөҙө менән бағасаҡ, сөнки бөтәһе лә әйләнештә бара, һәм йән, тән сафлығына ынтылған әҙәм балалары рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмаясағын аңлаясаҡ.
Хәйер, быны бөгөн дә яҡшы төшөнгәндәр бар. Күңелдәр рухи таҙарыныуға табан ынтылған мәлдә тап һүҙ сәнғәте ҡотҡарасаҡ. Йөрәктәр яҡты хисһеҙ, нурлы балҡышһыҙ ҡалыр саҡта иманға әйләнгән әҙип һүҙенән йәнә дауа эҙләрбеҙ. Әҙәбиәтте тик яҡшылыҡ таратыусы тип күргән йәш ижадсы Динара Кәримова ошо хаҡта яҙа, һөйләй. Бөгөн әҙәбиәткә килгән йәштәргә йөҙөбөҙ менән тороуыбыҙ – башҡорт әҙәбиәтендәге быуындар бәйләнеше тигән изге төшөнсәне һаҡлай алыуыбыҙ ул. Йәш ижадсыларҙың береһе Денис Ғилманов та Ш. Бабич ижадын өйрәнеүе генә түгел, ә тап уның стилендә ижад итеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Йәш саҡта һәр кемдең идеалы була. Моғайын, Денистың күңел ҡәғбәһе Бабич ялҡынына ынтыла торғандыр. Зыян юҡ, әммә әҙәбиәттә үҙ һуҡмағыңды ла табыу мөһим. Бөгөн ҡыйыу фекерле мәҡәләләр яҙырға баҙнат иткән йәш коллегамдың үҙ юлын табырына һис шикләнмәйем.
Баш осонда илай-илай
Һуңғы тапҡыр ҡыш ураны.
Бүтән инде минең алда
Шыңшымаҫ та ас бураны… —тип яҙа ул.
Борай ҡыҙы Йәмилә Зарипованың “Күпме яугир яуҙа ятып ҡалған Йәшәр өсөн беҙҙең йөрәктә” тигән юлдарын уҡып, әле булһа тетрәнәм. Шиғри моңдар урап үтмәй бит йәштәрҙе, бары тик Күктән йондоҙ булып ҡойолғанды шиғыр итеп тә ҡоя белеү кәрәк!
Шағир Мөнир Вафин берсә юмор аша, берсә уйландырырлыҡ тәнҡит һүҙҙәрен әйткәндә, шиғриәттә ребус ҡороп һәм кеше аңламаҫлыҡ итеп яҙыу модала түгеллеген, моғайын, йәштәр ҙә төшөнгәндер. Фән кандидаты булараҡ, Илдус Фазлетдинов ана ниндәй етди анализ эшләне. Шағир Мәүлит Ямалетдинов йәштәргә ижад мәктәптәре булдырыу, әҙәби йүнәлештәр биреү хаҡында иҫкә төшөрҙө.
Сараны төп ойоштороусыларҙың береһе Зөлфиә Күскилдинаның семинарҙы юғары кимәлдә уҙғарыуға күп көс һалыуын айырым билдәләп үткем килә. Башынан алып аҙағына тиклем бер ижадсы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы, сәй табынында башланған аралашыу лайыҡлы дипломдар, китаптар бүләк итеү менән тамамланды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев һәр йәш ҡәләмдәшенә мөрәжәғәт итеп: “Һайлаған юлығыҙҙан тайпылмағыҙ!”– тине.
Беҙҙә бөтә юлдар ҙа асыҡ. Матбуғатта, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә, радио һәм телевидение эфирҙарында йәштәрҙе көтөп торалар. Секциялар аша үткән ҡулъяҙмаларҙың “Йәштәр тауышы” серияһында даими донъя күреп тороуы – үҙе ҙур ваҡиға. Шағир – ул һүҙ маһиры. Ул, бәлки, ошо әҫәрен нисек яҙғанын аңлатып та бирә алмаҫ, әммә шиғыр тыуҙырған! Шиғриәт – тере энергетика. Ул авторҙың йөрәгенән сыҡҡан ялҡын менән башҡаларҙы ла ялмап алырға тейеш. Берәүҙе лә “Яҙ!” тип көсләп эшләтеп булмай. Әҙәбиәт күңелеңдә юҡ икән, көсәнмә. Әммә, әгәр ошо юлға баҫҡанһың икән, һиңә тиклем һалынған диуарҙарҙы мотлаҡ емерергә түгел, йәш ижадсы. Күкте балҡытып үткән йондоҙҙай, ижад та балҡышлы булыуы менән арбай.
Шағир Һаҙи Таҡташ әйтмешләй, мөхәббәт — ул үҙе иҫке нәмә, һәр бер йөрәк уны яңырта. Бер ҡараһаң, әҙәбиәттә яңы тема ла, образ да, әйтелмәгән фекер ҙә ҡалмаған һымаҡ, әммә һәр заман һыҙланыуҙары шағир күңелен тетрәндермәй ҡалмай. Юҡҡа ғына халыҡ шағиры Рәми Ғарипов: “Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте”, – тимәгәндер. Заманығыҙҙы йырлағыҙ, йәштәр!