Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҡаҙнанан финанслау күләме буйынса икенсе урында тора. Тимәк, дәүләт был тармаҡты үҫтереү өсөн аҡсаһын йәлләмәй. Шуға күрә медицина етәкселеге лә ошо хәстәрлектең ҡәҙерен белергә, йәмәғәтселек милкен тейешенсә файҙаланырға бурыслы. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров та яңыраҡ шулай тип белдергәйне. Бындай ҙур сығым үҙ маҡсатына өлгәшәме?Былтыр дауалау учреждениеларын финанслауҙың дөйөм күләме 53 миллиард һум тәшкил итте, шунан алдағы йыл менән сағыштырғанда, был 8,4 процентҡа күберәк. Булған мөмкинлектәрҙе һаҡсыл файҙаланыу һөҙөмтәһендә тармаҡтағы эш хаҡын биш процентҡа арттырыу форсаты тыуҙы, хәҙер Башҡортостандағы медицина ойошмаларында уртаса хеҙмәт хаҡы – 23 мең 700 һум.
– 2018 йылға мотлаҡ медицина страховкалауында ҡатнашырға хоҡуҡлы хосуси медицина учреждениелары һанын 4,2 процентҡа арттырырға тейешбеҙ, – тине министр. – Быны эшләргә тормош үҙе мәжбүр итә. Бындай клиникалар ҡаҙна аҡсаһын экономиялауға, ҡиммәтле дауалау ҡорамалдарын һаҡсыл тотоноуға булышлыҡ итәсәк.
Әлбиттә, барыһын да кадрҙар хәл итә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әле 87 мең кеше эшләй, шуның 14 меңе – табиптар. Бер ҡараһаң, тотош армия... Ләкин табиптар етешмәй. Уларҙы эшкә йәлеп итеү маҡсатында төҙөлгән төрлө федераль һәм республика программалары артыҡ ҙур һөҙөмтә бирмәне: халыҡтың дауалаусылар менән тәьмин ителеше үҙгәрмәне тиерлек. Тимәк, әлеге саралар заман үҙенсәлектәрен тейешле кимәлдә иҫәпкә ала белмәгән. Был хәлде һаулыҡ һаҡлау тармағы етәкселеге үҙе лә танырға мәжбүр.
– Табиптарға икешәр йәки өсәр эш урынын биләү мөмкинлеген биргән осраҡтар ҙа йыш. Был да медицина хеҙмәтләндереүенең сифатында кире сағылыш тапмай ҡалмай, – тине Әнүәр Бакиров.
Беҙҙең республика 2012 йылдан алып “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша. Ошо сара биргән өҫтөнлөктәрҙе файҙаланып, райондарҙағы дауаханаларға байтаҡ белгестәр ебәрелде. Һәр хәлдә, күрелгән саралар ауыл ерендәге табиптар һанын кәметмәҫкә мөмкинлек бирҙе. Шулай ҙа был хәл маҡсат итеп ҡуйған кимәлгә етеүҙән алыҫ әле. Башҡортостандың 14 районында, мәҫәлән, һәр 10 мең кешегә 20-нән аҙыраҡ табип тура килә. Ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау йәмғиәте белешмәһенә ҡарағанда, ошо тиклем халыҡ кәмендә 28-29 медицина белгесе менән тәьмин ителергә тейеш. Министрлыҡ ауыл дауаханаларына быйыл өҫтәмә рәүештә 150 табип саҡыртып килтереү маҡсатын ҡуя.
Урта медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ тағы ла ҙурыраҡ. Шуға күрә республикала “Ауыл фельдшеры” программаһын тормошҡа ашырыу бурысы ла билдәләнде. Уны үтәү маҡсатында ҡаҙнанан 36 миллион һум бүленә. Аҙмы был, күпме? Ошо аҡсаға 70 фельдшерҙы эшкә саҡырырға була икән. Күренеүенсә, ниндәйҙер аҙымдар яһала, әммә проблема тиҙ арала ғына хәл ителмәҫкә оҡшаған.
Беҙҙең республикала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙар үлеме кимәле лә кәмемәй тиерлек, был фажиғәгә юл ҡуймау буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында иң һуңғы урындарҙың береһен биләй (диаграмманы ҡарағыҙ). Был артта ҡалыуҙың сәбәптәрен медицина етәкселеге беҙҙә акушерлыҡ, терапия һәм педиатрия хеҙмәттәренең үҙ-ара тейешле кимәлдә килешеп эшләмәүендә, ауырлы ҡатындарҙың үҙ ваҡытында һәм алдараҡ дауаханаға ҡабул ителмәүендә генә түгел, ә социаль юҫыҡта ла күрә: имен булмаған ғаиләләрҙә сабыйҙар үлеме айырыуса йыш осрай, уларҙың ата-әсәһе табиптарға мөрәжәғәт итергә лә ашыҡмай.
Хосуси клиникалар, әлбиттә, сифатлыраҡ ярҙам күрһәтә, тиҙерәк хеҙмәтләндерә. Әммә сабыйҙар үлеменең артыуына сәбәпсе әлеге имен булмаған ғаиләләрҙең ундай ойошмаларға йөрөргә хәленән килерме?
Дауалау ойошмаларының байтағының бинаһы яртылаш туҙған. Учреждениеларҙың 10 проценты яраҡлаштырылған биналарҙа көн күрергә мәжбүр. Матди хәлде яҡшыртыу өсөн бүленгән аҡса, министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, нигеҙҙә, авария осраҡтарын булдырмауға һәм тикшереү органдарының күрһәтмәләрен үтәүгә китә. Тимәк, базаны нығытыу буйынса аныҡ ҡына эш ғәмәле юҡ. Төп фондтарҙың торошо буйынса исемлек былтыр ғына төҙөлдө һәм артабан шуның буйынса эшләйәсәктәр. Матди хәлде яҡшыртыуға былтыр ҡаҙнанан ике миллиард 300 миллион һум аҡса бүленде.
Медицина хеҙмәтләндереүенең сифатына контроль хәҙерге һаулыҡ һаҡлау системаһының иғтибар үҙәгенән төшмәй. Былтыр халыҡтан 10 меңдән ашыу ялыу һәм мөрәжәғәт килгән. Улар буйынса министрлыҡ план буйынса һәм пландан тыш та көндәлек тикшереү үткәреп тора.