Һинд ҡыҙҙары атайлы06.07.2016
Был көндәрҙә халҡыбыҙ Ураҙа байрамын билдәләй. Хаҡ мосолмандар бер ай буйы төрлө ярамаған ғәмәлдәрҙән тыйылып торҙо, ошо осор ахырында мохтаждарға фытыр саҙаҡаһы бирҙе. Ҡыҫҡаһы, хәлдәренән килгәнсә яҡшылыҡ, изгелек ҡылдылар.
Эйе, шулай. Әммә ошондай байрамдар уҙыу менән көнитмешебеҙ кире үҙ көйөнә бейей башламаҫмы икән? Ғәҙәттә, һәр кем матур йәшәргә ынтыла, бының өсөн үҙенсә тырыша. Күптәр маҡсатына ирешер өсөн хәләл көсөн түкһә, кемдер мутлыҡҡа, хәйләләүгә барырға ла тартынмай. Ә ошондай осраҡтарҙа яҡлау-һаҡлауға иң ныҡ мохтаж ҡатлам – ул балалар.
Әсәйле бала етем түгел, тиһә лә халыҡ, атайлы бала барыбер арҡалы инде. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдәге 18 йәшкә тиклемге һәр етенсе бала тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнә. Әйткәндәй, күпселек өлөшө (94 проценты) атайһыҙ ғаиләләрҙә. Ҡалған алты процентында ғына сабый атаһы менән йә өләсәһе-олатаһы, башҡа туғандары ҡарамағында йәшәй.
Яңғыҙ әсәләрҙән тыуғандарҙы йәки атаһы вафат булғандарҙы иҫәпләмәгәндә лә, ата-әсәһе айырылышҡан осраҡтар барыбер күпселекте тәшкил итә. Был хәлдә уларҙың береһе, башлыса атай кеше, балаһын тәрбиәләүгә алимент аҡсаһын түләргә тейеш. Ләкин байтаҡ граждан ошо бурысын үтәмәй ҡасып йөрөй. Һуңғы йылдарҙағы суд статистикаһына ҡарағанда, илдә ике миллион 200 мең ҡыҙ һәм малай ай һайын үҙенә тейешле сумманы ала алмай. Ә бит уларҙың биштән бер өлөшө аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә көн күрә.
Әлбиттә, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән ата-әсәләргә ҡарата яза йылдан-йыл ҡатылана бара. Рәсми эшләмәү етди сәбәп тип һаналмай, сит илгә сығыу тыйыла... Быйыл 15 ғинуарҙан транспорт йөрөтөү хоҡуғын сикләү ғәмәлгә инде... Айырыуса ипкә килмәгәндәрҙе хатта иркенән дә мәхрүм итәләр... Былтыр ғына Башҡортостан судтарында, мәҫәлән, ошондай енәйәт ҡылыусыларға ҡарата 2022 эш ҡаралып, ғәйепләнеүселәр төрлө язаға тарттырылды.
Был тәңгәлдә яңыраҡ Интернет селтәрендә бер үҙенсәлекле байрам тураһында яҙма күҙгә салынды. Баҡһаң, июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә донъяла Атай көнө билдәләнә. Улдар һәм ҡыҙҙар яҡындарын байрам менән ҡотлай, бүләктәр бирә. Был көндөң символы – ҡыҙыл раузалар. Ә кемдең атаһы мәрхүм инде, уның ҡәберенә аҡ рауза гөлләмәһе һалалар. Һәр илдең, һәр халыҡтың үҙ йолалары, тиһәләр ҙә, һәр хәлдә, әсәйҙәргә арналған байрамдарҙы үткәргәндә атайҙарҙы ла онотмау насар түгелдер.
Ләкин бөгөн һүҙем икенсе нәмә тураһында. Ҡайһы бер илдәрҙә атайһыҙлыҡ күренеше яҙмышҡа айырыуса ныҡ йоғонто яһай. Мәҫәлән, Һиндостанда. Был илдә ғаилә башлығы вафат булһа, ҡыҙ кешене кейәүгә биреүе уғата ауыр икән. Быуаттар буйына һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар туйҙы үткәреүгә ҙур сығым талап итә. Ҡыҙҙың бирнәһендә лә алтын-көмөш биҙәүестәрҙән тыш мотлаҡ матур кейем-һалым, яңы һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы булырға тейеш. Атайһыҙ ярлылар был тиклем бурысты күтәрә алмай. Шулай аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән “доури”һыҙ (бирнәһеҙ) ҡыҙ ауыр яҙмышҡа дусар ителә.
Шөкөр, шундай бәхетһеҙҙәргә ярҙам итеүселәр ҙә табыла. Гуджарат штатының Әхмәтәбад ҡалаһынан эшҡыуар Махеш Савани ун йыл инде етем ҡалған ҡыҙҙарҙы ҡурсалай. Ябай крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан йүнсел ҡырҡ йыл элек хеҙмәт юлын затлы таш эшкәртеүсе булып башлай. Тора-бара үҙенең эшен асып, байып китә. Әле ул күсемһеҙ милек, гәүһәр таштар менән сауҙа итә, уҡыу йорттары селтәренә хужа.
Туғаны үлеп китеп, ике ҡыҙы уның ҡарамағында ҡалғас, Махештың ошондай етемдәрҙе уйлап күңеле һыҙа. Һәм ул яҡын-тирәләге һинд ҡыҙҙарына матди ярҙам күрһәтә башлай. Ул ғына түгел, һәр береһенең туйын да ойоштороп, кейәүгә лайыҡлы бирә, артабан да ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып тора. Быйылғы йыл башынан ғына ла ул һәр береһе алты мең долларҙан ашыуға төшкән 216 туй тантанаһында ҡиәмәтлек атаһы булып ултыра. Ә Махештың шундай 472 “ҡыҙы” бар!
Белеүегеҙсә, Һиндостан йәмғиәте дин буйынса ғына түгел, төрлө социаль ҡатламдарға – касталарға ла бүленә. Улар мөмкинлектәре менән бер-береһенән ныҡ айырыла. Түбән кастаға ҡарағандарҙың төрлө хоҡуҡтары сикләнә, шунлыҡтан уларға көн итеүе бигерәк тә ҡыйын. Шуныһы мөһим – Махеш ярҙамға мохтаж ҡыҙҙарҙы дин һәм каста буйынса айырып ҡарамай. Мәҫәлән, бәләкәй саҡта уҡ атайһыҙ ҡалған мосолман ҡыҙы Нахеда Бану әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡиәмәтлек атаһы ярҙам итмәһә, ул яҡшы белемгә лә эйә булмаҫ, кейәүгә лә уңышлы сыға алмаҫ ине...
Бик фәһемле миҫал, эйеме? Һиндостанда Атай көнөн ҙурлап билдәләүҙәрен иҫәпкә алғанда, был байрамда Махеш Саваниҙы бер юлы 472 ҡыҙы ҡотлағандыр. Ошо үҙе бәхет түгелме ни?! Беҙҙең Ураҙа байрамы көндәрендә лә ул-ҡыҙҙарына алимент түләмәй ҡасып йөрөгән атайҙар шул хаҡта уйланып, үҙ балаларына булһа ла изгелек эшләһә, шул рәүешле сауап алһа, насармы ни...