Йомарттар, сабырҙар сауабын алырҙар06.07.2016
Йомарттар, сабырҙар сауабын алырҙар
Ураҙа байрамы менән!

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Байрам күп быуатлыҡ ислам мәҙәниәтенең иң яҡшы йолаларын сағылдыра, кешенең әхлаҡи йәһәттән камиллашыуын, яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә һәм мохтаждарҙың хәленә инергә ынтылышын кәүҙәләндерә. Ислам динен тотоусылар был көндәрҙә мохтаж булған һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты.
Башҡортостанда мосолман руханиҙары дин тотоусыларҙы берләштерә, конфессия-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, йәштәр араһында башҡа диндәргә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә күп көс һала. Төбәктә мәсеттәр төҙөү дауам итә, ислам йолалары буйынса белем биреү яҡшы кимәлдә ойошторолған, йәштәр менән әүҙем эш алып барыла, хажға барырға теләгән мосолмандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәр бихисап.
Изге Ураҙа байрамы көндәрендә һеҙгә һаулыҡ, тыныслыҡ теләйем. Яҡты байрам йорттарыбыҙға шатлыҡ һәм именлек алып килһен!

Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ.


Ураҙа ғәйетендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Дим районындағы “Мәҙинә” мәсетендә булды. Бында, башҡа иман йорттарындағы кеүек үк, Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан байрам вәғәзе бара ине. Республика етәксеһе мәсеттең имам-хатибы Замир хәҙрәт Хәйруллин менән осрашты, йәмәғәт намаҙында ҡатнашты, мосолмандарҙы изге байрам менән тәбрикләне.


“Иман йорто бик күп халыҡты йыйған. Изге байрамды яҡты уйҙар, яҡшы эштәр менән ҡаршы алабыҙ. Туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, бөтөн халыҡ имен, татыу, бәхетле булһын тип теләйбеҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Мәрхәмәтлек эштәрендә, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, тыныслыҡты, берҙәмлекте нығытыуҙа, экстремизмға ҡаршы тороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға айырым рәхмәт белдерәм.
Бурыстарыбыҙ күп. Уларҙың иң мөһиме – кешеләрҙе берләштереү, хеҙмәт һөйөүгә, бер-береңә хөрмәткә, үҙеңә һәм дәүләткә ҡарата ихтирамға нигеҙләнгән дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләү”, – тине ул үҙенең ҡотлауында.

________________________________________________________________________________________________________



Йомарттар, сабырҙар сауабын алырҙарКисә бөтә донъя мосолмандары иртә менән тороп, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәр кейеп мәсеткә ­– Ураҙа ғәйете намаҙына юлланды. Ул өйлә намаҙы еткәнсе дауам итте. Ниндәйҙер сәбәп менән был намаҙ байрамдың беренсе көнөндә уҡылмай ҡалһа, уны икенсе көндә лә башҡарырға рөхсәт ителә, тик өсөнсө көнгә генә ҡалдырырға ярамай. Байрам намаҙын уҡығандан һуң өгөт-нәсихәт итеп килгән халыҡҡа хөтбә әйтелә. Ураҙа ғәйете көндәрендә мосолмандар традицион аш-һыу бешереп байрам табыны әҙерләй һәм күршеләрен, туғандарын, дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыра, күңел аса. Үҙҙәрен ғәйепле тойғандар ғәфү үтенә, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала, уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерә. Хәйер бирерлек мөмкинлеге булған кешеләрҙең ба­рыһы ла Ураҙа ғәйете намаҙына тиклем үҙе һәм бәлиғ булмаған балалары өсөн фәҡирҙәргә фы­тыр саҙаҡаһы таратырға бурыслы.


Ниһайәт, изге Рамаҙан айы тамамланып, мосолмандарҙың көтөп алған Ураҙа байрамы килеп етте. Иң мөһим мосолман байрамдарының береһе шәүүәл айының тәүге көндәрендә билдәләнә. Был мәлдә диндарҙар бер-береһен осратҡанда “Ғәйет мөбәрәк булһын!” тип сәләмләй.
Тантана Рамаҙан айындағы 30 көнлөк тыйылып тороуҙың ахырын аңлата. Изге осорҙоң тамамланыуы, бер яҡтан, һағышлы, икенсе яҡтан – ҙур байрам. Был мәлде һығымталар яһау ваҡыты тип тә атарға мөмкин. Ысынлап та, ураҙа тотоу еңелдән түгел – көндәр оҙон, ҡояш ҡыҙҙыра... Ләкин уның мәғәнәһе, файҙаһы шул тиклем ҙур. Шуға ла мосолмандар бындай ғына һынауҙарға бирешеп тормай, уларға Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙам итә.
Ураҙа ғәйетенең йолаһы Мө­хәммәт пәйғәмбәр тарафынан булдырылған һәм шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул мохтаждарға саҙаҡа таратыуҙан башлана, шунһыҙ Аллаһ Тәғәлә ниәттәрҙе ҡабул итмәйәсәк. “Үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн мал сарыф итегеҙ. Кем үҙ һаранлығынан һаҡланған, улар бәхеткә ирешеүселәр”, – тип әйтелә “Әт-Тағәбүн” сүрәһенең 16-сы аятында.
Ураҙа ғәйете алдынан һәр мосолман үҙен генә түгел, йортон, ихатаһын, мал һарайына тиклем тәртипкә килтерә, таҙарта, йыуа йә ремонтлай. Балалар был көндә төрлө уйындарҙа ҡатнаша, күршеләрен тәбрикләй, ә улар хәйер итеп балаларға тәм-том тарата.
Баш ҡалабыҙ Өфө лә был байрамға едти әҙерләнде. Иртә менән бөтә мәсеттәрҙә, дини йорттарҙа аҙан тауышы яңғыраны, ғәйет намаҙы уҡылды. Шулай уҡ байрам хөрмәтенә Конгресс-холл янындағы “Ватан” майҙанында оло тамаша ойошторолдо. “Тауыш” йыр-моң конкурсында ҡатнашыусы Сәйҙә Мөхәмәтйәнова, Илгиз Абдрахманов, Радик Динәхмәтов, Айҙар Ғәлимов, “ЕвроАзия”, “Арғымаҡ” төркөмдәре, бөтә донъяла билдәлелек яулаған ҡурайсы Роберт Юлдашев тамашасыларҙың күңелен күрҙе.


Вернуться назад