Ихласлыҡ менән үтәлһен01.07.2016
– Ураҙа айы тамамланғас, ҡорбан салырға уйлағайныҡ. Ҡуйҙы кемдән булһа ла алырға мөмкинме, әллә һатҡан кешенең диндарлығына ҡарарғамы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тәү сиратта һәммәгеҙҙе лә яҡынлашып килгән Ураҙа байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Рамаҙанда ҡылған изге ғәмәлдәребеҙ Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ!
Ураҙала ҡорбан салдырыуға килгәндә, был ғәмәлде атҡарыу һәр кемдең үҙ ихтыярында. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә уның тураһында күп бәйән ителгән.
“Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшеүгә ынтылыу. Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм ки, был ғәмәлде иң беренсе атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡарғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.
Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә ки Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыр өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. “Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти. Ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя икән. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғибәҙәт әлегәсә дауам итә.
Уның бер нисә төрө бар. Мәҫәлән, важиб тип аталғаны Ҡорбан ғәйете мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, “Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәндәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Уны салдырған кешегә итте ашарға ярамай. Өҫтәүенә “шөкөр ҡорбаны” була. Уны салдырыу ҙа һәр кемдең үҙ ихтыярында.
Ҡорбанлыҡ малына килгәндә лә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс – биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.
Малды ҡайҙан алырға һуң? Борон, һәр кем үҙе күпләп мал тәрбиәләгән саҡта, бындай мәсьәлә бөтөнләй булмаған. Ә яңы быуат башында ҡорбанлыҡ өсөн һарыҡ табыу шул ҡәҙәр ҙур проблемаға әйләнде. Һуңғы йылдарҙа иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, хәл яйға һалына башланы. Ҡорбанлыҡ өсөн мал аҫраған фермерҙар ҙа бар хәҙер. Һарыҡ-кәзәне уларҙан да, ҡуй көткән бүтән кешеләрҙән дә һатып алырға мөмкин. Тик ҡорбанлыҡ уртаса һимеҙлектә, ағзалары теүәл булырға тейеш.
Изге ғибәҙәтте ихласлыҡ менән үтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға бәрәкәт бирер, илгә тыныслыҡ насип итер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.