Кондиционер Дуҫмы, дошманмы?01.07.2016
Автомобилгә инеп ултырыу менән кондиционерҙы тоҡандырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Йәй – һалҡын һауа, ә ҡыш йылыһы кәрәк. Кеше уңайлыҡҡа тиҙ өйрәнә. Ләкин уның рәхәте генә түгел, зыяны ла байтаҡ.
Күләгәлә ултырған һәм тәҙрәләре ябыҡ торған автомобиль салонының һауаһында бер көн эсендә 400-800 миллиграмм бензол туплана икән. Әгәр ул ҡояш аҫтында 16 градустан юғарыраҡ эҫелектә ултырһа, зарарлы матдәнең миҡдары 2 000– 4 000 миллиграмдан ашып китә. Ә был рөхсәт ителгән норманан 40 тапҡырға күберәк. Сәбәбе шул: кондиционер һыуыҡ ел өрә башлар алдынан пластик эсендә йылытылған һауаны салонға сығара, шуның менән бергә бензол да тарала.
Бензолды һулау кешенең бөйөрҙәренә, бауырына, һөйәк туҡымаһына ҙур зыян килтерә. Был ағыуҙы тәндән сығарыу өсөн оҙаҡ дауаланырға тура килә. Шуға күрә кондиционерҙы тоҡандырыр алдынан тәҙрәләрҙе ике минут самаһына асып ҡуйыу мотлаҡ. Хатта ҡыҙған пластик еҫен һиҙмәһәгеҙ ҙә. Эсендәге ҡатырға (гофра) фильтрын да йышыраҡ алмаштырып торорға онотмағыҙ.