Иҫкегә иҫең китмәһен, тиһәләр ҙә...30.06.2016
Тотонолған автомобилдәр баҙары Рәсәйҙә әүҙемләшә: быйылғы биш айҙа ғына ла ике миллиондан ашыу ошондай машина һатылған! Уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 10,7 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Аналитиктар был үҫештең дүртенсе ай инде дауам итеүен билдәләй. Ә Башҡортостанда хәл нисек?
Беҙҙең республика ла был тәңгәлдә һыр бирмәй: тотонолған автомобилдәр һатыуҙа ул илдең тәүге ун төбәге исемлегенә инә. Ошо уҡ теҙмәлә Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Ростов, Силәбе, Новосибирск һәм Свердловск өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы ла бар. Шулай ҙа алдынғы урынды Мәскәү ҡалаһы менән өлкәһе биләй: улар өлөшөнә дөйөм һандың 12,5 проценты тура килә. Баш ҡалала быйылғы тәүге айҙарҙа – 135,9 мең, ә уны тирәләп ятҡан өлкәлә 117,7 мең иҫкергән машина һатҡандар. Һуңғыһында үҫеш хатта 15 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, был йүнәлештә әүҙемлек Дағстандан башҡа барлыҡ субъекттарҙа ла күҙәтелә.
“Автостат” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда быйылғы ғинуар – май айҙарында 52,8 мең еңел машина һатылған. Үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 12,9 процентҡа күберәк. Был әле тотонолған автомобилдәр генә, яңылары был мәғлүмәткә инмәй... Бына һиңә иҡтисади көрсөк!
Был хәлдең сәбәптәре билдәле. Беренсенән, тотонолған автомобилдәрҙең хаҡы яңыларына ҡарағанда бермә-бер арзаныраҡ. Айырыуса сит ил машиналарына: уларҙың әле генә Рәсәйгә килтерелгәненең хаҡы завод ҡуйғандан 30 процентҡа (!) юғарыраҡ була. Бында таможня түләүе лә, дилерҙарҙың ҡомһоҙлоғо ла, һәр төрлө һалымдар ҙа өҫтәлә. Белгестәр әйтеүенсә, шул уҡ маркалар АҠШ-та, мәҫәлән, бер ярым-ике тапҡырға арзаныраҡ. Был автомобилдәрҙе өс йыл йөрөткәс тә уның хаҡы, маркаһына һәм моделенә ҡарап, 20 проценттан алып 40 процентҡа саҡлы төшә.
Икенсенән, өс-дүрт йыл ғына йөрөтөү автомобилдең ҡулланылыу сифаттарын юҡҡа сығармай – шундай уҡ тиҙлек, уңайлылыҡ, барлыҡ механизмдар ҙа тотҡарлыҡһыҙ эшләүен дауам итә. Тотонолған автомобилдәрҙең хатта бер өҫтөнлөгө лә бар: улар ваҡыт һынауы үтә, һәр марка йәки моделдең ыңғай һәм кире яҡтары асыҡ күренә (был үҙенсәлектәр тураһында гәзитебеҙҙең быйылғы 6 май һанындағы “Тәгәрмәс” ҡушымтаһында ентекләп яҙылғайны). Ә завод ғәйебе менән берәй кәмселек булыуы асыҡланһа, шул осорҙа уны гарантия шарттарында төҙәтеп тә ҡуялар.
Яңы автомобилдәр менән иһә хәл башҡасараҡ: уларҙы һатыу былтыр ҙа байтаҡ кәмей төшкәйне, быйыл да шул күренеш дауам итә. Ә бит Европа эшҡыуарлығы ассоциацияһы былтыр яңы машиналар баҙарының әүҙемләшеүе тураһында белдереп өлгөргәйне, был фараз аҡланманы. Фәҡәт үтә ҡиммәтле автомобилдәр һатыу күләме әллә ни кәмемәне тиерлек, сөнки байҙар иҡтисади көрсөктө һиҙмәй.
Тимәк, иҡтисад донъяһында күрәҙәлек итеү хатта ошондай абруйлы ойошмаларҙың да хәленән килмәй, баһаны үтеп киткән осорҙағы һөҙөмтәгә ҡарап ҡына бирергә була.