“Ашығыс ярҙам”дар туҙҙы30.06.2016
Күптәнме әле “кроссовер Лада” тигән атама йылмайыу ғына тыуҙырырға һәләтле ине. Кроссовер тип беҙ, нигеҙҙә, сит ил маркаларын ғына баһалап өйрәнгәнбеҙ шул.
Ләкин быйыл яҙ Тольяттиҙағы автозавод конвейерынан “Lada Xray” һәм “Lada Xray Cross” тип аталған ошондай рәүештәге машиналар сыға башланы. Уларҙың Рәсәй юлдарындағы һынауҙы нисек үтере тураһында һығымта яһарға иртәрәк әле. “АвтоВАЗ” етәкселеге белдереүенсә, улар тулыһынса үҙаллы проект булып тора һәм башҡа бер ниндәй моделдән дә үҙләштерелмәгән.
***
Беҙҙең илдәге шоферҙар һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар теленә яңыраҡ “хәүефле йөрөтөү” тигән термин килеп инде.
Ундай шоферҙар рәтенә юлдағы һыҙатты кинәт алмаштырған, көтмәгәндә тормозға баҫҡан йәки уҙыша башлаған, арауыҡты күҙәтмәгән һәм башҡа ҡурҡыныс ҡылыҡтар яһағандарҙы индерәләр. Шундай ысул менән елдерергә яратҡандарға ҡаршы закон быйыл 8 июндә үҙ көсөнә инде. Ғәйеплеләрҙе биш мең һумдан ашыу штраф йәки йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителеү көтә. Тик быны иҫбатлау өсөн мотлаҡ видеотеркәгес яҙмаһы кәрәк.
Рәсәй Дәүләт Думаһына илдә транспорт һалымын юҡҡа сығарыу тураһында закон проектын йәнә индерҙеләр.
Уны әҙерләгән “Ғәҙел Рәсәй” партияһы ошо һалымды автомобилдә йөрөгән кешеләр генә түләргә тейеш тип иҫәпләй, йәғни машинаһын ҡулланыуҙы туҡтатҡан хужаларға был ҡағылмай. Хәбәр итеүҙәренсә, былтыр илебеҙ Хөкүмәте транспорт һалымын бөтөрөү тураһындағы тәҡдимде кире ҡаҡҡайны, сөнки был осраҡта Рәсәй ҡаҙнаһы 146 миллиард һумды юғалтасаҡ.
***
Рәсәй Хөкүмәте илдең автомобиль етештереү тармағына 137 миллиард һум аҡса бүлергә йыйына.
Сара ошо тармаҡҡа ярҙам итеүҙе генә түгел, ә санитар транспортты сифат яғынан яңыртыуҙы күҙ уңында тота, сөнки беҙҙәге “Ашығыс ярҙам” машиналары паркы тамам туҙған. Иҡтисади көрсөккә ҡаршы был программа автосәнәғәттә һәм уға төрҙәш тармаҡтарҙа эш урындарын һаҡлап ҡалырға, етештереү күләмен төшөрмәҫкә (йылына кәмендә 600 мең автомобиль) булышлыҡ итеү маҡсатын ҡуя.