Ғәйебем дә, полисым да юҡ. Түләрҙәрме?30.06.2016
– Авария ваҡытында минең ғәйебем юҡлығы асыҡ, ул еңел иҫбатлана ала. Ләкин ОСАГО полисы алып өлгөрмәгәйнем. Икенсе шофер ғәйебен таныны, уның полисы бар. Миңә килтерелгән зыянды нисек ҡаплата алам?
– Был осраҡта һеҙгә килтерелгән зыян гражданлыҡ хоҡуғы мөнәсәбәттәре аша түләттерелә ала. Уның өсөн Рәсәй Федерацияһы Граж­данлыҡ кодексының икенсе өлөшөндәге 1064-се статьяһы менән ҡоралланыу зарур. Зыянға баһалау экспертизаһы үткәрергә һәм ғәйепле кешенең йәшәү урыны буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Полисты тотош йылға түгел, ә бер йәки бер нисә айға ғына һатып алырға мөмкинме?
– Юҡ, ОСАГО полисын кәмендә өс айға алырға рөхсәт ителә. Дөрөҫ, был отошло түгел, сөнки, мәҫәлән, өс айға алынған полистың хаҡы йыллыҡ килешеүҙең 50 процентына барып баҫасаҡ. Алты айлыҡ булғанының хаҡы йыллыҡ сумманың 70 процентын тәшкил итәсәк.
– Бындай полисҡа нисә кешене яҙырға була?
– Полисҡа индерелеүсе шоферҙар һаны сикләнмәгән. Әлбиттә, ундай килешеү бер кеше генә күрһәтелгән полистан байтаҡҡа ҡиммәтерәккә төшәсәк.
– Аварияһыҙ йөрөгән өсөн миңә ОСАГО полисы алғанда күпме ташлама яһай алалар?
– Юл-транспорт ваҡиғаһына тарымай (һеҙҙең ғәйеп менән) йөрөгән һәр йыл өсөн 5 процент ташлама яһарға тейештәр. Ә 10 йыл өсөн ташлама, тәбиғи, 50 процент тәшкил итәсәк. Һәр страховкалау ойошмаһының үҙ мәғлүмәт базаһы бар. Һеҙҙең нисек йөрөүегеҙ тарихын улар шунан ҡарап тиҙ генә белә ала.
– Страховка ойошмаһы менән килешеүҙе ваҡыты­нан алда юҡҡа сығарып буламы?
– Килешеүҙе түбәндәге осраҡтарҙа туҡтатырға мөмкин: 1) автомобилдең хужаһы алмашынһа; 2) страховкаланыусы үлһә; 3) полис­та күрһәтелгән транспорт сараһы юҡҡа сығарылһа йәки урланһа; 4) страховкаланыу­сы йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителһә. Был осраҡта фай­ҙаланылмаған ваҡыт өсөн 23 процент ташлама страхов­калаған ойошма файҙаһына тотоп алып ҡалына.


Вернуться назад