ОСАГО һаман “саға”...30.06.2016
ОСАГО һаман “саға”...Һеҙгә автогражданлыҡ яуап­лылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) полисын һатыуҙан баш тарттылармы? Бөгөн ул ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара. Ләкин закон был полистан тыш автомобиль йөрөтөүҙе тыя. Штраф түләтеүҙәре бер хәл, әгәр инде, Алла һаҡлаһын, берәйһенең машинаһын төкөтһәң, ни эшләргә? Үҙ машинаңды һатырға тура килмәгәйе... Нисек хәл итергә был сетерекле мәсьәләне?


Иң тәүҙә ни өсөн баш тартыуҙары тураһында. Махсус бланктарҙың бөтөүен раҫларға маташыу – страховка ойошмаларының күҙ буяуы ғына. Сәбәбе ябай: был төр страховкалау менән шөғөлләнеү отошло түгел. Шуға улар өҫтәмә хеҙмәтләндереү – мәҫәлән, ғүмерҙе страховкалауҙы – һатып алыуығыҙҙы ла шарт итеп ҡуя.
– Ә беҙҙә махсус бланктарға ҡытлыҡ юҡ, – ти “Росгосстрах”тың Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Юрий Шпизель. – Ләкин сират бар, әлбиттә, сөнки полис алырға теләүселәр быйыл 40 процентҡа артты. Сәбәбе билдәле инде: күп кенә страховка ойошмалары ябылды.
Ҡануниәткә мөрәжәғәт итһәк, страховка ойошмаларының хаҡлы түгел икәнлеген еңел асыҡлай алабыҙ:
= “Транспорт хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын мот­лаҡ страховкалау тура­һында”ғы 40-сы Федераль закон шо­ферҙың ОСАГО полисын һатып алырға бурыслы булыуын иҫкәртә;
= Ошо уҡ Закондың 1-се статьяһында һәм Рәсәй Федера­цияһының Гражданлыҡ кодек­сының 426-сы статьяһында яҙылғанса, ОСАГО полисы асыҡ килешеү булып тора, йәғни страховкалаусы теләгән һәр кем менән килешеү төҙөргә тейеш! Уның баш тартыуына рөхсәт юҡ;
= “Ҡулланыусылар хоҡуҡта­рын яҡлау тураһында”ғы 2300-1-се Рәсәй Федерацияһы законы (1992 йылдың 7 февралендә ҡабул ителгәне) шуны аңлата: бер тауарҙы һатып алғанда икенсе төрлөләрен дә алыуҙы шарт итеп ҡуйыу (өҫтәмә хеҙмәттәргә риза булырға мәжбүр итеү) тыйыла;
= “Айырым төрҙәге юридик шәхестәрҙең тауар, эш һәм хеҙ­мәттәр һатып алыуы тураһын­да”ғы 223-сө Федераль законға ярашлы, страховка ойошмаһы­ның килешеү төҙөүҙән нигеҙһеҙ баш тартыуы һәм федераль закондарҙа ҡаралмаған өҫтәмә хеҙмәтләндереү һатып алырға мәжбүр итеүе уға ҡарата административ яуаплылыҡ ҡулла­ныу­ға килтерә. Админис­тратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа был язаны күрһәткән үҙгәреш индерелде лә инде: ошо хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған вазифалы кешегә 50 мең һум штраф һалына.
Хоҡуҡтарын боҙоу менән риза булмаған автомобиль хужалары йыш ҡына судҡа мөрәжәғәт итә һәм, ҡағиҙә булараҡ, еңә. Страховка ойошмаларын административ яуаплылыҡҡа тарттырыу осраҡтары бихисап, ләкин штраф күләме уларҙы ҡурҡытмай. ОСАГО өсөн бер транспорт хужаһы түләгән аҡса ғына ла 10 мең һум тирәһенә баҫа бит, өҫтәмә хеҙмәтләндереү һатып алырға ла мәжбүр итһәләр – унан да артып китә. Тимәк, өс-дүрт кешене страховкалау был ғына штрафты, моғайын, бер-ике сәғәт эсендә ҡаплайҙыр. Ә көнөнә уларға күпме кеше мөрәжәғәт итә... Штрафты иһә көн һайын һалып тороуҙары икеле.
Страховка ойошмаларының мутлыҡтары бынан тыш та байтаҡ. Полиста йыш ҡына ниндәйҙер күҙгә бик салынып бармаған хата китә. Мәҫәлән, йөрөтөү таныҡлығының теркәлеү һанында. Юл-транспорт ваҡиғаһы була ҡалһа, был хата бер кемгә лә ҡамасауламай: полис бар, тимәк, страховкалау ойошмаһы үҙ клиенты өсөн сығымды ҡаплаясаҡ. Әммә был хатаның йәшерен асылы әлеге полис хужаһы киләһе йылда үҙ яуаплылығын страховкалауҙы оҙайтырға килгәс кенә асыҡлана: был юлы килешеү ҡағыҙында хата юҡ һәм йөрөтөү танытмаһы яңы документ итеп ҡабул ителә – тимәк, полис өсөн түләгәндә аварияһыҙ йөрөгән өсөн ташлама (КБМ) бирелмәй.
Шулай ҙа Рәсәй Граждандар кодексының 445-се статьяһы бер аҙ өмөт уята: страховка ойошмаһы килешеү төҙөүҙән баш тартһа, уны суд ҡарары аша мәжбүр итергә була. Килешеү төҙөүҙе һорап ғариза яҙаһың да, йәнә баш тартһалар йәки ғаризаға тейешле ваҡытында яуап бирмәһәләр, суд тупһаларын тапай башлайһың...


Вернуться назад