Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан Хәмит: мәңге йәшел мәғрур ҡарағайҙар, кешеләрҙе бәлә-ҡазанан ҡурсаларға теләгәндәй сафҡа баҫҡан ғорур тауҙар, сылтырап аҡҡан Ҡағы йылғаһы... Алыҫтан ҡарағанда, ауыл уйпат урында йәшеренгәндәй. Әммә уға яҡынлашҡан һайын иркен ерҙе биләгәненә шаһит булаһың. Урамдар киң, йорттар төҙөк, кешеләр алсаҡ. Муллыҡта бәхетле, матур ғүмер кисерә хәмиттәр.
Ауыл район үҙәге Асҡарҙан 75 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Иң яҡында ятҡан ҡала Белоретҡа – 72 километр. Хәмит Бөрйән һәм Белорет райондары менән сиктәш.Бергә уйнап үҫкәнгәме?..Хәмит ауылы тураһында тәүге мәғлүмәт 1859 йылда халыҡ иҫәбен алғанда теркәлә. Был ваҡытта унда 23 йорт була, 76 ир-ат йәшәй. Ауылға Ҡолғананан һәм Ҡаһармандан күсеп килгән кешеләр нигеҙ һала. Барлыҡҡа килеү осоро 1740 – 1750 йылдар тип фаразлана.
1842 йылда урындағы халыҡ старшинаға яҙған ғаризаһында бер быуат дауамында йәшәгән еренән күсермәүҙәрен үтенә. Унда ауылдың Амангилдегә – 35, Ҡағы заводына 22 саҡрымда ятҡаны хаҡында әйтелә.
Хәмит тигән атама был яҡҡа тәүгеләрҙән булып килеп ныҡлы төпләнеп киткән кешенең исеменә бәйле. Ауыл Ҡағы йылғаһының уң яҡ ярында төҙөлә башлай, әммә земство етәкселәре һулға күсенергә ҡуша. Әле ул урам Һиҙиәт Сәғәҙәтов исемен йөрөтә.
Колхозлашыу осоронда ауыл халҡы үҙ малы иҫәбенә ферма төҙөй, бейә һауып, ҡымыҙ яһау эшен ойоштора. 1940 йылда һарыҡсылыҡ һәм ҡошсолоҡ хужалыҡтары барлыҡҡа килә, унан кешеләр игенселек менән шөғөлләнергә тотона. Әле иһә ағас эшкәртеү, малсылыҡ иҫәбенә көн күрәләр. Шуныһы ҡыуаныслы: бында бөтә социаль объекттар бар – урта мәктәп, балалар баҡсаһы, почта, клуб, китапхана, былтыр сафҡа ингән фельдшер-акушерлыҡ пункты. Ә бының нигеҙе, һис шикһеҙ, ир-аттың бәхетен ситтән эҙләмәйенсә, тыуған ауылында табыуындалыр. Йәш ғаиләләрҙең барыһын да ошонда тыуып үҫкән егет-ҡыҙҙар төҙөгән. Бәләкәйҙән бер-береһен яҡшы белгәнгәме, айырылышҡан парҙар бөтөнләй юҡ, ғаилә институты ныҡлы, быуындар бәйләнеше көслө. Балаларын да төпкөлдән ҡасып, бәхетте ситтән эҙләргә кәрәк тип үҫтермәйҙәр, киреһенсә, күңелдәренә “Һеҙ – ауылдың киләсәге, терәк-таянысы” тигән фекер һалалар. Шуғалыр ҙа Хәмиттең үткәне шанлы, бөгөнгөһө данлы, киләсәге ышаныслы.
Китаптарға саң ҡундырмайҙарАуылдың төпкөлдә ятыуы үҙенекен итте: бар хәлебеҙсә иртә сығырға тырышһаҡ та, төш ауғас ҡына килеп еттек. Һөҙөмтәлә мәктәп коллективын да, көндөҙгө лагерҙа ял иткән балаларҙы ла осратыу насип булманы. Уның ҡарауы, эшкә күмелеп ултырған китапханасы Гөлнур Баһауетдинованы тап иттек.
Әйткәндәй, Хәмит урта мәктәбе коллективы милли матбуғатты иң әүҙем алдырғандар рәтендә. Бер нисә йыл элек “Башҡортостан” гәзитенә күмәкләп яҙылып, район хакимиәтенең бүләгенә – телевизорға – лайыҡ булғайнылар. Был юлы ла һынатмаған хәмиттәр: төп милли баҫмабыҙҙы йәнә тотош коллектив менән алдырып уҡыясаҡтар.
– Беҙҙең ауылда китап уҡымаған, гәзит алдырмаған кеше һирәк, – ти Гөлнур Хәтип ҡыҙы. – Күптән түгел яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә...” исемле әҫәре буйынса осрашыу үткәрҙек. Ауылдашыбыҙ, йәш шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың ижадын яратабыҙ. Китапханала бер баҫманың да саңланып ятҡаны юҡ. Бигерәк тә ҡышҡыһын ауылдаштар әҙәби әҫәрҙәрҙе күпләп уҡый, гәзит-журналдарҙың һәммәһе менән танышып бара. Белемгә ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан беҙҙә халыҡ.
Мәктәп коллективына килгәндә, уға йәш белгес Ғәлим Һаҙыев етәкселек итә. Учреждениела 15 педагог эшләй. Әле 106 уҡыусы бар, көҙ I класҡа 12 бала киләсәк. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 20 сабый тәрбиәләнә. Фирүзә Ғәҙелшина, Фәриха Әһелова кеүек тәжрибәле уҡытыусылар менән бер рәттән хеҙмәт юлын яңыраҡ башлаған Гөлиә Ғафарова ла дәртләнеп эшләй. Йәш белгесте ауыл егеттәре ситкә ебәрмәгән: ҡыҙ ошонда килен булып төшәсәк.
Ағайҙар бар ерҙә ҡеүәт – түрҙәАлдан әйткәнебеҙсә, йәштәр ауылда ҡала. Шуға ла Хәмит йылдан-йыл күркәмләнә, унда әленән-әле яңы йорттар ҡалҡа. Беҙ барғанда олоһо ла, кесеһе лә өйөн рәтләү, ишек алдын йүнәтеү, яңыртыу менән мәж килә ине. Баҡтиһәң, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек мәленә тура килгәнбеҙ икән. Барыһының да ваҡыты тар.
Ҡасандыр әзмәүерҙәй ете малай үҫкән йорт янында туҡтаныҡ. Унда хәҙер кинйәләре Зөлфир Бауаһетдинов ғаиләһе менән йәшәй. Хужа яңы кәртә эшләү менән мәшғүл, тимерҙән өр-яңы ҡапҡа ултыртҡан. Килеүебеҙҙең сәбәбен аңлатҡас, аралашыуға ваҡыт тапты шулай ҙа.
– Башҡортта яҙылмаған ҡанун йәшәй: төпсөк бала атай йортон ташламаҫҡа, тыуған нигеҙен һаҡларға тейеш, – тип һүҙ башланы ул. – Атай-әсәйем бала саҡтан ошо ҡағиҙәне мейемә һеңдереп ҡуйған, күрәһең. Ҡайҙалыр ситкә китергә тигән уй башыма инеп тә сыҡманы. Ағайҙарым да ошонда, изге еребеҙҙә, төпләнде. Үҙ-ара кәңәшләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ.
Буранғол ауылындағы ветеринария станцияһында мал табибы булып эшләгән Зөлфир хеҙмәт урынында һәр саҡ алдынғы, өйөндә – өлгөр хужа. Ҡатыны Гөлназ менән тиҫтә йылдан ашыу элек өйләнешеп, өс улға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Фирназ һәм Рияз аталарының уң ҡулы булһа, кескәй Батырхан әлегә әсәһе янында урала.
Йәштәр күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Ихаталағы “МТЗ-82”, “ДТ” тракторҙары янында еңел машина ла урын алған. Ауыл Советы депутаты Зөлфир Баһауетдинов ҡыш юлды ҡарҙан таҙартыусы ла икән. “Элекке кеүек көтөп ултырып булмай, трассаға тиклем үҙ техникабыҙ менән көрт ярабыҙ”, – ти ир-уҙаман.
Баһауетдиновтар әйтеүенсә, ҡайҙалыр ситкә китеп, ғаиләнән айырылып, аҙ ғына хеҙмәт хаҡына ялланып йөрөгәнсе, үҙ ереңдә тырышып эшләһәң, етеш тә, матур ҙа йәшәп була. Дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең?
Йәштәр киләсәктә мал һанын арттырып, ғаилә һөтсөлөк фермаһын булдырырға уйлай. Үҙенең генә түгел, изге төйәгенең яҙмышын хәстәрләп, матур хыялдар, аныҡ маҡсаттар ҡороп йәшәй улар.
Нурҙың нурына ҡойонопУтыҙы ла тулмаған Нур Баһауетдиновтың хан һарайына тиң йортона аяҡ баҫҡас, һоҡланыуҙан бер аҙға телһеҙ ҡалдым кеүек. “Ай-һай, яңғыҙы ғына булдыра алмағандыр...”
Ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен асҡан, таҡта ярыу цехы тотҡан хужаның аяғында ныҡлы баҫып тороуын күреп, өлкәндәрсә фекер йөрөтөүен ишетеп, әлеге уйымдан үҙемә оят булып китте. Булдырһа, булдыра бит башҡорт егеттәре! Тик теләк һәм дәрт кенә кәрәк.
– Ниңә уға аптырарға? – тине йәш эшҡыуар. – Бәғзеләр кеүек тәүҙә донъя күрәйем, бәхет эҙләйем тип йөрөмәнем. Мәктәпте тамамлап, армияға барып ҡайтҡас, атайым менән кәңәшләшеп, шәхси эшемде асып ебәрҙем. Кәләш алдым. Тәүҙә атай-әсәй менән бергә йәшәнек, унан үҙ йортобоҙҙо төҙөп индек. Ана, улыбыҙ Йәнйегет менән ҡыҙыбыҙ Фаягөл үҫеп килә. Кәләшем Фәнүзә – үҙебеҙҙең ауылдан.
Йүнселдең таҡта ярыу цехында эш гөрләй. Унда айырым кешеләрҙең, ойошмаларҙың, комбинаттарҙың заказы үтәлә. Эштә Нурға туғандары ихлас ярҙамлаша.
“Олоғайҙыҡ тип тормайбыҙ”Тормоштарына “бишле” ҡуйырлыҡ ғаиләләр байтаҡ Хәмит ауылында. Шундайҙарҙың береһе – йәштәргә һәр яҡлап өлгө булған, абруй ҡаҙанған Шәмсиә менән Йәғәфәр Мөлөковтар. Тиҙҙән уларҙың бергә йәшәүенә 55 йыл туласаҡ. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләгән Мөлөковтар ғүмерҙәренең икенсе йәшлеген кисергәндәй.
– Олоғайҙыҡ тип тормайбыҙ. Апаң менән донъяны яңынан төҙөкләндерергә тотондоҡ әле, – тип ҡаршыланы Шәмсиә инәй.
Ысынлап та, һәр ергә хужаның оҫта ҡулы тейгәнлеге күренеп тора, ихатаға хатта “ауылса” асфальт та түшәлгән. Йорт менән аласыҡ араһын тигеҙ итеп түшәлгән таҡталар тоташтыра – күңелең төшкәндә, әйҙә, тыпырлатып бейеп үт!
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тигән мәҡәл тап Йәғәфәр апаңа әйтелгән кеүек, – тип бабайын яурынынан һөйөп алды бәхетле инәй. – Ҡартымдың белмәгән эше юҡ: ҡулында тимер ирей, ағас бөгөлә, таш ҡомға әүерелә. Уңдым иремдән. Ғүмер буйы яҡшы атай, хәстәрлекле ғаилә башлығы, ышаныслы терәк булды.
Бер-береһенең күҙенә ҡарап, ни әйтерен ярты һүҙҙән аңлап тора Мөлөковтар. Хужабикәнең дә ҡулдары алтын: оҫта бәйләй, сигә, тегә. Диван, өҫтәл ябыуҙары, балалар кейеме, йылы ойоҡ-бейәләйҙәр, аҡ йөндән баҫылған кейеҙ – барыһына ла уңған ҡатындың күҙ нурҙары менән йөрәк йылыһы ҡушылған. Ул йәнә аш-һыуға оҫталығы менән дә һоҡландыра. Өҫтәленән ҡыҙыл эремсек, ыҫланған ҡорот, талҡан, йыуаса, сәксәк кеүек милли ризыҡтарыбыҙ төшмәй.
Хаҡлы ялдың сағыу биҙәгеҺәр ауылда үҙ шөғөлөнән йәм тапҡан, уны йәшәү рәүеше итеп алған кешеләрҙе осратырға мөмкин. Хәмиттә лә оҫта ҡуллы, матурлыҡҡа ғашиҡ йәндәр күп. Мәҫәлән, Раиса Мансурова оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырырға тотона. Тәүҙә сигеү менән мауыға, унан тегә башлай, әле иһә йәйге сумкалар яһай. Был әйберҙәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле, зауыҡлы, еңел. Йәйге кейемеңә тап килтереп тотоп сыҡһаң, һис шикһеҙ, осраған һәр кем һоҡланып ҡалыр. Пляжға, тәбиғәт ҡосағында ял итеүгә тәғәйенләнгәндәре лә ғәжәп матур. “Эште күңел һалып башҡарғанда, бер сумканы тегеү өсөн ике-өс көн етә”, – ти алтын ҡуллы хужабикә.
Ул йортоноң бер бүлмәһен тотошлай башҡорт мөйөшө итеп йыһазландырған. Һандыҡҡа йыйылған ҡорамаларҙың барыһын да үҙе эшләгән, милли кейемдәрҙе лә теккән.
Әбйәлилдә берәү ул!Районда берҙән-бер ир-ат почтальон Сәғәҙи Вәлиевтең тап ошо ауылдан булыуын белгәс, милли матбуғаттың иң яҡын дуҫтарының береһе менән танышырға ашыҡтыҡ. Ул урындағы почта бүлексәһендә утыҙ йылдан ашыу эшләй.
– Армиянан ҡайтҡас та ошонда килгәйнем, һис тә үкенгәнем булманы, – ти ир-уҙаман. – Элегерәк сумка ауыр ине, хәҙер еңеләйҙе. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың милли рухы һүнмәүе ҡыуандыра, күптәр гәзит-журналға яҙылырға мөмкинлек таба. Теләгем шул: матбуғат баҫмаларын алдырмаған бер генә йорт та булмаһын ине.
Тәжрибәле почтальон күрше Шәрип ауылын да хеҙмәтләндерә. Һәр кемгә иғтибарлы, үҙ эшен яратҡан Сәғәҙи Вәлиевте барыһы ла көтөп ала: кемдер электр энергияһы, икенселәр телефон өсөн түләү квитанцияларын бирә, бәғзеләр көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе заказ буйынса алдырта. Почтальон айырыуса өлкән йәштәгеләрҙең хәлен белергә, уларға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Шуға ла халыҡ араһында ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәт кешеһе ул.
Ҡатыны Зарифа Ғилминур ҡыҙы оҙаҡ йылдар почта бүлексәһенә намыҫлы етәкселек итә. Халыҡты бергәләп хат-хәбәр, гәзит-журнал менән ҡыуандырған Вәлиевтәрһеҙ ауыл тормошон күҙ алдына килтереп тә булмай.
* * *
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл мәсьәләһе борсой хәмиттәрҙе. Һәр хәлдә, улар асфальтҡа өмөт итмәй, әммә ауылдың йәшәү рәүешенә әйләнгән, Өфө трассаһына илткән юлды тәрбиәләп тороуҙарын үтенә.
Районда утын менән йылытылған берҙән-бер белем усағы – Хәмит урта мәктәбелер, моғайын. Әле унда ҡышҡа етерлек яғыулыҡ әҙерләнә. Урман ауыл өҫтөнә ауып торһа ла, һуңғы йылдарҙа хәмиттәргә ағас алыу еңелдән түгел икән. Ни өсөн тигәндә, яҡындағы урмандан диләнкә бүленмәй, утын артынан әллә күпме саҡрым үтергә тура килә. “Зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү мәсьәләһе күптән хәл итеүҙе көтә лә бит...
Нисек кенә булмаһын, ауылда эшсән, тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Иң мөһиме – барыһы ла тиерлек сәләмәт тормош яҡлы, матур ғаилә ҡорған, күп бала тәрбиәләй. “Хәҙер кеше эскелек менән мауыҡмай ул. Һәр кем етеш йәшәргә тырыша, йорт һала, машина ала, балалар үҫтерә”, – тигән һүҙҙәре күңелгә май булып яғылды. Төпкөл халҡы милләтенең киләсәге үҙ ҡулында икәнен ныҡлы төшөнөп, тамырҙарын һаҡларға, быуындар бәйләнешен дауам итергә ынтыла, илебеҙгә лайыҡлы алмаш тәрбиәләй.