Бөгөн Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башлана01.07.2016
Бөгөн Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланаКемдәрҙелер шомландырып, кемделер ҡыҙыҡһындырып, алға оло маҡсаттар ҡуйған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башлана. Маҡсатҡа килгәндә, ул илдә ауыл хужалығы торошо буйынса тулы рәсми статистик мәғлүмәт туплауҙан ғибәрәт. Иҫәп алыу 2005 йылдың 21 июлендә ҡабул ителгән Федераль закон нигеҙендә башҡарыла. Ләкин ул ун йылға бер тапҡыр 1916 йылдан бирле үткәрелеп килгән. Быйылғыһы 1 июлдән 15 авгусҡаса барасаҡ.
“Дәфтәр”гә ниҙәр теркәләсәк? Дөйөм ерҙәр майҙаны, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәгеһенең хәл-торошо, нисек файҙаланылыуы. Шулай уҡ мал, ҡош-ҡорт та ситтә ҡалмаясаҡ, машина һәм ҡорамалдар ҙа ҡағыҙға төшәсәк.
Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙән иҫәпкә аграр ойошмалар (бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡарамағандары), шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер), шәхси ярҙамсы хужалыҡтар инә.
Шуныһын да әйтеү мөһим: тупланған барлыҡ мәғлүмәт ныҡлы “йоҙаҡ”ҡа бикләнәсәк, кешенең шәхси милке сер итеп һаҡланасаҡ. Иҫәп алыу тик дөйөм һөҙөмтәләр сығарыу, илдәге ауыл хужалығы хәлен баһалау өсөн файҙаланыласаҡ.


Вернуться назад