Беҙҙә бөтәһенә лә уңайлы15.11.2011
Башҡортостан — республиканың муниципаль берәмектәрен барлыҡ йәштәгеләр өсөн уңайлы ҡалалар селтәренә индереүҙе раҫлап, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сертификатын алған Рәсәйҙең берҙән-бер төбәге.
Сертификат Мәскәүҙә үткән “Әүҙем оҙон ғүмер донъяһы” форумында тапшырылды. Был Башҡортостандың өлкән йәштәгеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарын таныуҙы аңлата.
Бер үк ваҡытта тиерлек баш ҡалала “50 Плюс” форумы ла үтте. Унда илебеҙҙә ғүмер оҙонлоғон арттырыу ысулдары, Рәсәйҙең демографик ҡеүәте мәсьәләләре, төбәктең медицина-социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе һәм ошо тема буйынса башҡа бик күп проблемалар ҡаралды. Форумдарҙа Башҡортостан исеменән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфө, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы хакимиәттәре һәм Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы вәкилдәре сығыш яһаны.
Галина ФЕОКТИСТОВА.


Вернуться назад