“Ватанығыҙ һеҙҙе онотмаҫ!”29.06.2016
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Шишмәлә Афғанстанда хеҙмәт иткән яугир-интернационалистарға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен тикшереүгә арналған осрашыу үткәрелде.


Хәрби-ватансылыҡ мираҫын танытыу, тулыландырыу һәм һаҡлап ҡалыу, монументты художество күҙлегенән ни­геҙләү маҡсатында ғалимдар, Тарих һәм хоҡуҡи белем биреү институты, уни­верситеттың художество-графика факультеты белгестәре, Баш­ҡорт­остандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ингән эш төркөмө ойоштороу планлаштырыла.
— Осрашыуҙа проектты тормошҡа ашырыуҙың төп нигеҙҙәре, шул иҫәптән аҡса йыйыу мәсьәләһе тикшерелде, — тине республиканың Эҙәрмән отрядтары фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев. — Проекттың төп бурысы — башланғыс хәрби әҙерлекте үҫтереү, йәштәрҙә илһөйәрлек, дуҫлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тулыландырыу.
Йәмәғәт палатаһы аппараты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, СССР-ҙың 40-сы армияһындағы һуңғы подразделение Афған­стандан 1989 йылдың 15 февралендә сыға. Райондың хәрби комиссариатында әйтеү­ҙәренсә, ун йыл эсендә Афғанс­танда Шишмә районынан 145 һалдат хеҙмәт иткән. Был райондан йәнә 306 егет Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, шуларҙың 13-ө — инвалид. 42 яугир хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 11 кешегә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырылған.
Районда әлегә Афғанстанда һәләк булған дүрт һәм Төньяҡ Кавказда башын һалған алты егеттең иҫтәлеге мәңгеләш­терелгән.


Вернуться назад