“Аттар егелгән инде...”29.06.2016
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек дәррәү бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июлгә тиклем был кампанияла ҡатнашасаҡ партиялар кандидаттарының федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәрен Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдим итергә тейеш. Уларҙы, ҡағиҙә булараҡ, партия съезында күрһәтәләр. Әлеге көндә был процедураны Коммунистар партияһы, “Ғәҙел Рәсәй”, ЛДПР үтте лә инде. Парламентҡа ҡарамаған партияларҙың съездары 1 – 3 июлгә тәғәйенләнгән.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” ҙә йыйылды — сираттағы съезда ике меңдән ашыу делегат илдең үҫеш стратегияһын өйрәнде, “Үҫеш һәм етеш тормош иҡтисады”, “Сәләмәт киләсәк”, “Властың һөҙөмтәлелеге һәм халыҡ контроле”, “Социаль сәйәсәт”, “Мәғариф һәм фән” кеүек секцияларҙа көн ҡаҙағындағы мәсьәләләр буйынса фекер алышты, һайлау алды программаһын ҡабул итте.
Съезда алдан тауыш биреүҙә еңеүселәрҙең яҙмышы ла билдәләнде — “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарының федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәрен тәҡдим итте. Съезд делегаттары етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына Башҡортостандан кандидаттарҙы ла раҫланы.
Бер мандатлы һайлау округтары буйынса Башҡортостандан партияны Өфө бер мандатлы һайлау округы буйынса — Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Павел Качкаев, Благовещендан — Башҡортостандың Эҙәрмән отрядтары фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев, Белореттан — Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Салауаттан — Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров һәм Стәрлетамаҡтан Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов күрһәтә.
Территориаль төркөм буйынса партия исемлегенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселек итә. Артабан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, билдәле журналист Инга Юмашева, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин, Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, республика Башлығы ярҙамсыһы Фәрит Ғәниев, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Михаил Бугера, Константин Канунников, Ирек Ниғмәтуллин, Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Виктор Климов, Дәүләт Думаһының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса профилле комитеты ағзаһы Рөстәм Ишмөхәмәтов килә. Әйткәндәй, был осраҡта Рөстәм Зәки улының “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк партия исемлеген етәкләйәсәген дөрөҫ аңларға кәрәк. “Бындай ғәмәл ярайһы уҡ ҙур электораль әһәмиәткә эйә, сөнки “Берҙәм Рәсәй”ҙәр һайлауҙа күберәк тауыш йыйырға ынтыла. Рөстәм Хәмитов өсөн иһә был — партия тарафынан йөкмәтелгән бурыс. Шул уҡ ваҡытта был Башҡортостан Башлығына иң йоғонтоло партия етәкселегендә үҙ урынын нығытыу мөмкинлеген бирәсәк һәм төбәк мәнфәғәттәрен һөҙөмтәлерәк яҡларға булышлыҡ итәсәк”, — тигән фекерҙә политолог Дмитрий Михайличенко. Рөстәм Хәмитов, өҫтәүенә, исемлекте тәүге тапҡыр етәкләмәй. Хәтерегеҙҙәлер, Рөстәм Зәки улы 2011 йылда — Дәүләт Думаһына, 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ла ошондай уҡ аҙымға барғайны. Ә Мәскәү һөҙөмтәһеҙ эшләгән төбәк лидерына партия исемлегенә етәкселек итеүҙе ышанып тапшырмай.
Ҡыҫҡаһы, исемлектәр әҙер. Артабан агитация саралары— сығыштар, матбуғат конференциялары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, плакаттар, листовкалар таратыу башланасаҡ. Ҡыҙыу осорға аяҡ баҫабыҙ...