Сәфәр сыҡһаң, мотлаҡ теркәл29.06.2016
Балаларҙың көтөп алған йәйге ялы өлкәндәрҙең яуапһыҙлығы, ғәмһеҙлеге сәбәпле фажиғәгә әүерелеүе ихтимал. Быны Карелиялағы ҡот осҡос ваҡиға йәнә бер ҡат иҫкәртте. Бәлә тотош илде тиерлек аяҡҡа баҫтырҙы.

Хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарҙы тағы ла көсәйтеү маҡ­сатында республиканың Мәғариф министрлығы бала­ларҙың ял-һауыҡтырыу учреждениеларының торошон йәнә бер ҡат тикшереү бурысын ҡуйҙы. Барлыҡ төр лагерҙарҙың – көндөҙгө, ҡыҫҡа ваҡытлы, палаткалы, хеҙмәт һәм башҡа – эшмәкәрлеге ҡаралып, 1 июлдә дөйөм һығымта яһа­ласаҡ.
– Тикшереү менән райондарҙа булдырылған мобиль төркөмдәр шөғөлләнә, – тине “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткә­релгән матбуғат конферен­ция­һында мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. – Унда авария-ҡот­ҡарыу хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, “Роспотребнадзор” һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша. Тәрбиәсе­ләрҙең, вожатыйҙарҙың, инструк­торҙарҙың һанына, квали­фика­цияһына, саралар програм­маһының йөкмәтке­һенә айырым иғтибар бирелә. Шул уҡ ваҡытта тикшереү ял иткән балаларҙы ҡуҙғытырға, хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә ҡамасауларға тейеш түгел. Күберәк документтар ҡарала.
Быйыл республикала Мәғариф министрлығы линияһы буйынса 95 ҡала яны, 120 палаткалы лагерь эшләй, мең самаһы поход ойошторолған. Йәш туристар төркөмөнөң барыһында ла инструкторҙар булырға тейеш. Улар – ғәҙәттәгесә, мәктәптәге хеҙмәт һәм физкультура уҡытыу­сылары – тейешле әҙерлек үткән.
Әйткәндәй, туристик поход­тарға сығыусылар йылдан-йыл күбәйә. Араларында балалар ҙа арта. Мәҫәлән, былтыр республикала 110 поход ойошторолоп, уларҙа 750 уҡыусы ҡатнашһа, быйыл сәйәхәттәр һаны – унға, балалар 150-гә күбәйгән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был туристар төркөмөнөң күбеһе республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә теркәлмәйенсә юлға сыға, – тип белдерҙе кәңәшмәлә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. – Ни өсөн тигәндә, был сара әлегә теләк буйынса үткәрелә. Теркәлеүҙе һәр төркөм өсөн мәжбүри иткәндә, ҡотҡарыусылар ваҡытында ярҙам күрһәтә алыр ине. Күптәр хатта ошо рәүешле бәләнән һаҡланыу мөмкинлеге тураһында ла бел­мәй. Әгәр туристик төркөм сайтта теркәлде икән, сәфәр буйына уларҙың һәр аҙымы контролдә тотола: аңлатыу эше алып барыла, райондағы ҡатмарлы урындар, һауа шарттары хаҡында иҫкәр­телә, алынырға тейешле ҡора­малдар, мәғлүмәт саралары барлана һәм башҡалар. Төркөм­дәгеләр ҙә, даими бәйләнештә торғанлыҡтан, урындағы хәл-торош тураһында хәбәр бирә барыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, урманда төтөн таралғанын әйтеү утты ваҡытында һүндереүгә булышлыҡ итәсәк.
Комитет сайтында шулай уҡ балаларға лагерҙа, туристик походта, һыуҙа, янғында үҙен нисек тотоу кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт ҡуйылған. Уны һәр кем ҡағыҙға баҫтырып сығара ала.
Кәңәшмәлә шулай уҡ турис­тарға үҙ мөмкинлектәрен аныҡ баһаларға, ата-әсәгә лә бала­һының һәр аҙымына ҡарата иғтибарлы булырға кәңәш ителде.



Вернуться назад