Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика перинаталь үҙәген төҙөү барышын тикшерҙе. Әйткәндәй, яңы бина 2011–2016 йылдарға иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһына ярашлы һалынды.
Һуңғы йылдарҙа әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә иғтибар ныҡ артты. Билдәле: был илебеҙҙәге демографик хәлдең ҡырҡыулашыуына бәйле. Ни генә тиһәң дә, һәр осраҡта әсә менән баланың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу йәһәтенән заманса ҡорамалдарҙың файҙаһы ҙур. Әле һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы әҙерләнгән ваҡытта уҡ бала табыу йорттарын йыһазландырыу, етлекмәгән сабыйҙарҙы хәстәрләүҙе ойоштороу, лаборатория-диагностика бүлектәре асыу, балалар поликлиникаларын арттырыу, “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәттәренә иғтибарҙы көсәйтеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны. Һәм 2014 йылда Башҡортостан етәкселеге, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды араһында Республика перинаталь үҙәген төҙөп файҙаланыуға тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шул уҡ йылда проект-смета документтары төҙөлдө, объектты һалыуға ер бүленде һәм башҡа тейешле шарттар үтәлде.
Ошо көндәрҙә әлеге үҙәкте сафҡа индереү мәсьәләһе ҡарала ине. Тик республика Башлығы, бинаны ентекле тикшергәс, ҡайһы бер етди етешһеҙлектәрен тапты һәм яуаплы кешеләрҙе шелтәләне, хаталарҙы төҙәтеүгә бер ай ваҡыт бирҙе.
Перинаталь үҙәк 130 койка-урынға иҫәпләнгән һәм проблемалы йөклөлөк, яңы һәм етлекмәй тыуғандарҙың патологияһы, акушер-физиологик һәм гинекологик бүлектәрҙән торасаҡ. Медицина ярҙамын 62 табип һәм 50 урта медицина хеҙмәткәре күрһәтергә тейеш. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: дөйөм майҙаны 24 мең 322,1 квадрат метр тәшкил иткән сәләмәтлек йортона килеүселәрҙе бала тотҡан ир менән ҡатын һәйкәле сәләмләп торасаҡ.