Генерал бүләге иленә ҡайтты27.06.2016
Генерал бүләге иленә ҡайттыШайморатов генералдың ҡаһарманлығы хаҡында нисәмә йылдар дауамында киң мәғлүмәт сараларында әленән-әле яҙылып тора, халыҡ батырҙың хәрби фиҙакәрлеген лайыҡлы баһалап, Герой исемен рәсми документтар менән нигеҙләп ҡуйыуҙы талап итә килде.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашыуы ваҡытында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының архив документтарын республикаға тапшырыу тантанаһы үтте. Был изге миссияны Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Латипов башҡарҙы.


Ат уйнатып алдан бара...
Генерал бүләге иленә ҡайтты

– Халыҡ йөрәгендә йәшәгән данлы шәхестең исемен мәңгеләштереү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки ул – респубиканың символына әүерелгән шәхес! – тине Рөстәм Зәки улы.
Владимир Ростиславович үҙ сиратында эҙләнеү эштәре алып барған Рәсәй Президентының Дәүләт наградалары буйынса идаралығына рәхмәтен белдерҙе.
Ә Рөстәм Шәриф улының: “Әлегә тиклем генералдың яҡты донъя менән хушлашҡан көнө билдәле түгел. Тарихсыларға эш етерлек был тәңгәлдә. Әммә ордендар келәтендә Шайморатовтың наградаһы ла һаҡланыуы беҙҙең өсөн уңышлы осраҡ булды. Сөнки 1990 йылдар башында, үкенескә ҡаршы, СССР-ҙың бик күп дәүләт наградалары утил­ләштерелеп, Рәсәйҙең яңы наградаларын ҡойоу маҡсатында файҙаланылған. Ә бына генералдың бүләге һаҡланған!” – тигән һүҙҙәре бик тетрәндергес яңғыраны.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеүселәр күп ул Рәсәй тарихында, хатта өсәр, бишәр тапҡыр наградланғандар ҙа бар. Әммә легендар генералдың ордены һаҡланыуы беҙҙең өсөн тарихи әһәмиәткә эйә. Хәҙер дәүләт бүләге Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ.
Владимир Мединский былтыр Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында ла ҡатнашҡайны. Шунда уҡ Рәсәйҙең хәрби тарихына тап төшөрөлөргә тейеш түгеллеге хаҡында әйтеп үткәйне. Халыҡтан йыйылған ҡултамғалар менән бергә дәүерҙең дәүләт етәкселәре лә үҙ һүҙен әйтеүе һөҙөмтәһендә батыр генерал иҫән сағында ҡулына ла ала алмаған орден Башҡортостан йөрәгенә тағылды. Бөгөн дә ҡаһарман милләте һағында генерал ат уйнатып алдан бара төҫлө!..

Батырҙың тыуған ерендә

Башҡортостанда Владимир Мединский Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса Координация советының XXIII ултырышын да уҙғарҙы. Унда ватандың һәр төбәгенән мәҙәниәт министрҙары, бүлек етәкселәре ҡатнашты.
Сараның тап Башҡортостанда ойошторолоуы юҡҡа түгел. Владимир Ростиславович әйтеүенә ҡарағанда, ауыл ерендәге мәҙәни усаҡтарҙың һаҡланыуы буйынса республи­кабыҙға еткән төбәк юҡ. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем беҙҙә тағы ла 15 ауыл клубын асыу күҙ уңында тотола.
Кино йылына ҡағылышлы фекерҙәре менән дә уртаҡлашты министр. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Владимир, Кострома, Ленинград, Новгород, Рязань, Сахалин, Свердловск өлкәләре, Дағстан, Төньяҡ Осетия республикалары һәм Приморье крайы саралар планы раҫланыу менән дә унда ҡатнашырға теләк белдермәне”, – тине етәксе. Эйе, Кино йылы ошо хаҡта фекер алышыуҙар менән генә сикләнмәйенсә, халыҡ йығылып ятып ҡарарлыҡ фильмдар менән дә тарихҡа инеп ҡалһа ине, тигән уйҙы өҫтәге килә.
Тарих фәндәре докторы булараҡ, Владимир Мединский төбәктәрҙә хәрби-тарихи ойошмалар әүҙемлегенә таянасағын әйтте. Ошо уңайҙан ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған мәҙәни сараларҙы ойошторған етәкселәргә рәхмәтен белдерҙе. Рәсәй Президенты Хакимиәте башлығы Сергей Ивановтың Рәхмәт хаттары З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Фәнзир Ниғмәтйәновҡа, Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәевкә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Салауат Сирғәлингә, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙингә тапшырылды. Ә инде йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һалған өсөн “Рәсәй патриоты” иҫтәлекле миҙалы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин бүләкләнде. Ошондай награданы Псков өлкәһенең мәҙәниәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Жанна Палышева ла ҡабул итте.
Саралар артабан Шайморатов генералдың тыуған ауылында уның һәйкәленә сәскә һалыу менән дауам итте. Мәҙәниәт буйынса Координация советы ултырышы сиктәрендә ватандың төрлө төбәктәренән йыйылған мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районындағы Илтирәк ауыл клубының эшмәкәрлеге менән танышты, “Сыңла, салғы!” республика фольклор байрамында, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһында Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залының исем туйында ҡатнашты, “Симфония төнө”н тамаша ҡылды.
Семинар-конференцияла төп һүҙ ауыл ерендә мәҙәниәтте үҫтереү тураһында барҙы. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй ҡалаларында 106 миллион 427006 кеше йәшәһә, ауылдарҙа – 38 миллион 737 мең (Ҡырым иҫәпкә инмәгән). Күп саралар район, ҡала, төбәк үҙәктәрендә уҙғарылыу сәбәпле, ауыл халҡы мәҙәни тормош менән Интернет, телевидение, йә булмаһа баш ҡалаға килеп таныша.
Һуңғы йылдарҙа йырларға, бейергә яратҡан Башҡортостанда ла бит артистарҙың гастролдәре төбәк халҡы тарафынан ҡайнар алҡыштар менән ҡаршы алынмай. Замана беҙҙән яңы алымдар, яңы формат талап итә, тиһәк тә, сәнғәттең иң төп асылы ул рухи сафлыҡты, мәҙәни юғарылыҡты тәьмин итеү, күңел таҙарыныуға алып килеү һәм, әлбиттә, ихласлыҡ, тәбиғилек! Изге урын буш тормай, тиҙәр киң билдәле бер әйтемдә. Әгәр мәҙәниәт, сәнғәткә тартылмайбыҙ икән, глобалләшеү осоронда бәндәләрҙең күңеле башҡа инаныстарға ынтылмаҫ тип кем әйтә алыр?!


Вернуться назад