Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш27.06.2016
Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш“Тыныс яр” йәмғиәте Ишморат һәм Иҫке Исай ауылдары араһындағы түңәрәк яланда экологик туризм йәйелдереү өсөн заманса комплекс төҙөй башланы. Урындағы халыҡҡа – эш, ситтән килгәндәргә яҡшы ял булһын тигән маҡсат ҡуйған улар. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, проектҡа 30 миллион һум тирәһе инвестиция йәлеп ителгән.

Өфөнән килеп, Нуриман сиген үткәс, оҙаҡ бараһы түгел икән. Ишморат ауылы яғына боролоп ингәс үк комплексты төҙөү менән мәшғүл техника тауышы ишетелде. Бульдозер ярҙамында быуаларҙы киңәйтеп йөрөйҙәр икән. Ә уң яҡтараҡ эшселәр ҡунаҡханаға нигеҙ һала. Ошонда уҡ уларға ашнаҡсы ашарға әҙерләй.
Туғайҙа һигеҙ быуа эшләнгән. Юлда­шыбыҙ, район хакимиәтенең ауыл хужа­лығы идаралығы етәксеһе Илмир Хәйруллин әйтеүенсә, уларҙы Йәләнле йылғаһына торбалар һуҙыу ярҙамында яһағандар. Һәр быуаның ситендәге махсус кәртәләнгән урында бер нисә төрлө бағры үрсетелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы төрлөсә уйнатып, ҡарпытып, аҙыҡҡа әүрәтеп фотоға төшөрөү ниәтебеҙ ҡырҡа ҡаршылыҡҡа осраны.
– Ярамай! – тине хеҙмәткәрҙәр. – Үрсеү мәлендә бағрыны ҡуҙғытырға рөхсәт ителмәй. Улар үҙен тыныс тойорға тейеш. Аҙыҡты ла сәғәтенә, минутына тап килтереп бирәбеҙ. Һәр береһенең – үҙ рационы.
Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш
Илмир Хәниф улы әйтеүенсә, йүнселдәр быуаларға үрсетеү өсөн дүрт тоннанан ашыу селбәрә ебәргән. Пландары – йылына бер мең тонна балыҡ һатыу. Район ҡаҙнаһына байтаҡ килем вәғәҙә ителә. Өҫтәүенә 30 самаһы эш урыны булдырылып, уларға эргә-тирәләге ауыл халҡы алынасаҡ.
– Беҙҙең проект урындағылар өсөн дә, ҡунаҡтарға ла файҙалы булырға тейеш, – тип аҙаҡ телефон аша өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе “Тыныс яр” йәмғиәте ойоштороусыһы Рөстәм Йыһаншин. – Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа кешеләр тәбиғәткә айырыуса ныҡ тартыла башланы. Ҡалалағы шау-шыуҙан, йәшәү нигеҙен тик матди байлыҡта күргән бәғзе замандаштарыбыҙ­ҙың кире тәьҫиренән, тынсыу һауанан ҡасып килгәндәргә уңайлы мөхит тыуҙырыу ниәтендә тотондоҡ әлеге эшкә. Күргән­һегеҙҙер, быуалар эргәһендә ҡунаҡхана төҙөйбөҙ, унда ресторан да буласаҡ. Биләмәлә шулай уҡ вольер яһау, һунарсылыҡ ойоштороу планлаштырыла. Өҫтәүенә ҡыш тауҙан шыуыу мөмкинлеген булдырыу өсөн ялан ҡырындағы тауҙы тигеҙләттек.
– Бындай эш тағы ла берәй урында атҡарыламы?
– Юҡ, әлегеһе – тәүге комплекс. Ниңә Нуриман районынан башланыҡ һуң? Беренсенән, ул баш ҡалаға яҡын, оло юл буйында ята. Икенсенән, тәбиғәте ғәжәйеп матур, һыуы таҙа, бағры үрсетеү өсөн уңайлы. Беҙгә ял итергә килгән кеше үҙен ауылда йәшәгән кеүек хис итәсәк: балыҡ тотоп, уны ҡурып йә бешереп ашаясаҡ, ир-ат һунарға сығып китәсәк, бала-саға вольерҙағы йәнлектәргә һоҡланасаҡ, йәш-елкенсәк быуа ярында йырлап-бейеп күңел асасаҡ. Һыбай йөрөүҙе лә ойошторорға уйлайбыҙ. Ял итеүселәр заманса технология буйынса төҙөлгән айырым йорттарҙа йәшәй аласаҡ. Мунса ла булыр. Ғөмүмән, идеялар күп. Комплекс быйыл көҙ эш башлаясаҡ. Ә балыҡ тоторға алдараҡ та килергә мөмкин булыр, тип уйлайым.Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш
Рөстәм Наил улы туристарҙы күберәк ылыҡтырыуҙа урындағы халыҡ та ярҙамлашыр тип ышана. Улар ҡунаҡтарҙы яңы етештерелгән продукцияһы менән һөйөндөрөр, Нуримандың данлы йүкә, сәскә балдарын тәҡдим итер, еләген тәмләтер, миндек бәйләп бирер.
– Урындағы халыҡҡа – эш, ҡунаҡтарға аш, яҡшы ял буласаҡ, – ти Рөстәм Йыһаншин. – Һис шикһеҙ, тәртипкә ныҡлы иғтибар бүленәсәк. Тәбиғәткә ҡарата насар мөнәсәбәткә, яуапһыҙлыҡҡа юл ҡуймая­саҡбыҙ.
Эйе, кешеләр күп килер, әммә быуалар тәртиптә булыр. Шулай тип ышандыра “Тыныс яр” етәксеһе.


Вернуться назад