Һыу өҫтөндә йәшенә беләләр27.06.2016
Һыу өҫтөндә йәшенә беләләрБыл балыҡтар 20 градус йылы­лыҡ­тағы һыуҙа йәшәй. Уларҙың 64 төрө билдәле. Күптәре – Тымыҡ океандың көнсығыш өлөшөндә, бәғзеләре Атлантик океанда көн итә. Барбадос ярҙарының Кариб диңгеҙендә лә күп осрайҙар.

Ҡанаттарын йәймәһә, уларҙы башҡа балыҡтарҙан айырыу ҡыйын. Тәне оҙонса, ҡабырғалары буйлап ике ҙур күкрәк йөҙгөсө һуҙылған. Төҫө көмөш-зәңгәр, арҡаһы ҡорһағынан ҡарараҡ. Был үҙенсәлек һыу өҫтөндә йәшенергә ярҙам итә.
Осоусы балыҡтар ике төргә бүленә: ике һәм дүрт ҡанатлылар. Өйөр-өйөр булып йәшәйҙәр. Планктон, балыҡ яралғылары, ваҡ ҡыҫалалар менән туҡланалар.


Вернуться назад