Ниндәй баҫым һәйбәтерәк?27.06.2016
Балыҡ – һиҙгер зат. Уға ятҡылыҡтағы һыу кимәленең, температураһының, һауа торошоноң үҙгәреүе һәм башҡалар ныҡлы тәьҫир итә.

Был рәткә атмосфера баҫымы ла инә. Ул да балыҡтың торошона йоғонто яһай, әммә йыш түгел. Ҡармаҡ һалғанда баҫым әкрен генә үҙгәрә икән, бының сиртеүгә бер ниндәй тәьҫире юҡ. Уға ике көндән ашыу торған тотороҡло баҫымдың түбәнәйеүе йәки күтәрелеүе лә йоғонто яһамай. Балыҡ быға тиҙ яраҡлаша һәм үҙен ғәҙәттәгесә тота.
Ә нимә йоғонто яһай һуң? Атмосфера баҫымының төбәктәге норманан ныҡ түбәнәйеүе, ҡапыл күтәрелеүе, шул уҡ ваҡытта бер тәүлек эсендә кинәт артыуы йә кәмеүе. Ҡомарлы балыҡсылар, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡармаҡ һалырға мөмкин тип һанай. Баҫым өс көн буйы түбән йәки юғары торғанда ла табыш артынан килергә мөмкиндәр. Терегөмөш бағанаһының һигеҙ миллиметрға тиклем төшөүенә лә иҫе китмәй балыҡтың.
Баҫым түбән булғанда йыртҡыс балыҡтарҙы тотоу маҡсатҡа ярашлы. Бындай мәл аҡ балыҡтың ялҡауын килтерә, ул һыу төбөнә төшә. Ошо хәл йыртҡыстарҙы һунарға дәртләндерә. Һөҙөмтәлә баҫым түбән саҡта суртан, шамбы, һыла, алабуға, йәйен һәйбәт ҡаба.
Усаҡ төтөнө ергә йәйелә, яр буйындағы һыу күбекләнә... Әгәр ҡул аҫтында барометр юҡ икән, баҫымдың түбәнәйгәнен ошо күренештәргә ҡарап билдәләргә була.
Юғары баҫым балыҡҡа бөтөнләй башҡаса йоғонто яһай. Йыртҡыстары, ялҡауланып, һыу төбөнә китә. Улар ҡояшты яратмай. Тимәк, йыртҡыс балыҡтарға баҫымдың юғарылығы түгел, ә һауа торошо тәьҫир итә. Баҫымдың юғары мәлендә аҡ балыҡ шәп сиртә, әүҙемләшә. Опто, ҡорман, сабаҡ, һаҙан, ағасаҡ, ажау кеүектәр айырыуса хәрәкәтсәнгә әүерелә, һыла менән алабуға ла уларҙан ҡалышмай.
Балыҡты таң алдынан тотоу отошло. Был айырыуса йәй осорона ҡағыла: һыу йылынып өлгөрмәгәнлектән, табышың яр буйына йөҙөп килә. Ҡояшта йылынған һыу балыҡҡа атмосфера баҫымының үҙгәреүенә ҡарағанда ла нығыраҡ йоғонто яһай.
Ниндәй баҫым иң ҡулайлыһы һуң? Был һорауға яуап бирер алдынан ҡомарлы балыҡсыларға яҡшы билдәле параметрҙы – елде – билдәләп үтергә кәрәк. Ул баҫымдың үҙгәреүенә туранан-тура бәйле. Әгәр төньяҡтан йәки төньяҡ-көнбайыштан иҫһә, был ваҡытта табан һәйбәт ҡаба. Көньяҡ еле иһә һаҙанға ыңғай тәьҫир итә.
Баҫымдың ҡапыл үҙгәреүе, һис шикһеҙ, балыҡ ҡармаҡлауға насар йоғонто яһай. Иң һәйбәт кимәл – 760 миллиметр. Ҡайһы бер балыҡсылар түбән баҫымға өҫтөнлөк биреүсән.


Вернуться назад