Ҡылыс балыҡ тәү ҡарашҡа сельдкә оҡшаған. Улар көтөү менән йөрөй. Күберәк ҙур йылғаларҙа йәшәйҙәр, вағыраҡ инештәргә лә керәләр. Кәүҙә оҙонлоғо байтаҡ ҡына, 30-40 сантиметрлыҡтар ҙа осрай. Бындай ҙурлыҡтағылар ваҡ селбәрәләрҙе лә аулай башлай, йәғни йыртҡысҡа әйләнә.
Ҡылыс балыҡтың ауыҙы өҫкә ҡарап тора, түш ҡанаттары оҙон, үҙе ялтыр, һыуҙа ялтлап күренә. Ул һаҙандар тоҡомона ҡарай. Беҙҙә айырыуса Ағиҙелдә киң таралған. Ҡурҡып бара торғандарҙан түгел, шуға ла Өфө күперҙәре янында ла ҡаптырырға мөмкин. Күберәк селәүгә эләгә, һыуҙан сығарғанда ныҡ ҡарыша.
Көмөш тәңкәләрен көн яҡтыһында ялтыратып ҡарпыған сағында был балыҡ ҡылысҡа оҡшап ҡуя. Арҡаһы төҙ. Ҡорһаҡ яғы иһә осланып барып бөткән кәкре ҡылыстың йөҙө кеүек. Халыҡ уға исемде лә кәүҙәһенә ҡарап биргән.
Ҡылыс балыҡты иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем осратырға мөмкин. Улар көтөү-көтөү булып эркелеп йөрөй. Ғәҙәттә, ағын һыуҙы, шаршыларҙы яраталар. Ҡылыс балыҡ апрель-май айҙарында уйнай. Вағыраҡтары ыуылдырыҡты иртәрәк сәсә.
Ҡармаҡты ағым ыңғайына һалғанда, теләһә ниндәй емгә лә ҡаба. Һай ерҙә лә, тәрәндә лә эләгә. Ҡортҡа тотҡанда ҡармаҡты ҡапыл тартып ала. Ҡылсыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, киптерелгән йә ыҫланғанының ите лә ярайһы тәмле.